Фәйзуллина Зөһрә Хәдит ҡыҙы
Фәйзуллина Зөһрә Хәдит ҡыҙы (29 июль 1946 йыл — 27 октябрь 2020 йыл) — педагог, журналист, шағир. Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар, Журналистар союздары ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы. Рамаҙан Өмөтбаев, Ким Әхмәтйәнов, Хөсәйен Әхмәтов исемендәге премиялар лауреаты.
Биографияһы
Зөһрә Хәдит ҡыҙы Фәйзуллина 1946 йылдың 29 июлендә Башҡорт АССР-ының Әбйәлил районы Ҡаҙмаш ауылында тыуған.
Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлаған.
1969—1980 йылдарҙа Әбйәлил районы мәктәптәрендә әҙәбиәт һәм тел уҡытыусыһы булып эшләй.
1980 йылда Сибайға күсеп килә, артабан мәктәп-интернатта һәм Сибай педагогия училищеһында (колледжы) уҡыта.
1996—2001 йылдарҙа «Атайсал» төбәк-ара гәзитенең баш мөхәррире була.
2005—2012 йылдарҙа — Сибайҙағы «Сулпан» башҡорт балалар театрының әҙәби бүлеге етәксеһе булып эшләй.
Зөһрә Хәдит ҡыҙы Фәйзуллина 2020 йылдың 27 октябрендә Өфө ҡалаһында вафат булды[2].
Ижады
Балалар һәм өлкәндәр өсөн төрлө жанрҙарҙа ижад итә. Уның «Илекле ҡыр», «Мөғжизә көтәм» йырҙар йыйынтыҡтары, «Йырҙарым — йөрәгемдә» электрон йырҙар баҫмаһы, кескәйҙәр өсөн «Олатайым аманаты» шиғырҙары; «Оло Етегән» пьесалар йыйынтығы, Мәктәп сәхнәһе өсөн пьесалар (2010 йыл); «Йәйғор төҫө» шиғырҙар альманахы һәм «Беҙҙең байрамдар» сценарийҙар йыйынтығы сығарыла.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы,
- Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге премия,
- Ким Әхмәтйәнов исемендәге премия
- Хөсәйен Әхмәтов исемендәге премия
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 Башинформ / под ред. В. А. Валерьевич — 1992.
- ↑ Өфөлә драматург, журналист һәм йырҙар авторы Зөһрә Фәйзуллина арабыҙҙан китте. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 27 октябрь 2020 йыл (Тикшерелеү көнө: 30 октябрь 2020)
Әҙәбиәт
- Зөһрә Фәйзуллина. Биография, шиғырҙар//Балалар әҙәбиәте антологияһы — Өфө, 2014 — 196-196-се бб.