Абдулғужин Рәүил Сәлим улы
Тыуған көнө | 19 август 1942 (82 йәш) |
---|---|
Гражданлығы | |
Һөнәр төрө | геолог |
Тыуған урыны | |
Заты | ир-ат |
Абдулғужин Рәүил Сәлим улы (1942) — геолог, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған геологы (2004).
Биографияһы
Рәүил Сәлим улы Абдулғужин 1942 йылда Башҡортостан Республикаһының Ейәнсура районы Хоҙайбәндә ауылында тыуған.
Тормош һәм хеҙмәт юлы
1967 йылдан Бүребай, 1981 йылдан «Башкиргеология» берекмәһенең Көньяҡ-көнсығыш геология-разведка экспедицияһы геологы.
1986 йылдан — Сибай ҡалаһындағы Башҡортостан баҡыр-көкөрт комбинаты (Сибай ҡалаһы), 1988 йылдан — Ырымбур өлкәһендәге Медногорск баҡыр-көкөрт комбинаты геологы.
1990 йылдан — Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты, 2000—2004 йылдарҙа Хәйбулла тау компанияһы геологы.
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған геологы (2004)[1]