Михельсон Иван Иванович
нем. Johann von Michelsohnen | |
Гражданлығы | |
---|---|
Хеҙмәт итеүе | Рәсәй империяһы |
Хәрби звание | кавалерия генералы[d] |
Ғәскәр төрө | кавалерия[d] |
Командалыҡ иткән | Военного Ордена 13-й драгунский полк[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Һөнәр төрө | губернатор |
Тыуған урыны | |
Вафат булған урыны | |
Вафат булған көнө | 17 август 1807 |
Заты | ир-ат |
Тыуған көнө | 3 май 1740 или 1735[1] |
Һуғыш/алыш | |
Медиафайлы на РУВИКИ.Медиа |
Михельсон Иван Иванович (3 май 1740 йыл — 17 август 1807 йыл) — Рәсәй империяһының хәрби эшмәкәре, кавалерия генералы.
Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Иван Иванович Михельсон сығышы менән Эстляндия немецтарынан, лютеран диненән.
Хеҙмәт башы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
1754 йылда Лейб-гвардия Измайлов полкына хеҙмәткә инә. 1755 йылдың 3 февралендә офицер дәрәжәһенә күтәрелә һәм полковник Бибиков командалыҡ иткән 3-сө мушкетер полкына тәғәйенләнә, киләсәктә Бибиков Бар конфедераттарына һәм Пугачевҡа ҡаршы һуғыштарҙа Михельсондың командиры була. Әлеге полк составында Ете йыллыҡ һуғышта ҡатнаша, күп тапҡыр яралана, үлемдән ҡотолоуҙа ла шәхси рәүештә Бибиковҡа бурыслы. 1760 йылда капитан чинында яраларын дауалау өсөн отставкаға ебәрелә. Һауыҡҡандан һуң Ҡаҙан пехота полкының 3-сө батальоны менән командалыҡ итә, ә 1761 йылда Новгород пехота полкына тәғәйенләнә. 1763 йылда Әстерхан гренадер полкына күсерелә[2] 1769 йылда. — Әстерхан карабинер полкына[3]
1768—1774 йылғы Урыҫ-төрөк һуғышы һәм 1770—1772 йылдарҙа Бар конфедераттары менән көрәш[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
1770 йылғы төрөк компанияһы башында секунд-майор Михельсон Әстерхан карабинер полкы составында эскадрон командиры була. Ларга янындағы алышта үҙенең эскадроны менән беренсе булып дошман лагерына бәреп инә, 8 пушканы баҫып ала, өҫтәүенә, ҡулына үтәнән-үтә яралана. Шулай уҡ Кагуль эргәһендәге алышта ҡатнаша.
Ларга өсөн премьер-майор дәрәжәһенә лайыҡ була һәм Кесе Польшала Бар конфедераттарына ҡаршы көрәшкән Каргополь карабинер полкына тәғәйенләнә[4]. Казимир Пулавскийҙың отрядын Радом эргәһендә тар-мар иткән саҡта шәхси батырлыҡ күрһәтә, бынан тыш А. В. Суворов командалығында Краков замогын ҡамауҙа ҡатнашҡанында ойоштороу оҫталығы менән айырылып тора. Генералиссимус үҙенең автобиографияһында былай тип яҙа:
Майор Михельсон более всех, по его искусству, отряжаем был противу мятежников в поле, и от успехов его получил себе великую славу. |
1772 йылдың 24 апрелендә хәрби ҡаһарманлығы өсөн Михельсон подполковник чины менән бүләкләнә, һуңғараҡ Бөйөк Польшала Бибиков корпусы составына ингән Санкт-Петербург карабинер полкына күсерелә[5].
Пугачев ихтилалы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
1773 йылдың декабрь айында подполковник чинындағы Михельсон полкы менән шул уҡ генерал-поручик Бибиков етәкселегендәге Пугачевҡа ҡаршы ғәскәрҙәргә тәғәйенләнә. Пугачёв Емельян Иванович 1774 йылдың 2 мартында полк Ҡаҙаға килеп етә, ә 18 мартта Михельсонға айырым отряд тапшырыла. Михельсондың килгәненән һуң Пугачев етәкселегендәге Крәҫтиән һуғышы барған территорияла уның полководец таланты һәм батырлығы, бигерәк тә баш күтәреүселәрҙе арымай-талмай эҙәрлекләүе һөҙөмтәһендә күҙгә күренерлек ыңғай үҙгәрештәр һиҙелә башлай. Ҡаҙан Кремле алдында торған Пугачев ғәскәренә ҡыйратҡыс һөжүм эшләп, артабан уның артынан Волганың уң яҡ ярына сығып, Пугачевтың көрәштәштәрен эҙәрлекләүен дауам итә һәм Ҡара Ярҙан — 25 саҡрым, Царицындан 100 саҡрым алыҫлыҡта Соленикова Ватагала 1774 йылдың 5 сентябрендә Пугачевты тулыһынса еңеүгә өлгәшә. Ошо ваҡыттан алып уның исеме билдәлелек яулай.
Пугачев ихтилалы тар-мар итеүҙәге ҡаҙаныштары өсөн Екатерина II Михельсонға Витебск губернаһында имение, бриллианттар меннән биҙәкләнгән алтын шпага бүләк итә, һуңғараҡ Санкт-Петербург карабинер полкының полковник чинын ала. 16. Михельсон 1774 йылдың 16 сентябрҙәге рескрипта батшабикә Михельсонға түбәндәгеләрҙе яҙа:
Артабанғы хеҙмәте[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
1775 йылдың 12 февралендә III класс Изге георгий орденына лайыҡ була.
1775 йылда Изге Великомученик һәм Георгий Победоносец Хәрби ордены кирасир полкының вице-полковнигы итеп тәғәйенләнә.[6] 1778 йылда генерал-майор дәрәжәһенә күтәрелә һәм Изге Александр Невский ордены менән бүләкләнә, 1781 йылдан — премьер-майор[7] һәм лейб-гвардия Атлы полкының командиры, 1786 йылдан — генерал-поручик.
1788—1789 йылғы швед һуғышы ваҡытында Михельсон генерал Мусин-Пушкин армияһында корпус командиры. 1797 йылда — кавалерия генералы. 1803 йылда Белоруссия хәрби губернаторы итеп тәғәйенләнә, Витебск һәм Могилев губерналарында граждандар идараһы управляющийы. 1806 йылда — төрөктәргә ҡаршы тәғәйенләнгән Молдавия армияһының етәксеһе. Тырыш хеҙмәте өсөн Андрей Первозванный ордены менән бүләкләнә. Молдавия армияһы Дунай кенәзлектәрен яулап алғандан һуң Бухареста вафат була.
Масонлыҡ тарихы буйынса белгестәр тикшеренеүҙәре буйынса — масондар ойошмаһында торған[8]
Михельсондың васыяты буйынса, генералдың бальзамланған кәүҙәһе Пугачевты ҡыйратҡандан һуң уға Екатерина II бүләк иткән Витебск губернаһының Невель ҡалаһы янындағы (хәҙерге Рәсәйҙең Псков өлкәһе) Иваново ауылында[9] үҙе төҙөгән Иоанн Предтеча сиркәүендә ерләнә. Октябрь революцияһынан һуң ҡәберлеге ҡыйратыла.
Мәҙәниәттә[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Пушкиндың «Капитан ҡыҙы» повесында телгә алына
- Совет «Капитан ҡыҙы» фильмында персонаж.[10]
- «Емельян Пугачев» фильмында персонаж (Михельсон ролендә Вилнис Бекерис)
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ https://bbld.de/GND117476922X
- ↑ http://bibliotekar.ru/reprint-127/2.htm
- ↑ http://www.edinainedelima.ru/rossijskaya-imperiya/polki/astraxanskij-karabinernyj-polk-f-1763-g-rossijskaya-imperiya/
- ↑ http://dlib.rsl.ru/viewer/01003340135#?page=33 7 июля 1770 года
- ↑ назначенного на место Веймарна 20 июня 1771 года, к обязанностям приступил во второй половине октября
- ↑ http://elib.shpl.ru/ru/nodes/12919-na-1776-god#page/75/mode/inspect/zoom/4 Списки воинскому департаменту на 1776 год. — Сс. 71, 276
- ↑ почётное звание
- ↑ Серков А. И. Русское масонство. 1731—2000 (Энциклопедический словарь). — М.: РОССПЭН, 2001.
- ↑ Село Иваново 2005 йылдың 16 декабрь көнөндә архивланған.
- ↑ Например: Михельсон ещё не был награждён орденом святого Георгия III-го класса, хотя все подвиги, упоминаемые в постановлении Георгиевской думы на тот момент уже совершил. В известной по фильму песне Михельсон произведён в генералы на 4 года раньше исторической даты: в 1774 году он — только подполковник.
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Военно-походный журнал командира карательного корпуса подполковника Михельсона И. И. о боевых действиях против повстанцев в марте — августе 1774 г. 2018 йылдың 1 март көнөндә архивланған. // Крестьянская война 1773—1775 гг. в России. Документы из собрания Государственного исторического музея. — М.: Наука, 1973. — С. 194—223.
- Михельсон, Иван Иванович // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- Ореус И. И. Иван Иванович Михельсон, победитель Пугачева. 1740—1807 2013 йылдың 24 июнь көнөндә архивланған. // Русская старина, 1876. — Т. 15, № 1. — С. 192—209.
- Изге апостол Андрей Первозванный ордены кавалерҙары
- Изге Александр Невский ордены кавалерҙары
- Рәсәй империяһында тыуғандар
- Бухареста вафат булғандар
- 17 августа вафат булғандар
- 1807 йылда вафат булғандар
- 3 майҙа тыуғандар
- 1740 йылда тыуғандар
- 1735 йылда тыуғандар
- Пугачёв ихтилалын баҫтырыуҙа ҡатнашыусылар
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Ете йыллыҡ һуғышында ҡатнашыусылар
- Бар конфедераттарына ҡаршы һуғышта ҡатнашыусылар