Аҙнабаева Лариса Алексеевна
Ғилми дәрәжә | фән докторы[d] и профессор |
---|---|
Гражданлығы | |
Заты | ҡатын-ҡыҙ |
Тыуған көнө | 17 апрель 1941 (84 йәш) |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Тыуған урыны |
|
Аҙнабаева Лариса Алексеевна (17 апрель 1941 йыл) — ғалим-тел белгесе, юғары мәктәп ветераны. 1963 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы. Филология фәндәре докторы (2000), профессор (2002). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2001).
Биографияһы
Лариса Алексеевна Аҙнабаева 1941 йылдың 17 апрелендә Украина ССР-ының Кировоград ҡалаһында тыуған. 1963 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлай. Ошонда уҡ артабанғы эшен дауам итә.
Фәнни тикшеренеүҙәре инглиз теле, урыҫ теле, француз теле материалында коммуникатив лингвистика, тел һәм телмәр проспекцияһы, антропоцентризм, когнитивизм, коммуникатив прагматика, телмәр тәьҫире теорияһы идеялары юҫығында телдә анимизация һәм метафоризация проблемаларына арналған.
Уның хеҙмәттәрендә шәхес-ара бәйләнештә адресаттың телмәр үҙенсәлеге принциптары айырып күрһәтелгән. 80-дән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.
Хеҙмәттәре
- Антропоцентризм в мышлении и языке : монография. Уфа, 1998[1];
- Языковая проспекция. Уфа, 2000[2];
- Антропоцентризм в мышлении и языке. Уфа, 2010[3].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2001)
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар
- Аҙнабаева Лариса Алексеевна // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 14 апрель 2021)