Иҙрисов Миңдулла Сәлимйән улы

Миңдулла Сәлимйән улы Иҙрисов (рус. Миндулла Салимьянович Идрисов1948 йылдың 17 ғинуары, Ғафури районы, Башҡорт АССР-ы) — совет, Рәсәй театр актёры, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған (1979) һәм халыҡ (2003), Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы (2010)[1]. Салауат башҡорт дәүләт драма театры артисы.

Биографияһы

1948 йылдың 17 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Ғафури районы Йөҙимән ауылында тыуған. 1972 йылда Өфө дәүләт сәнғәт институтының театр факультетын тамамлай. Институтты тамамлағандан алып Салауат башҡорт дәүләт драма театрында эшләй. Артистың бөтә ижади тормошо ошо Салауат театры менән бәйле. Ул — төрлө планлы ролдәрҙе (характерлы, комик, драматик) башҡарырға һәләтле талантлы артист[2].

Спектаклдәрҙәге ролдәре

  • Мирхәйҙәр — «Бәхтигәрәй» (А. Мирзаһитов, 1977);
  • Заһит — «Онота алмаһаң, ни эшләрһең?…» (Х. Вәхит, 1978);
  • Заһир — «Ҡара йөҙҙәр» (М. Ғәфури, 1978);
  • Кәрим — «Сабыр-Сабир мажаралары» (Г.Башкуев,1996);
  • Ғәфүр — «Юғалма, өмөтөм» (Х. Ирғәлин, 1999);
  • Ғәйфулла — «Алма беш, ауыҙға төш» (С. Латыпов, 1999);
  • Юлай Аҙналин — «Салауат» (М. Кәрим, 1999);
  • Изгелек — «Йылан ҡабығы» (Ә. Дилмөхәмәтова, 1999);
  • Мулла — «Гөлшаян» (М. Әмир, 2000);
  • Сынтимер — «Нәркәс» (И. Йомағолов, 2001);
  • Шәрифйән — «Аҡҡошом минең» (Ә. Яхина, 2001);
  • Демош — «Аҡ йәйҙәрем үтте инде» (Л. Станкова, 2001);
  • Камил — «Үҙ бисәмә өйләнәм» (Н. Ғәйетбаев, 2002);
  • Ибраһим — « Йәшенле ямғыр» (З. Атнабаева, 2002)
  • Башмаҡсы — «Ах, Сапатера!» (Ф. Гарсиа Лорка, 2003);
  • Зәки Вәлиди — «Көҙән башҡорто» (Н. Асанбаев, 2004);
  • Тимофей — «Кавардак Forever!!!» (С. Лобозеров, 2004);
  • Альберт — «Кешеләр һәм бал ҡорттары» (А. Хөсәйенов, 2005);
  • Ғәйфулла — «Зәйтүнгөл» (Н. Асанбаев, 2005);
  • Дәрүиш — «Ай тотолған төндә» (М. Кәрим, 2006);
  • Нурғәле — «Шулай булды шул» (Т. Миңнуллин, 2006);
  • Шәйхи — «Һөйәркәм килгән… Ни эшләргә?» (З. Хәким, 2007);
  • Уразев — «Ете ҡыҙ» (Н. Асанбаев, 2008);
  • Атай — «Минең ҡәйнәм — әүлиә» (С. Белов, 2009);
  • Аҡһаҡал — «Риүәйәт» (Т. Миңнуллин, 2010);
  • Ирғәли — «Бер рәхәттең бер михнәте» (А. Попов, 2011);
  • Бәхтийәр — «Әҙип-хан» (А. Хөсәйенов, 2012);
  • Ғабдулла — «Мөхәббәт күле» (М. Бағаев, 2012);
  • Әлмәндәр — «Әлдермештән Әлмәндәр» (Т. Миңнуллин, 2014);
  • Арыҫлан — «Ҡыҙын алдым ҡосаҡҡа» (Б. Аппаев, 2014);
  • Кохан — «Эх, Өфө ҡыҙҙары» (И. Абдуллин, 2015);
  • Фирҙәт — «Гөлкәйҙең бәхете» (Ш. Шәкүрова, 2015);
  • 3-сө ҡарт — «Ерҙәштәр» (М. Кәримдең «Ауыл адвокаттары» повесы буйынса А.Федоров инсц., 2016).

Миңдулла Сәлимйән улы үҙенең бөтә ижади тормошонда 60-тан артыҡ роль ижад итә

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа наградалары

  • Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1979);
  • Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2003);
  • Йылдың иң яҡшы артисы (2004, 2006);
  • Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы (2010)[2].