Вилданов Ғәбделәхәт Фазлый улы

Ғәбделәхәт Фазлый улы Вилданов (рус. Габдельахат Фазлыевич Вильданов; 1879 йылдың 6 феврале, Таймый ауылы, Өфө губернаһы1954 йылдың 9 феврале, Өфө) — башҡорт этнографы, тел белгесе, фольклорсы, әҙәбиәт белгесе, XX быуаттың беренсе өстән бер өлөшөндәге Башҡортостан фәне һәм мәҙәниәте эшмәкәрҙәренең береһе[1].

Биографияһы

1879 йылдың 6 февралендә Өфө губернаһы Златоуст өйәҙендәге Таймый ауылында (хәҙерге Башҡортостандың Салауат районы) тыуған[1].

1899 йылдан алып Турғай өлкәһе мәктәптәрендә, Ғәлекәй мәҙрәсәһендә (Ырымбур ҡалаһы янындағы Сәйет биҫтәһе), 1906 йылдан алып Мерәсем башҡорт училищеһында (Өфө губернаһы Бөрө өйәҙе) уҡыта.

1914 йылдан алып Өфө губернаһы Златоуст өйәҙе Үрге Ҡыйғы башҡа милләттәр өсөн китапхана мөдире.

1919—21 йылдарҙа Башҡортостан үҙәк төбәк музейының бүлек мөдире, 1927— 31 йылдарҙа мөдире.

1921—23 йылдарҙа Америка ярҙам администрацияһы Дыуан-Ҡошсо кантоны һәм Көҙәй кантоны буйынсаса баш инспекторы, бер үк ваҡытта 1922 йылдан алып алып Академүҙәктең методика бүлеге мөдире.

1924 йылда — «Белем» журналы мөхәррире, бер үк ваҡытта 1924—25 йылдарҙа Өфө 2-се баҫҡыс мәктәбе уҡытыусыһы, 1925 йылда — Башҡортостанн ХКС‑ы эргәһендәге башҡорт телен ғәмәлгә индереү комиссияһы инструкторы.

1936 йылда Йоматау умартасылыҡ техникумында эшләй. Фәнни эшмәкәрлеге башҡорттарҙың фольклорын һәм этнографияһын, шул иҫәптән туй йолаларын, өйрәнеүгә; башҡорт тел ғилеменең теоретик һәм ғәмәли мәсьәләләрен тикшереүгә бәйле.

Ҡыҫымдар һәм аҡлау

1936 йылдың 23 октябрендә РСФСР Енәйәт кодексының 58-се статьяһының 10 һәм 11-се пункттары буйынса контрреволюцион милләтсел ойошмала ҡатнашыуҙа һәм совет ҡоролошона ҡаршы агитация үткәреүҙә ғәйепләнеп ҡулға алына. 1937 йылдың 10 февралендә СССР ЭЭХК-ы ҡарамағындағы Айырым Кәңәшмә Ғ. Ф. Вилдановты 3 йылға төҙәтеү-хеҙмәт лагерына ябыуға хөкөм итә. Ухта-Печора ИТЛ-да яза үтәп, 1939 йылдың 23 октябрендә азат ителә. 1946 йылдың 5 ғинуарында хөкөмлөлөгө алына. 1989 йылдың 22 ноябрендә СССР Юғары Советының 1989 йылдың 16 ғинуарындағы Указы нигеҙендә Башҡортостан Республикаһы Прокуратураһы тарафынан аҡлана[2].

1954 йылдың 9 февралендә Өфөлә вафат була.

Ғилми эшмәкәрлеге

Ғ. Ф. Вилдановтың ғилми эшмәкәрлеге башҡорттарҙың фольклорын һәм этнографияһын, шул иҫәптән туй йолаларын өйрәнеү, шулай уҡ башҡорт тел ғилеменең теоретик һәм ғәмәли мәсьәләләрен эшләү менән бәйле. «Башҡорт йомаҡтары» (1927) йыйынтығының төҙөүсеһе, «Боронғолар һүҙҙәре. Башҡорт телендә мәҡәлдәр һәм тапҡыр һүҙҙәр» (1924) китабының авторҙарының береһе. «Башҡорт теле методикаһы» (1924), «Башҡорт теленең грамматикаһы» (1925) хеҙмәттәренең авторҙашы[1].

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 3 Әхмәрова Ф. Д., Ергин Ю. В. Вилданов Ғәбделәхәт Фазлый улы. Башҡорт энциклопедияһы. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 июль 2026.
  2. Ергин Ю. В. Хочу передать своему народу мой опыт и знания… Бельские просторы (2004). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 июль 2026.

Әҙәбиәт

  • Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009.
  • Ергин Ю. В. Хочу передать своему народу мой опыт и знания… // Бельские просторы. — 2004. — № 2.

Һылтанмалар