Батырғәлиев Талантбәк Абдулла улы

Батырғәлиев Талантбәк Абдулла улы (рус. Батыралиев, Талантбек Абдуллаевич; 1960 йылдың 9 феврале, Сузак районы[d], Ош өлкәһе[d] — табип, кардиохирург-ғалим, дәүләт органдары хеҙмәткәре, йәмәғәтсе. 2014—2018 йылдарҙа Ҡырғыҙ Республикаһының һаулыҡ һаҡлау министры. Кардиология хеҙмәтен континент-ара ойоштороусыһы[1]. медицина фәндәре докторы, профессор. Америка кардиологтар коллегияһының ғәмәлдәге мөхбир-ағзаһы, Рәсәй Федерацияһы Тәбиғи фәндәр академияһының мөхбир-ағзаһы. Ҡырғыҙ Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре.

Биографияһы

Талантбәк Абдулла улы Батырғәлиев 1960 йылдың 9 февралендә Ҡырғыҙ ССР-ының Ош өлкәһе[2] Сузак районы Ҡыҙыл-Сенгир ауылында тыуған[1].

1984 йылда Ҡырғыҙстан медицина институтының дауалау факультетын отличие менән тамамлай, 1986 йылда СССР-ҙың Медицина фәндәре академияһының Бөтә Союз кардиология ғилми үҙәгендә (Мәскәү, директоры — СССР-ҙың Медицина фәндәре академияһы академигы Чазов Е. И.) маҡсатлы ординатураны, һуңынан — «кардиология» буйынса маҡсатлы аспирантураны тамамлай.

1989—1993 йылдарҙа Ҡырғыҙ Республикаһының Кардиология ғилми-тикшеренеү институтында эшләй (кесе, өлкән, әйҙәүсе ғилми хеҙмәткәр).

1993 йылда Төрөк Республикаһының Дәүләт Фән комитеты (TUBITAK) саҡырыуы буйынса Чукуров университетында кардиология кафедраһы профессоры була, бер үк ваҡытта ғилми эшен уҡытыу эше менән бергә алып бара. Ҡырғыҙ Республикаһы Президентының медицина буйынса кәңәшсеһе була;

1994—1997 йылдарҙа бер үк ваҡытта Оrtadoğu Hospital-дә (Адана) кардиология бүлеге мөдире вазифаһын да башҡара. 1997 йылдан алып медицина үҙәгенә нигеҙ һалыусы һәм уның етәксеһе. Европала һәм Яҡын Көнсығышта иң ҙур фәнни-ғәмәли һәм методика үҙәге булған Сәнә Конукоглы исемендәге Медицина үҙәген (Газиантеп)[3] ойошторусы һәм уның етәксеһе була. Был үҙәктә 15 меңдән ашыу инвазив ысул ҡулланып дауалау үткәрелә һәм 4 мең йөрәккә асыҡ операция эшләнә.

undefined

2014 йылдың 6 ноябренән — Ҡырғыҙ Республикаһының һаулыҡ һаҡлау министры[4]. Джалал-Абадта Йөрәк хирургияһы ғилми-тикшеренеү институтының филиалын ойоштора. Ҡырғыҙ Республикаһы парламенты депутаттары тарафынан иң тәнҡитләнгән чиновниктарҙың береһе булараҡ билдәле[5].

Вазифаһынан киткәндән һуң, 2019 йылдың февралендә, Батыралиевҡа ҡарата гемодиализ ысулы менән V стадиялы хроник бөйөр ауырыуы менән сирләгән пациенттарға медицина ярҙамы күрһәтеү хеҙмәттәрен һатып алыу буйынса «Дәүләт һатып алыуҙары тураһында»ғы Ҡырғыҙ Республикаһының Законы талаптарын боҙоу факты буйынса енәйәт эше ҡуҙғатыла. Ҡырғыҙстандың Иҫәп палатаһы үткәргән аудит дәүләт мәнфәғәттәренә ҙур күләмдә — 107 миллион сомдан ашыу (яҡынса 90 миллион һум) зыян килтереүен асыҡлай[6].

Ғилми эшмәкәрлеге

1988 йылда «кардиология» һәм «нур диагностикаһы һәм нур терапияһы» (етәкселәре — профессорҙар А. П. Савченко һәм А. С. Сметнев) йүнәлештәре буйынса кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай, 1999 йылдан — медицина фәндәре докторы (консультанты — академик Ю. Н. Беленков, Мәскәү).

«Европа дөйөм медицина», «Интервенцион кардиология», «Халыҡ-ара кардиология», Төркиәнең «Инвазив кардиология» һәм «Кардиология», «Кардиология», «Терапия архивы», «Патогенез һәм кардиоваскуляр терапия һәм уны профилактикалау» журналдарының мөхәрририәт советы ағзаһы[7]. Америка кардиологтары коллегияһы баҫып сығарған «Кардиологияла ҡулланманың» урыҫ вариантының баш мөхәррире.

Америка ангиология колледжы (1994), Йөрәк ангиографияһы (FSCAI, 1994), Америка кардиологтары коллегияһы (2000), Европа кардиологтар йәмғиәте (FESC, 2001), Йөрәк-ҡан тамырҙары транскатетер терапияһы академияһының (Нью-Йорк, 2004), Рәсәй Федерацияһының медик-техник фәндәре академияһының (Мәскәү 2008,) ғәмәлдәге ағзаһы; Халыҡ-ара ангиология колледжы (FICA, 1995), Рәсәй тәбиғәт белеме академияһыныэ (РФ РАЕ, 2011) мөхбир-ағзаһы}.

400-ҙән ашыу ғилми хеҙмәт, шул иҫәптән 8 монография авторы. Ҡырғыҙстандың хеҙмәттәрендәге фекерҙәрҙе цитаталарға иң күп алынған ғалимдарының береһе[8].

Һайланма хеҙмәттәре

  • Volume test in diagnostic of early right heart failure in alcohol cardiomyopathy // J. of Cardiology. — 1988. — Vol. 3. — P. 83-86. (в соавторстве)
  • Effects of Hypoxic Test on Left and Right Ventricular Contractility in Progressive Systemic Sclerosis With Pulmonary Arterial Hypertension // Internat. J. Angiol. — 1998. — Vol. 7, № 1. — P. 25-27. (в соавторстве)
  • Correlation of atrial Natriuretic Factor and Renin- aldosterone System With Chronic Pulmonary Hypertension Among Residents in a high Altitude // Internat. J. Angiol. — 1998. — Vol. 7. — P. 271—274. (в соавторстве)
  • Eiectron-beam and spiral computed tomography of Heart great vessels // Coronary Angiography. — Istambul, 2001. — p.l 10. (в соавторстве)

Хеҙмәт эшмәкәрлеге

  • 1977—1978 — Сузак районының Карл Маркс исемендәге хужалыҡ колхозсыһы;
  • 1989—1990 — Кардиология ғилми-тикшеренеү институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре;
  • 1990—1993 — Кардиология ғилми-тикшеренеү институтының әйҙәүсе ғилми хеҙмәткәре;
  • 1993—1997 — Төркиәнең Адана ҡалаһының Чукур университетында кардиология кафедраһы профессоры;
  • 1994—1997 — Orta-Doguг исемендәге хәстәханала медицина инвестициялары буйынса кәңәшсе, Адана;
  • 1997—2007 — Газиантепта (Төркиә) Sant Konukoglu исемендәге Медицина үҙәге Департаментының социаль инвестициялар бүлеге етәксеһенең кәңәшсеһе;
  • 2007—2014 — Америка кардиологтар коллегияһы сығарған кардиология буйынса ҡулланмаларҙың рус вариантының баш мөхәррире, медфакультет координаторы, Америка кардиологтар коллегиһының профессор-кардиологы;
  • 2014—2018 — Ҡырҙыҙ Республикаһының һаулаҡ һаҡлау министры.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • Еuropean Сardiologist дипломы (2002, European Board for the Speciality of Cardiology)
  • Universal Award of Accomplishment премияһы (2004, USA ABI)
  • Рәсәй Медицина Фәндәре академияһының А. Д. Сперанский исемендәге Алтын миҙалы һәм дипломы (2006, Мәскәү)
  • Ҡырғыҙ Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2008)
  • Н. И. Пирогов исемендәге орден (2008, Мәскәү)
  • «Һөнәре — Ғүмер» (2008) Халыҡ-ара премияһы.

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 ИА АКИpress
  2. Ныне — в составе Джалал-Абадской области
  3. Осоров З. Непрерывному обновлению альтернативы нет // МСН online : общественно-политическая газета. — 2009.
  4. Министром здравоохранения КР назначен Талантбек Батыралиев. КНИА «Кабар» (6 ноябрь 2014). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 октябрь 2025. Архивировано 18 ноябрь 2016 года. 2016 йылдың 18 ноябрь көнөндә архивланған.
  5. Батыралиев обратится в правоохранительные органы из-за депутатов?. 6 октябрь 2025 тикшерелгән.
  6. Талантбека Батыралиева подозревают в злоупотреблении должностным положением. 6 октябрь 2025 тикшерелгән.
  7. Редакционная коллегия. Кардиология. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 октябрь 2025. Архивировано 18 ноябрь 2016 года. 2016 йылдың 18 ноябрь көнөндә архивланған.
  8. Talantbek Batyraliev — Google Scholar Citations

Һылтанмалар