В. Н. Витевский тарафынан 100-ҙән ашыу мәҡәлә, очерктар һәм китаптар баҫтырылған. Фәнни хеҙмәттәренең бер өлөшө Башҡортостан тарихын өйрәнеүгә арналған.
«И. И. Неплюев һәм 1758 йылға тиклемге үҙенең элекке составындағы Ырымбур крайы» («И. И. Неплюев и Оренбургский край в прежнем его составе до 1758 года») тигән 5 томлы хеҙмәте бигерәк тә ҙур танылыу ала. Бында крайҙы урыҫтар тарафынан колониялаштырыу процессы киң күрһәтелгән; Ырымбур экспедицияһы тарихы, Ырымбур оборона линияһын төҙөү, 1735—1740 йылдарҙағы һәм 1755—1756 йылдарҙағыбашҡорт ихтилалдары тарихы һүрәтләнгән; крайҙың иҡтисади әүҙемлеге һәм уның этник-ҡатлам составы, сәнәғәт һәм сауҙа үҫеше тураһында мәғлүмәт бирелгән. Монографияла шулай уҡ И. И. Неплюев, И. К. Кирилов, В. Н. Татищев, В. А. Урусов, П. И. Рычков, А. И. Тәвкилев, Таймаҫ Шәһимов, Ҡараһаҡал һәм башҡаларҙың эшмәкәрлеге хаҡында мәғлүмәттәр бирелгән.
В. Н. Витевский буйынса Силәбе ҡалаһы 1736 йылда «Силәбе башҡорт ауылы урынында» төҙөлгән, уның буйынса «Силәбе — башҡорт һүҙе, урыҫ теленә тәржемә иткәндә „күнәк“ йәғни „бурак“ тип аңлатыла», ә «Силәбенең урынлашыу урыны ысынлап та күнәк рәүешендәге уйпатты хәтерләтә»[1].
Боже В. С. В. Н. Витевский (1845—1906) как историк Исетской провинции // Тез. докл. регион. науч. конф. «Выдающиеся представители общественно-политической и духовной жизни Урала». — Ч., 1997.
Зобов Ю. С. Историки Южного Урала. Вторая половина XIX — начало XX в. Учебное пособие. — Оренбург, 1991.