Алсынбаев Нияз Зәбихулла улы
Нияз Зәбихулла улы Алсынбаев[1] (рус. Нияз Забихуллович Алсынбаев; 1963 йылдың 1 майы, Ишмырҙа, Башҡорт АССР-ы — 2026 йылдың 9 июне, Өфө) — СССР һәм Рәсәй журналисы,яҙыусы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2004). Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы ағзаһы (2014)[2].
Биографияһы
Алсынбаев Нияз Зәбихулла улы 1963 йылдың 1 майында Башҡорт АССР-ының Баймаҡ районы Ишмырҙа ауылында тыуған. Башҡорт дәүләт педагогия университетының тарих-инглиз теле факультетын тамамлай. 1986 йылдан алып 1989 йылға тиклем Баймаҡ районы мәктәптәрендә инглиз теле уҡытыусыһы булып эшләй. 1989—1991 йылдарҙа Башҡорт АССР-ының ТВ һәм радиотапшырыуҙары Дәүләт комитеты корреспонденты булып хеҙмәт итә. 1992—1997 йылдарҙа — Әбйәлил районының «Осҡон» хәбәрсеһе. 1997 йылдан алып «Башҡортостан» Дәүләт теле-радио компанияһында башта — сәнәғәт бүлеге хәбәрсеһе, Урал аръяғындағы үҙ хәбәрсеһе[3], һуңынан бүлек мөдире, радиотапшырыуҙар хеҙмәте начальнигы урынбаҫары булып эшләй[2].
2004 йылдан алып года «Юлдаш» музыкаль-мәғлүмәти канал менән етәкселек итә. Шулай уҡ «Майҙан», «Даира» йәмәғәт-сәйәси программалары, «Кесерткән» радиофельетондар циклы алып барыусыһы булараҡ билдәле. «Шәхси фекер», «Шәжәрә» программаларының авторы һәм алып барыусыһы. 1990-сы йылдарҙан әҙәби ижад менән шөғөлләнә башлай. Тәүге хикәйәләре республика гәзиттәре һәм журналдары биттәрендә донъя күрә.
2013 йылда «Евразия тауышы» Бөтә Рәсәй конкурсында төп призды яулай (теле-радио компаниялары араһында «Радиола иң яҡшы алып барыусы» номинацияһы). «Алпамыша — бер риүәйәт эҙҙәре артынан» документаль фильмы авторы һәм режиссеры (2013)[2].
Журналист һәм яҙыусы оҙайлы ауырыуҙан һуң 2026 йылдың 9 июнендә Өфө ҡалаһында вафат булды[4].
Төп әҫәрҙәре[2]:
- Серле мосафир. Өфө,2008;
- Эйәрҙә ҡалған егет. Өфө,2009;
- Изге бүре балалары. Өфө,2013;
- Йәйге селлә. Өфө,2014.
Әҙәбиәт
- Әлибаев З.Дәүер һулышын тойоп.//Ағиҙел.-2010.4-се һан. 156—157 биттәр;
- Күзбәков Ф. Йәштәр тауышы..//Ағиҙел.-2010. 5-се һан. 153 бит;
- Баймакская энциклопедия. Уфа,2013.- 61 бит;
- Писатели земли башкирской. Уфа,2015.- 34-35 бит.
Иҫкәрмәләр
- ↑ Рәсәй дәүләт китапханаһында теркәлгән китабы буйынса
- ↑ 1 2 3 4 Нияз Алсынбаев
- ↑ Мегалит
- ↑ Лейла Аралбаева. В Уфе ушел из жизни журналист и писатель Нияз Алсынбаев. ИА «Башинформ» (9 июнь 2026). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 июнь 2026.