Шилкин Константин Михайлович
Шилкин Константин Михайлович (17 апрель 1901 йыл — 11 сентябрь 1976 йыл) — металлург. Өсөнсө дәрәжә Сталин премияһы лауреаты (1952). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1945).
Биографияһы
Константин Михайлович Шилкин 1901 йылдың 17 апрелендә Троицк ҡалаһында (хәҙерге Силәбе өлкәһе) тыуған.
1934 йылда Ленинград индустриаль институтын, 1939 йылда — Өфөлә Башҡортостан инженер-техник хеҙмәткәрҙәрҙең һәм хужалыҡ хеҙмәткәрҙәренең квалификацияһын күтәреү институтын тамамлай.
Эш урыны: 1916—1956 йылдарҙа өҙөклөктәр менән Белорет металлургия комбинатында эшләй, бүлек мөдире, 1938 йылдан — лаборатория начальнигы, 1954 йылдан — цех начальнигы, 1956 йылда комбинат директоры урынбаҫары. 1924—1927 йылдарҙа Выкса торба прокатлау заводында эшләй.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Өсөнсө дәрәжә Сталин премияһы (1952) Цинкланған сым етештереүҙең яңы ысулын уйлап табыү һәм производствоға индереүҙә ҡатнашҡаны өсөн.
- «Почёт Билдәһе» ордены (1945)
- миҙалдар.
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 Башкирская энциклопедия (урыҫ) — Башкирская энциклопедия, 2005. — 4344 с. — ISBN 978-5-88185-053-1
Һылтанмалар
- Шилкин Константин Михайлович // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 14 апрель 2021)
- Урал энциклопедияһы 2017 йылдың 20 июнь көнөндә архивланған.