Ишморатов Хәләф Ғәбделхәй улы
Ғилми дәрәжә | ауыл хужалығы фәндәре кандидаты[d] |
---|---|
Гражданлығы | |
Заты | ир-ат |
Уҡыу йорто | |
Ғилми исеме | профессор |
Эш урыны | |
Һөнәр төрө | зоотехник, университет уҡытыусыһы |
Тыуған урыны | |
Тыуған көнө | 19 август 1957 (67 йәш) |
Ишморатов Хәләф Ғәбделхәй улы (19 август 1957 йыл) — зоотехник. Ауыл хужалығы фәндәре кандидаты, Башҡорт дәүләт аграр университетының малдарҙы туҡландырыу һәм физиология кафедраһы профессоры.
Биографияһы
Ишморатов Хәләф Ғәбделхәй улы 1957 йылдың 19 авгусында Башҡорт АССР-ының Стәрлетамаҡ районы Бүреҡаҙған ауылында тыуған[1]. Ауылда урта мәктәпте тамамлағандан һуң Совет Армияһы сафында хеҙмәт итә. 1978 йылдан зооинженерлыҡ факультетының әҙерлек бүлеге тыңлаусыһы, ә 1979 йылдан 1984 йылға тиклем — Башҡорт ауыл хужалығы институты студенты[2]. 1984 йылда институтты тамамлағандан һуң Ауырғазы районының Салауат исемендәге колхозында баш зоотехник булып эшләй башлай. 1987 йылдан алып бригадир, 1988 йылдан — баш зоотехник, 1996 йылдан — В. Р. Вильямс исемендәге Бөтә Рәсәй мал аҙығы Ғилми-тикшеренеү институты филиалы Киров болон‑һаҙ тәжрибә станцияһында (Лобня ҡалаһы) өлкән ғилми хеҙмәткәр була. 1994-99 йылдарҙа шулай уҡ үҙәк аналитик лаборатория, һөт малсылығы лабораторияһы мөдире. Умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса Башҡортостан фәнни-тикшеренеү үҙәгенең фәнни эш буйынса директор урынбаҫары вазифаһында эшләй[2]. 1997—98 йылдарҙа «Башкирэнерго» ААЙ‑ның «Мир» агрохужалығында (Благовещен районы) директор урынбаҫары, 1998 йылдың июненән БНИИСХ‑ла өлкән ғилми хеҙмәткәр, 1998 йылдың октябренән алып Башҡорт дәүләт аграр университетында уҡыта[1]. Башта өлкән уҡытыусы, һуңынан ауыл хужалығы малдарын туҡландырыу кафедраһы доценты. 2003—2006 йылдарҙа мал аҙығын етештереү технологияһы һәм ашатыу кафедраһы янында көндөҙгө уҡыу докторы, ә 2006 йылдың сентябренән- ауыл хужалығы малдарын ашатыу кафедраһы доценты, профессор була[2].
Ишморатов Хәләф Ғәбделхәй улының фәнни тикшеренеүҙәре ауыл хужалығы малдарының продуктлылығын күтәреү өсөн юғары протеинлы мал аҙыҡтарын һәм балансланған биологик актив матдәләрҙе әҙерләүҙең энергия һаҡлаусы технологияларын эшләүгә арналған. 110-дан артыҡ фәнни һәм уҡытыу-методик эш баҫтырып сығарҙы, өс фәнни-практик рекомендация эшләне. Фәнни эшенең йүнәлеше — Башҡортостан Республикаһының Ауыл хужалығы зоналары бйынса һыйырҙарҙың минераль туҡланыуын камиллаштырыу.
Хеҙмәттәре
- Смешанные и одновидовые посевы кормовых культур в решении проблемы белка на этапах биогеоценоза: корм—животное—продукция. Уфа, 2006 (авторҙ.);
- Наука и технологии силосования с внесением жидких биохимконсервантов. Эффективность использования полученных кормов в рационах жвачных животных. Уфа, 2007 (авторҙашта).[1].
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
- «Агрокомплекс-2008» халыҡ-ара махсуслаштырылған күргәҙмәнең алтын миҙалы[2].
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 Ишморатов Хәләф Ғәбделхәй улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ 1 2 3 4 "Биолого-технологическому факультету БГАУ — 80 лет Уфа — 2010 УДК 37 ББК 74 Б 63 Авторский коллектив 2021 йылдың 2 октябрь көнөндә архивланған.
Һылтанмалар
- Ишморатов Хәләф Ғәбделхәй улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- "Биолого-технологическому факультету БГАУ — 80 лет Уфа — 2010 УДК 37 ББК 74 Б 63 Авторский коллектив 2021 йылдың 2 октябрь көнөндә архивланған.