Ушанов Ғиниәт Ғабдулла улы

Ғиниәт Ғабдулла улы Ушанов (рус. Гиният Габдуллович Ушанов1894 йылдың 5 майы, Орск өйәҙе, Ырымбур губернаһы, Рәсәй империяһы1947 йылдың 5 марты, Өфө) — совет театр актёры, режиссёр, ҡурайсы, бейеүсе һәм йырсы. Башҡорт АССР-ының халыҡ һәм атҡаҙанған артисы, Беренсе бөтә донъя һәм граждандар һуғыштарында ҡатнашыусы.

Биографияһы

1894 йылдың 5 майында Ырымбур губернаһы Орск өйәҙе (хәҙер Башҡортостан Республикаһы Әбйәлил районы) Шәҙиғәй ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған[1].

Беренсе бөтә донъя һуғышында ҡатнаша. 1919—1920 йылдарҙа Башҡортостан мәғариф халыҡ комиссариатының Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы художество бүлегенең театр студияһында эшләй.

1920 йылдан алып ғүмеренең аҙағына тиклем Башҡорт дәүләт академия драма театрында эшләй. Бапшҡорт фольклоры (музыка, бейеү, театр) эстетикаһын яҡшы белгән оҫта. Ул һөнәри театр сәхнә сәнғәтенә халыҡ театры формаларын индереүсе артист.

Беренсе ролдәре: М. Буранғоловтың "Ашҡаҙар"ында Йомағол, "Дала кешеһе Йәркәй"ендә Йәрмөхәмәт, "Шәүрә килен"ендә Айсыуаҡ ролен, Ф. Сөләймәнов Инан, С. Мрәҫов, В. Мортазин-Иманскийҙарҙың «Салауат» драмаһында Салауат,Х. Ғәбитовтың "Ынйыҡай һәм Юлдыҡай"ында Юлдыҡай.

Был ролдәрҙе уйнағанда уның лирик-романтик амплуалы артист икәнлеге таныла һәм алдағы ижадының йүнәлеше билдәләнә.

Олоғайғас, Ушанов башлыса сатирик акцентлы комик ролдәрҙе уйнай, мәҫәлән; Х. Ибраһимовтың "Башмағым"ында Вафа, "Кейәүкәй"ендә Низами, Ҡ. Даяндың "Таңсулпан"ында Мортаҙа, А. Н. Островскийҙың "Бирнәһеҙ ҡыҙ"ында («Бесприданница») Карандышев, "Шаулы-гөрлө урын"ында («На бойком месте») Аҙғын (Непутевый) ролдәрен башҡара.

Ушанов шулай уҡ У. Шекспир, Ф. Шиллер, Н. В. Гоголь, А. П. Чехов , А. М. Горький әҫәрҙәренең персонаждарын да сәхнәлә бик өҫта итеп башҡара. Төрлө театр коллективтарында ул режиссёр булараҡ 20-нән артыҡ спектакль әҙерләп күрһәтә.

Шул иҫәптән, Баймаҡ колхоз-совхоз театрында М. Буранғоловтың «Башҡорт туйы», М. Фәйзиҙең «Ғәлиәбаныу», Т. Ғиззәттең «Данлы дәүер», Башҡорт дәүләт академия драма театрында Ғ. Камалдың «Беренсе театр», Д. Юлтый һәм К. Иҙелғужиндың «Әбйәлиловтар уғры төркөмө», П. М. Невежиндың «Икенсе йәшлек» спектаклдәре.

Ушанов Ғиниәт Ғабдулла улы бейеүсе һәм ҡурайсы булып республикала концерттар ҡуя. Уның эстрада репертуарында театр һәм фольклор әҫәрҙәре ҙур урынды биләп тора.

Ушанов Ғиниәт Ғабдулла улына 1935 йылда Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған, ә 1944 йылда «Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы» исеме бирелә.

1947 йылдың 5 мартында Өфө ҡалаһында вафат була һәм Көньяҡ мосолман зыяратында ерләнә[1].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа наградалары

  • Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1935);
  • Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1944)[1].

Ғаиләһе

  • Улы — Юлай Ушанов (1946—2002), балет артисы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1971). Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1974).
  • Ҡыҙы — Лилиә, балерина[2].
  • Ейәне — Салауат Юлай улы Ушанов, яҙмышын балет менән бәйләй, әммә фажиғәле һәләк була.
  • Бүләһе — Морат Салауат улы Ушанов, 2016 йылда А. Я. Ваганова исемендәге Рус балеты академияһын тамамлай һәм Мария театрында эшләй[3].

Хәтер

  • Әбйәлил районының Асҡар һәм Хәлил ауылдарында уның исемендәге урамдар бар.
  • Хәлил ауылының мәҙәниәт йортона мемориаль таҡтаташ ҡуйылған[1].

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 3 4 С. С. Саитов. Ушанов Ғиниәт Ғабдулла улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  2. Ушанов Гиният Габдуллович (1894-1947). bashdram.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 июль 2026.
  3. Род Ушановых. vatandash.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 июль 2026.

Әҙәбиәт

  • Бирҙин Ғәли. Осҡор талант // Ағиҙел, 1970 йыл, № 8