Дәүләткирәев Айтуған Әхмәт улы

Айтуған Әхмәт улы Дәүләткирәев (рус. Айтуган Ахметович Давлеткиреев1971 йылдың 14 ноябре, Амангилде ауылы, Әбйәлил районы, Башҡорт АССР-ы, СССР) — Рәсәй бейеүсеһе, ҡуйыусы балетмейстер. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2014)[1].

Биографияһы

1972 йылдың 14 ноябрендә Башҡорт АССР-ының Әбйәлил районы Амангилде ауылында тыуған.

1991 йылда Өфө хореография училищеһын тамамлағандан һуң, хеҙмәт юлын Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамблендә балет артисы булып башлай (1991—1992). 1993 йылдан — Сибай филармонияһында балет артисы булып эшләй, шул уҡ ваҡытта 1995—2003 йылдарҙа балет буйынса репетитор, 2003—2008 йылдарҙа «Сибай» халыҡ бейеүҙәре ансамбле етәксеһе. 2000 йылда Мәскәү мәҙәниәт һәм сәнғәт университетын тамамлай. Рәсәй, Греция, Төркиә, Франция һәм башҡа илдәр төбәктәрендә гастролдәрҙә була[1]. 2023 йылда «Злой город (рус.)баш.» тип аталған Рәсәй тарихи нәфис фильмында (прокатҡа 2025 йылдың 30 ғинуарында сыға) төшә[2].

2026 йылдың июленә ҡарата Сибай концерт-театр берекмәһенең ҡуйыусы балетмейстеры[3].

Репертуары

Репертуарында «Еҙ үксә», «Замана Байығы», «Һунар сыҡтым, ҡуян һуҡтым» (яңғыҙ), «Бүләк», «Дуҫлыҡ», «Һыу буйында осрашыу» һәм башҡа дуэт бейеүҙәре бар. «Матростар бейеүе», «Молдавандар бейеүе», «Татар йәштәре бейеүе» һәм башҡа бейеүҙәрҙе ҡуйыусы[1].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Иҫкәрмәләр

Сығанаҡтар

  • Сибай: энциклопедия. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2015. — ISBN 978-5-88185-246-7.