Красная звезда (гәзит)

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
«Красная звезда»
Изображение логотипа
СССР-ҙың почта маркаһы (1974)
СССР-ҙың почта маркаһы (1974)
Оригиналь
атамаһы
рус. Красная звезда
Тип периодик баҫма[d]
Форматы D2
Хужаһы Рәсәй Федерацияһы Оборона министрлығы[d] и СССР Оборона министрлығы[d]
Нәшер итеүсе Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы Көстәре и СССР Ҡораллы Көстәре
Ил
Баш мөхәррир полковник Ефимов
Николай Николаевич
Нигеҙләү датаһы 1 ғинуар 1924 йыл
Фирҡәгә ҡарауы
Теле рус теле
Төп офисы 123007, Мәскәү ҡалаһы,
Хорошёв шоссеһы, 38-се йорт, Д-7,
ISSN 0023-4559
Наградалары Ленин ордены Октябрь Революцияһы ордены Ҡыҙыл Байраҡ ордены Ҡыҙыл Йондоҙ ордены
Веб-сайты redstar.ru
Логотип РУВИКИ.Медиа РУВИКИ.Медиа файлдары

«Красная звезда» — СССР-ҙың үҙәк (Бөтә Союз), артабан Бөтә Рәсәй гәзите.

2018 йылдың 10 ғинуарынан Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы Көстәре органы. Был датаға тиклем бер нисә тиҫтә йыл Рәсәй Федерацияһы Оборона министрлығының (Рәсәй Оборона министрлығы) һәм унан алда — СССР Оборона министрлығының үҙәк баҫма органы була.

«Красная звезда» гәзите РКП(б) Үҙәк Комитеты Политбюроһының 1923 йылдың 29 ноябрендәге ҡарары менән Хәрби эштәр буйынса СССР Оборона Халыҡ Комиссариатының (һуңынан СССР Оборона министрлығы) үҙәк баҫма органы булараҡ ойошторола. Беренсе һаны 1924 йылдың 1 ғинуарында сыға[1].

Бөйөк Ватан һуғышы осоронда «Красная звезда» төп милли гәзиттәрҙең береһенә әйләнә. Редакцияла М. А. Шолохов, А. Н. Толстой, В. В. Вишневский, К. М. Симонов, А. П. Платонов, В. С. Гроссман кеүек яҙыусылар һәм публицистар эшләй.

19551985 йылдарҙа гәзиттең баш мөхәррире — генерал-лейтенант Н. И. Макеев, 1985—1992 йылдарҙа — генерал-лейтенант И. М. Панов.

1992 йылдың яҙында Рәсәй Федерацияһы Оборона министрлығы ойошторолғандан һуң, «Красная звезда» уның үҙәк баҫма органы була. 1992 йылдың 30 июнендә гәзит Рәсәй Матбуғат министрлығында ойоштороусыһы хәрби ведомство булған дөйөм Рәсәй матбуғат баҫмаһы итеп теркәлә. 1992—1998 йылдарҙа баш мөхәррире —1-се ранг капитаны Чупахин Владимир Леонидович.

«Красная звезда» аҙнаһына өс тапҡыр — дүшәмбе, шаршамбы һәм йома көндәрендә D2 форматындағы 12 полосала сыға.

Гәзит Мәскәүҙәге «Красная звезда» полиграфия базаһында һәм Рәсәйҙең тағы ла өс ҡалаһы — Санкт-Петербург, Симферополь һәм Хабаровскиҙа баҫыла.

Тиражы: 27 600 дана.

1998 йылдың авгусынан «Красная звезда» гәзитенең баш мөхәррире — полковник Ефимов Николай Николаевич.

2018 йылдың 1 ғинуарынан Рәсәй Оборона министрлығында яңы хәрби матбуғат берекмәһе булдырыла: «„Красная звезда“ редакция-нәшриәт үҙәге» федераль дәүләт бюджет учреждениеһы. Уға «Красная звезда» гәзите һәм Рәсәй Оборона министрлығы журналдары инә. Был яңы ойошторолған федераль дәүләт бюджет учреждениеһын Рәсәй Оборона министрлығының элекке РИЦ начальнигы отставкалағы полковник Марков Александр Николаевич етәкләй. Полковник Ефимов Николай Николаевич «Красная звезда» гәзитенең баш мөхәррире вазифаһында ҡала.

Гәзиттең девизы — «Беҙ һине һаҡлайбыҙ, Рәсәй!»

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1933)
Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1945)
Ленин ордены (1965)
Октябрь Революцияһы ордены (1974)

  1. «Красная звезда». О газете. Дата обращения: 24 май 2020. Архивировано 31 май 2020 года.

Сайт газеты «Красная звезда»
«Красная звезда»: От Бреста до Берлина. — Все выпуски газеты периода Великой Отечественной войны.
РНБ-ның «Гәзиттәр селтәрҙә һәм унан ситтә» «Красной звезды» белешмәһендә электрон күсермәләр
Анонсы публикаций газеты на официальном сайте Минобороны России