Хамматов Шәһит Заһит улы

Шәһит Заһит улы Хамматов, Шәһит Хамматов рус. Шагит Загитович Хамматов, шагит Хамматов1987 йылдың 1 ғинуары, Буранғол, Әбйәлил районы, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй — Башҡортостан Республикаһы Мостай Кәрим исемендәге милли йәштәр театры актёры, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2022).

Биографияһы

1987 йылдың 1 ғинуарында Башҡортостандың Әбйәлил районы Буранғол ауылында тыуған. Мәктәпте тамамлағандан һуң, Өфө сәнғәт училищеһына кларнет һәм дирижерлыҡ класы буйынса уҡырға инә. Училищены тамамлағас, Өфө дәүләт сәнғәт академияһының Театр факультетына актер оҫталығы бүлегенә уҡырға инә. Был Йәштәр театры өсөн маҡсатлы курс була.

Студент сағында уҡ «Йәшлек-шоу», «Ҡышҡы йәйғор», «Рок-фестивале», «I Халыҡ-ара Бишбармаҡ Хип-хоп фестивале» кеүек төрлө сараларҙа ҡатнаша.

Сәнғәт академиянын тамамлағандан һуң, 2009 йылда Шәһит Хамматов Башҡортостан Республикаһының Милли йәштәр театрының башҡорт труппаһына эшкә килә. Театрҙа эшләүенең тәүге йылында уҡ М. Кәримдең «Ташлама утты, Прометей!» спектаклендә Гермес ролен башҡарғаны өсөн Республика йылына арналған башҡорт драматургияһының Республика театр фестивале дипломы менән бүләкләнә (режиссёры Ә. Сәфиуллин). 2011 йылда «Иң яҡшы дуэт» номинацияһында (Гүзәл Әйүпова менән) театр тормошон яҡтыртыусы журналистар берләшмәһенең дипломына лайыҡ була. Шекспирҙың «Ун икенсе төн» (режиссёеры Р. Хәкимов).

Актёр тыуған театрының театр тормошонда әүҙем ҡатнаша. Уны йыш ҡына төрлө саралар алып барыусыһы роленә саҡыралар. Театрҙа төп эшенән тыш, ваҡыт-ваҡыт телевидение алып барыусыһы булып эшләй, кинола төшә

Ғаиләһе

Ҡатыны Айһылыу менән өс ҡыҙ тәрбиәләй[1].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа наградалары

  • башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2022).

Һылтанмалар

  • Хамматов Шагит Загитович. Национальный молодежный театр Республики Башкортостан имени Мустая Карима. Официальный сайт. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 июнь 2024.
  • Шагит Хамматов. kino-teatr.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 июнь 2024.
  1. Артист Шәһит Хамматов ниңә илай? bashgazet.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 август 2026.