Ғәбитов Геннадий Абдрахман улы
Ғәбитов Геннадий Абдрахман улы (рус. Габитов Геннадий Абдрахманович; 21 июль 1941 йыл) — иҡтисадсы-ғалим, инженер-механик, ауыл хужалығы, партия, урындағы башҡарма һәм муниципаль органдар хеҙмәткәре. 1976—1983 йылдарҙа КПСС-тың Силәбе өлкәһе Нуғәйбәк район комитетының, 1986 йылдан — Ҡоншаҡ район комитетының беренсе секретары, 1991—1996 йылдарҙа Ҡоншаҡ район хакимиәте башлығы. Иҡтисад фәндәре кандидаты (1986). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1970).
Биографияһы
Геннадий Абдрахман улы Ғәбитов 1941 йылдың 21 июлендә Башҡорт АССР-ының Учалы районы Учалы ауылында тыуған[1].
Юғары белемле: 1964 йылда «инженер-механик» һөнәре буйынса Силәбе ауыл хужалығын механизациялау һәм электрләштереү институтын, ә 1986 йылда — КПСС Үҙәк Комитеты ҡарамағындағы Ижтимағи фәндәр академияһын тамамлай, шул уҡ йылда, «иҡтисад фәндәре кандидаты» ғилми дәрәжәһенә дәғүә итеп, «Повышение эффективности использования материально-технической базы агропромышленного комплекса (на примере Уральского экономического района)» тигән темаға диссертация яҡлай[2].
Үҙ аллы хеҙмәт эшмәкәрлеген юғары белем алғандан һуң 1964 йылда Силәбе өлкәһе Үрге Урал районының «Приуралье» совхозында машина-трактор оҫтаханаһы мөдире булып башлай, һуңыраҡ хужалыҡтың баш инженеры һәм директоры була. 1973 йылдан КПСС-тың Үрге Урал район комитетының икенсе секретары[1].
1976 йылдан — хеҙмәтсәндәр депутаттарының Нуғайбәк район советы башҡарма комитетының рәйесе вазифаһын башҡарыусы, шул уҡ йылда КПСС-тың Нуғайбәк район комитетының беренсе секретары итеп һайлана[3].
1986 йылдан — КПСС-тың Ҡоншаҡ район комитетының беренсе секретары, 1991 йылдан — Ҡоншаҡ район хакимиәте башлығы[1].
1996 йылдан «Уралкоммуникации» ябыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры, 2001 йылдан Силәбе өлкәһе Закондар сығарыу йыйылышының төбәк сәйәсәте идаралығы консультанты[3].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1970)
- «Сиҙәм ерҙәрен үҙләштергән өсөн» миҙалы (1968)
- Башҡа миҙалдар
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 Портал Челябинской области. Габитов Генннадий Абдрахманович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 14 май 2024)
- ↑ Российская государственная библиотека. Повышение эффективности использования материально-технической базы агропромышленного комплекса: на примере Уральского экономического района: диссертация ... кандидата экономических наук: 08.00.22. Москва, 1986 (рус.) (Тикшерелеү көнө: 14 май 2024)
- ↑ 1 2 Презентация «Дню рождения Нагайбакского района посвящается». Централизованная библиотечная система Нагабакского района Челябинской области
Һылтанмалар
- Портал Челябинской области (рус.) (Тикшерелеү көнө: 14 май 2024)
- Презентация «Дню рождения Нагайбакского района посвящается». Централизованная библиотечная система Нагабакского района Челябинской области (рус.) (Тикшерелеү көнө: 14 май 2024)