Байназаров Баязит Рәмзи улы

Баязит Рәмзи улы Байназаров (рус. Баязит Рамзиевич Байназаров; 1980 йылдың 17 ғинуары, Яуымбай, Башҡорт АССР-ы) — Рәсәй башҡорт йырсыһы, Сибай концерт-театр берекмәһе артисы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2009).

Биографияһы

1980 йылдың 17 ғинуарында БАССР-ҙың Бөрйән районының Яуымбай ауылында тыуған. Яуымбай, Байназар мәктәптәрендә уҡый.

1997 йылда Өфө сәнғәт училищеһының Сибай филиалына вокал сәнғәте класына уҡырға инә. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы Камил Абдрахман улы Вәлиевта уҡый. Беренсе курсты тамамлағандан һуң, 1998 йылда Сибай дәүләт филармонияһына артист-вокалсы булып урынлаша. 2001 йылда училищены тамамлай. 2013 йылдан Сибай концерт-театр берекмәһе артисы.

«Ирәндек моңдары» төбәк-ара конкурсының жюри ағзаһы[1].

Репертуары

Баязит Байназаровтың репертуарында башҡорт халыҡ йырҙарыҠара юрға», «Ҡыр ҡаҙҙары», «Ирәндек бөркөтө» һ.б.), композиторҙар (рус.)баш. Риф Арсланов, Х. Дәүләтов, Юлай Үҙәнбаев, Зөһрә Фәйзуллина, И. Яхин һәм үҙе ижад иткән йырҙар бар.

Ул «Аҡмулланың аҡ юлдары буйлап» (2006), «Йөрәктәрҙә ҡалдың йыр булып» (Ш. Бабичҡа арнала) (2009) концерт-театр тамашаларында төп ролдәрҙе башҡара.

Ғаиләһе

  • Ҡатыны — Гөлнара Байназарова (Яманаева);
  • Балалары — Элиза (2000), Яҙгөл (2007), Баяс[2].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа наградалары

  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2009)[3];
  • Уралым («Минең Уралым») Төбәк-ара башҡорт йырҙарын башҡарыусылар фестивалендә Гран-при (Өфө, 2000)[4];
  • Башҡорт йыр башҡарыусыларының «Ирәндек моңдары» төбәк-ара конкурсы лауреаты (Сибай, 1998[5]);
  • «Гәлсәр һандуғас» телевизион музыкаль конкурсы лауреаты (Өфө, 2004).

Иҫкәрмәләр

  1. Чтоб жил «озон кюй» - главная ценность народа!  (рус.). 14 август 2026 тикшерелгән.
  2. Беребеҙ өсөн беребеҙ кәрәк, тиҙәр Байназаровтар. shonkar.com. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 29 июль 2026.
  3. Указ Президента Республики Башкортостан от 9 октября 2009 г. № УП-579. Гарант. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 31 июль 2026.
  4. Байназаров Баязит Рамзиевич. kultura-burzyan.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 31 июль 2026.
  5. 28 апреля в городе Сибай состоялось торжҽствҽнноҽ закрытиҽ XVI Межрегионального конкурса исполнителей башкирской народной песни “Ирандык мондары”. mdshizb.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 31 июль 2026.

Сығанаҡтар