Халиҡов Ғабдулхаҡ Әбйәлил улы
Ғабдулхаҡ Әбйәлил улы Халиҡов (рус. Габдулхак Абзалилович Халиков; 1931 йылдың 9 феврале, Ҡормантау ауылы, Башҡорт АССР-ы — 2007 йылдың 30 сентябре, Өфө, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй) — СССР һәм Рәсәй ғалимы, инженер-механик, йылылыҡ һәм масса алмашыныу теорияһы, тирә-яҡ мөхитте һаҡлау һәм минераль ресурстарҙы комплекслы үҙләштереү өлкәһендәге белгес[2]. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (1991), Рәсәй Тәбиғи фәндәр академияһының тулы хоҡуҡлы ағзаһы (академигы), техник фәндәр докторы (1971), профессор (1972)[2][3]. Башҡорт дәүләт университетының физика факультеты деканы (1992—1993). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1979)[2].
Биографияһы
1931 йылдың 9 февралендә Башҡорт АССР-ының Красноусол районы (хәҙерге Ғафури районы) Ҡормантау ауылында тыуған[2]. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында үҫмер сағында тыуған ауылының колхоз баҫыуҙарында эшләй[4].
1956 йылда — Өфө нефть институтын, 1979 йылда Удмурт дәүләт университетын тамамлай.
2007 йылдың 30 сентябрендә Өфө ҡалаһында 77-се йәшендә вафат була[2].
Хеҙмәт эшмәкәрлеге
1956—1957 йылдарҙа Башҡорт АССР-ының «Октябрьскнефть» нефть промыслаһы идаралығында эшләй.
1962—1972 һәм 1984—1991 йылдарҙа Алма-Ата ҡалаһындағы Ҡаҙаҡ политехник институтында фәнни-педагогик эшмәкәрлек алып бара.
1973 йылдан алып өҙөклөктәр менән Башҡорт дәүләт университетында уҡыта:
- 1983 йылға тиклем теоретик механика һәм гидродинамика кафедраһы мөдире;
- 1991—1998 йылдарҙа физик гидродинамика кафедраһы мөдире;
- 1992—1993 йылдарҙа бер үк ваҡытта Башҡорт дәүләт университетының физика факультеты деканы вазифаһын башҡара[2].
Университетта «Гидродинамика», «Ер аҫты гидромеханикаһы» һәм «Йылылыҡ һәм масса алмашыныу теорияһы» лекциялар курсын уҡый. Ундан ашыу фән кандидаты әҙерләй[4].
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы ҡарамағындағы Минераль сеймалды комплекслы үҙләштереү лабораторияһы менән етәкселек итә, шулай уҡ Рәсәй Тәбиғи фәндәр академияһының Башҡортостан йәштәр физика-техник институтының генераль директоры булып эшләй[3].
Фәнни эшмәкәрлеге
Фәнни тикшеренеүҙәре йылылыҡ һәм масса алмашыныу теорияһын үҫтереүгә, ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыуҙың экологик проблемаларына һәм минерал-сеймал ресурстарын комплекслы үҙләштереүгә арналған:
- хәрәкәтсән сикле арауыҡ өлкәләрендә параболик типтағы дифференциаль тигеҙләмәләрҙе һәм һыҙыҡлы булмаған йылылыҡ үткәреү тигеҙләмәләрен сисеүҙең яҡынса аналитик ысулдарын төҙөй;
- газ гидраттарының тарҡалыуы һәм күҙәнәкле ҡатламдарҙа нефттең урындағы газһыҙланыуының математик моделдәрен эшләй;
- Ерҙең урындағы ялған ҡеүәтле ҡырҙарын һәм ялған ҡеүәтле ҡырҙарҙың суперпозицияланыуының физик үҙенсәлеген аса[2][4].
Яҡынса 400 фәнни хеҙмәт һәм 35 уйлап табыу авторы[2].
Хеҙмәттәре
- Халиков Г. А. и др. Термоэрозия дисперсных пород. — Москва: Недра, 1982. — С. 216.;
- Халиков Г. А., Толыбеков Б. С., Захаров О. П. Основы геофильтрации при повышенных градиентах давления: на примере нефтяных месторождений Западного Казахстана и Башкирской АССР. — Алма-Ата: Наука Казахской ССР, 1986. — С. 158.;
- Халиков Г. А. Газовые методы интенсификации нефтедобычи. — Москва: Недра, 1997. — С. 192. — ISBN 5-247-03657-2.;
- Халиков Г. А. и др. Проблемы освоения нефтегазовых ресурсов. — Уфа: Гилем, 1999. — С. 240. — ISBN 5-7501-0118-6..
Йәмәғәт эшмәкәрлеге
- 1991 йылда Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының Нефть һәм газ бүлексәһе буйынса мөхбир ағзаһы итеп һайлана[2];
- Рәсәй Тәбиғи Фәндәр академияһының тулы хоҡуҡлы ағзаһы (академигы)[3].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа наградалары
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 ХАЛИКОВ Габдулхак Абзалилович (урыҫ) — Башкирская энциклопедия, 2005. — 4344 с. — ISBN 978-5-88185-053-1
- ↑ 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 И. Л. Хабибуллин. Халиков Габдулхак Абзалилович // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: Башҡорт энциклопедияһы (ғилми-нәшриәт комплексы), 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-306-8.
- ↑ 1 2 3 4 Халиков Габдулхак Абзалилович. Официальный сайт Академии наук Республики Башкортостан (20 август 2015). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 сентябрь 2026.
- ↑ 1 2 3 4 Владимир Романов. Габдулхак Халиков — видный представитель науки и высшей школы (К 85-летию со дня рождения). Информационное агентство «Башинформ» (9 февраль 2016). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 сентябрь 2026.
- ↑ 9 февраля: памятные даты. Газета «Вечерняя Уфа» (9 февраль 2016). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 сентябрь 2026.
Әҙәбиәт
- Ильгамов М. А. Башкирская энциклопедия. — Уфа: Научное издательство «Башкирская энциклопедия», 2011. — Т. 7 (Ф—Я). — С. 663. — ISBN 978-5-88185-075-3.;
- Мелуа А. И. Академия естественных наук: биографии действительных членов, членов-корреспондентов и почетных академиков. — Санкт-Петербург: Гуманистика, 2000. — С. 750. — ISBN 5-86050-136-8..
Һылтанмалар
- И. Л. Хабибуллин. Халиҡов Ғабдулхаҡ Әбйәлил улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: Башҡорт энциклопедияһы (ғилми-нәшриәт комплексы), 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-306-8.
- Профиль Г. А. Халикова на официальном сайте Академии наук Республики Башкортостан
- Габдулхак Халиков — видный представитель науки и высшей школы (К 85-летию со дня рождения)
- Халиков Габдулхак Абзалилович