Хәлисов Нәсих Хөббөтдин улы
Нәсих Хөббөтдин улы Хәлисов (рус. Насих Хуббутдинович Халисов; 1957 йылдың 12 апреле, Ишбулды) — уҡытыусы, рәссам, журналист һәм фоторәссам. 1998 йылдан «Башҡортостан» гәзите редакцияһының рәссамы, фотохәбәрсеһе һәм биҙәлеш мөхәррире. 1989 йылдан СССР Журналистар союзы ағзаһы. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2015), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2006).
Биографияһы
Хәлисов Нәсих Хөббөтдин улы 1957 йылдың 12 апрелендә Башҡорт АССР-ының (хәҙер Башҡортостан Республикаһы) Әбйәлил районы Ишбулды ауылында тыуған[1].
Урындағы мәктәптә башланғыс синыфтарҙа, артабан Хәлил урта мәктәбендә, 1971 йылдан Өфөләге республика урта сәнғәт интернат-мәктәбендә уҡый.
1981 йылда Башҡорт дәүләт педагогия институтының (хәҙер М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты) сәнғәт һәм графика факультетын «һыҙым, рәсем һәм хеҙмәт уҡытыусыһы» һөнәре буйынса тамамлай һәм хеҙмәт эшмәкәрлеген үҙе уҡыған интернат-мәктәптә махсус фәндәр буйынса уҡытыусы булып башлай[1].
1981—1983 йылдарҙа Совет Армияһы сафында хәрби хеҙмәттә була. Запасҡа ҡайтарылғас, Өфө ҡалаһының 18-се йорттар идаралығында ойштороусы-педагог булып эшләй.
1987 йылда «Башҡортостан ҡыҙы» журналы редакцияһына баҫманың биҙәлеш мөхәррире итеп саҡырыла һәм был вазифаны 1998 йылға тиклем башҡара. Артабан «Башҡортостан» гәзите редакцияһында рәссам, 1998 йылдан — гәзиттең фотохәбәрсеһе һәм биҙәлеш мөхәррире[1].
Ижади эшмәкәрлеге һәм ҡаҙаныштары
Хеҙмәтендәге уңыштары һәм ижади ҡаҙаныштары өсөн Нәсих Хәлисов 2001 йылда Башҡортостан Республикаһы Матбуғат һәм киң мәғлүмәт министрлығының Почёт грамотаһы менән бүләкләнә, 2006 йылда ул «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре»[2], 2015 йылда — «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» тигән исемдәргә лайыҡ була[3]. Бынан тыш ул күп ижади конкурстар еңеүсеһе.
Күргәҙмәләре
Нәсих Хәлисов баш ҡалала дүрт шәхси фотокүргәҙмәһен ойошторған, шул иҫәптән:
- 2015 — Өфөнөң Дим биҫтәһендә урынлашҡан 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы музейының күргәҙмә залында «Ҡабатланмаҫ мәл» тигән фотокүргәҙмәһе ҡуйыла[4].
Ижади еңеүҙәре
- Нәсих Хәлисовтың республика конкурстарында еңеү яулаған ҡайһы бер эмблемалары:
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2015)[3]
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2006)[2]
- Башҡортостан Республикаһы Матбуғат һәм киң мәғлүмәт министрлығының маҡтау грамотаһы (2001)
- Рәсәй Федерацияһы Коммунистар партияһының «Бөйөк Октябрь социалистик революцияһының 100 йыллығы» почётлы миҙалы (2017)
- Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының «Ал да нур сәс халҡыңа» миҙалы (2022).
Уның тураһында
- Усманов Я. Рәссамға ҡармаҡ нимәгә? «Башҡортостан» гәзите , 2015 йыл, 23 октябрь.
- Әһлиуллина А. «Яратҡан эштең ауыры булмай». «Башҡортостан» гәзите, 2015 йыл, 24 апрель.
- «Башҡортостандар». «Хеҙмәттәшебеҙ йәнә һөйөндөрҙө». «Башҡортостан» гәзите, 2015 йыл, 1 апрель.
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 Абзелиловская энциклопедия / гл. ред. Р. С. Сынгизов. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2015. — С. 533,534. — 624 с. — ISBN 978-5-88185-255-9.
- ↑ 1 2 Президент Республики Башкортостан. Указ от 30 сентября 2006 года N УП-432 «О присвоении почетного звания «Заслуженный работник печати и массовой информации Республики Башкортостан» работникам печати и массовой информации Республики Башкортостан». Электронный фонд правовых и нормативно- технических документов (30 сентябрь 2006). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 февраль 2026. (рус.)
- ↑ 1 2 Указ Президента Российской Федерации «О награждении государственными наградами Российской Федерации». Сайт «Действующее законодательство Российской Федерации» (23 март 2015). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 февраль 2026. (рус.)
- ↑ Лейла Аралбаева. В Уфе открывается фотовыставка Насиха Халисова «Неповторимый миг». ИА «Башинформ» (5 октябрь 2015). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 февраль 2026. (рус.)
Һылтанмалар
- Абзелиловская энциклопедия / гл. ред. Р. С. Сынгизов. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2015. — 624 с. — ISBN 978-5-88185-255-9. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 11 февраль 2026)
- МБОУ СОШ с. Халилово. Сайт учителя информатики Зиянбeрдинa И. Х. У нашего земляка, Халисова Насиха Хуббутдиновича 55-летний юбилей! (рус.) (Тикшерелеү көнө: 11 февраль 2026)
- Рампа. Культура Башкортостана. Ковчег талантов (рус.) (Тикшерелеү көнө: 11 февраль 2026)