Кликич Лилиә Миңлеғәлим ҡыҙы
Кликич Лилиә Миңлеғәлим ҡыҙы (2 август 1954 йыл) — иҡтисадсы. Иҡтисад фәндәре докторы (2006), профессор (2013)[2].
Биографияһы
Кликич Лилиә Миңлеғәлим ҡыҙы 1954 йылдың 2 авгусында Башҡорт АССР-ының (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының) Учалы районы Учалы ауылында тыуған. 1971 йылда 10-сы урта мәктәпте тамамлай. Мәскәү технология институтының Өфө филиалында инженер-иҡтисадсы һөнәре буйынса юғары белем ала. 1977—1987 йылдарҙа Мәскәү технология институтының Өфө филиалында эшләй, башта ассистент, ә аҙаҡ экономика кафедраһының өлкән уҡытыусыһы. 1986 йылда Мәскәү технология институтының аспирантураһын тамамлай. Кейәүгә сыға, ғаиләлә ике бала тәрбиәләйҙәр[2][3].
1987—1995 йылдарҙа Мурманск өлкәһенең Заозёрск ҡала хакимиәтендә эшләй: өлкән иҡтисадсы, аҙаҡ финанс бүлеге начальнигы һәм администрация башлығы урынбаҫары. 1995 йылдан башлап бөгөнгө көнгә тиклем Башҡорт дәүләт аграр университетында уҡыу-методик бүлек мөдире, бер үк ваҡытта аграр етештереү иҡтисад кафедраһы доценты вазифаһын башҡара. Иҡтисад фәндәре докторы. Доцент ғилми дәрәжәһе 1999 йылда бирелә. 150‑нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы[3].
Шөғөлдәре
Лилиә Миңлеғәлим ҡыҙы шулай уҡ әҙәби ижад менән шөғөлләнә. 2001 йылда беренсе «Признание в любви» исемле шиғырҙар һәм йырҙар йыйынтығы баҫылып сыға. 2002 йылда икенсе «Войди в мой сад» шиғырҙар китабы «Озарение» Халыҡ-ара ижади көстәр союзы менән берлектә баҫылып сыға[3].
Әҙәби әҫәрҙәре
— «Мөхәббәт белдереү: йырҙар һәм шиғырҙар» («Признание в любви: песни и стихи»; 2001),
— «Минең баҡсама ин» («Войди в мой сад»; 2002),
— «Күк йөҙө яҡынлашыу» («Приближение неба»; 2005),
— «Көнсығыш еле» («Ветер с востока»; 2007)[3].
Фәнни хеҙмәттәре
- Эволюция сферы услуг: неравновесный подход. М., 2004;
- Устойчивое развитие сельских территорий. Уфа, 2008 (авторҙаш);
- Социально ориентированная модель развития сельских территорий Республики Башкортостан. Уфа, 2010<ref name="КЛИКИЧ Лилиә Миңлеғәлим ҡыҙы" /.
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 4 Башкирская энциклопедия (урыҫ) — Башкирская энциклопедия, 2005. — 4344 с. — ISBN 978-5-88185-053-1
- ↑ 1 2 КЛИКИЧ Лилиә Миңлеғәлим ҡыҙы
- ↑ 1 2 3 4 Лилия Кликич
Һылтанмалар
- Кликич Лилиә Миңлеғәлим ҡыҙы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Лилия Кликич