Ғәйфуллин Абдрахман Зәйнулла улы

Абдрахман Зәйнулла улы Ғәйфуллин (рус. Гайфуллин, Абдрахман Зайнуллович1908 йылдың 6 сентябре, Яубүләк, Өфө губернаһы, Златоуст өйәҙе, Рәсәй империяһы1945 йылдың 17 апреле, Германия) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, Советтар Союзы Геройы, 1-се Белоруссия фронтының 61-се армияһы 12-се гвардия уҡсылар дивизияһының 37-се гвардия уҡсылар полкының пулемёт ротаһы командиры, гвардия лейтенанты.

Биографияһы

1908 йылдың 6 сентябрендә Өфө губернаһы Златоуст өйәҙе (хәҙерге Салауат районы) Яубүләк ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуа. Башҡорт. 1932 йылдан ВКП(б) ағзаһы. Өфө ҡалаһында комвуз тамамлағандан һуң, Салауат районының Арҡауыл Машина-трактор станцияһында (МТС) директорҙың сәйәсәт буйынса урынбаҫары була.

1935 йылда Өфөлә Башҡортостан коммунистик ауыл хужалығы юғары мәктәбен тамамлай. 1930 йылдарҙың икенсе яртыһынан Башҡорт АССР-ының Миәкә һәм Малаяҙ райондарында партия эшендә эшләй.

Ҡыҙыл Армия сафында 1930—1932 йылдарҙа, 1940 йылда һәм 1941 йылдың 5 июленән була. Башҡорт АССР-ының Салауат район хәрби комиссариаты тарафынан саҡыртыла. Команда составын камиллаштырыу курстарын тамамлай.

Пулемёт ротаһы командиры, гвардия лейтенанты А. З. Ғәйфуллин немец илбаҫарҙары менән алышта ҡаһарманлыҡ һәм батырлыҡ күрһәтә.

1945 йылдың 17 апреленә ҡараған төндә дошман көслө ут яуҙырғанда, ҡул аҫтында булған нәмәләр ярҙамында ул үҙенең ротаһы менән беренселәрҙән булып Германияның Врицен ҡалаһынан төньяҡтараҡ урынлашҡан Нойглитцен һәм Хоэнвутцен ҡасабалары районында Одер йылғаһын аша сыға. Пулемёттарҙан ут асып, А. Ғәйфуллиндың ротаһы дошмандың бик күп тере көсөн юҡ итә. Һөҙөмтәлә башҡа подразделениелар йылғаны уңышлы сығыуға өлгәшә.

1945 йылдың 17 апрелендә дошман 6 тапҡыр ҡаты һөжүм итә. Гитлерсылар төркөмө А. З. Ғәйфуллин ротаһы урынлашҡан траншеяға килеп етә. Ҡул һуғышында уға 4 немец һалдаты һөжүм итә, уларҙың икеһен ул бысаҡ менән сәнсеп, ҡалғандарын пистолеттан атып үлтерә. Алыштың иң көсөргәнешле мәлендә гвардия лейтенанты Ғәйфуллин яугирҙарҙы штык контрһөжүменә күтәрә. Ул етәкселек иткән рота дошманды траншеянан бәреп сығара һәм плацдармды киңәйтә. Был алышта А. З. Ғәйфуллин батырҙарса һәләк була. Алыштар урынында — Хоэнвутцен ҡасабаһында ерләнгән.

СССР Юғары Советы Президиумының 1945 йылдың 31 майындағы Указы менән командованиеның хәрби заданиеһын өлгөлө үтәгәне, немец-фашист илбаҫарҙары менән алышта күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн гвардия лейтенанты Ғәйфуллин Абдрахман Зәйнулла улына үлгәндән һуң Советтар Союзы Геройы исеме бирелә[1][2].

Наградалары

Хәтер

  • Герой ҡәберенә обелиск ҡуйылған.
undefined

Иҫкәрмәләр

  1. Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 793756, д. 10, л. 118, 119.)
  2. Указ Президиума Верховного Совета СССР «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 686046, д. 170, л. 3.)
  3. Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
  4. Указ «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
  5. Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
  6. Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
  7. Гайфуллин Абдрахман Зайнуллович. admmaloyaz.bashkortostan.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 май 2026. 2016 йылдың 4 июнь көнөндә архивланған.

Әҙәбиәт

  • Военная история башкир. Энциклопедия. / гл. редактор А. З. Асфандияров — Уфа, «Башкирская энциклопедия», 2013, С. 136—137
  • Славные сыны Башкирии (очерки о Героях Советского Союза, полных кавалерах ордена Славы). — Уфа: Башкнигоиздат, 1965—1985. — Т. в 5 кн..
  • Земля салаватская, земля батыра. / Автор-составитель Сабирьянова С. Г. — Уфа: АН РБ, Гилем, 2010. — 400 с. (рус.)
  • Герои Советского Союза. Краткий биографический словарь. Том 1. М.: Воениз, 1987.
  • Подвиги их — бессмертны. — Уфа: Китап, 2000.
  • Гареев А. Коммунисты не сдаются //Славные сыны Башкирии. Кн.1. Уфа, 1965.

Һылтанмалар