Кудимов Павел Васильевич
Хәрби звание | Старшина |
---|---|
Ғәскәр төрө | пехота[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Юғалтыуҙың хәрби классификацияһы | яуҙа һәләк була[d] |
Заты | ир-ат |
Ерләнгән урыны | |
Тыуған көнө | 1899 |
Вафат булған көнө | 27 октябрь 1943 |
Һуғыш/алыш | |
Вафат булған урыны | |
Тыуған урыны |
Кудимов Павел Васильевич (1899, Ырымбур губернаһы Верхнеурал өйәҙе Үрге Әүжән ауылы[1] — 27 октябрь 1943, Киев өлкәһе Ходоров ауылы) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, 979-сы уҡсылар полкы взводы командиры (Воронеж фронты, 40-сы армия, 253-се уҡсылар дивизияһы), старшина. Советтар Союзы Геройы.
Биографияһы
Башланғыс белем ала, Әүжән ағас эшкәртеү хужалығының (леспромхоз) Ҡаға ағас-таҡта әҙерләү пунктында бухгалтер булып эшләй.
1941 йылда Ҡыҙыл Армияға алына. 1942 йылдан Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша.
1943 йылдың 26 сентябргә ҡараған төнөндә Украиналағы Киев өлкәһе Мироновка районының Ходоров ауылы тирәһендә уң яҡ ярға беренсе булып Днепр аша сыға, взводын атакаға күтәрә һәм бейеклекте яулай. Яугирҙар бер нисә дошман контратакаһын кире ҡаға һәм сикте тотоп ҡалып, полктың башҡа подразделениеларының хәрәкәтен тәьмин итә. Дошман егерменән ашыу офицерын һәм һалдатын юғалта. Ике пулемёт нөктәһе юҡ ителә[2].
П. В. Кудимов 1943 йылдың 27 октябрендә батырҙарса һәләк була. Киев өлкәһенең Ходоров ауылында ерләнә.
СССР-ҙың Юғары Советы Президиумы 1943 йылдың 29 октябрендәге указына ярашлы старшина Кудимов Павел Васильевич командованиеның хәрби заданиеларын теүәл үтәгән һәм шул уҡ ваҡытта күрһәткән батырлығы өсөн үлгәндән һуң Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ була.
Наградалары
- «Алтын Йондоҙ» миҙалы (29.10.1943)[2].
- Ленин ордены.
Хәтер
П. В. Кудимов исемен Башҡортостандың Белорет районындағы Үрге Әүжән ауылында урам йөрөтә.
Белорет ҡалаһында бюст ҡуйылған.
Әҙәбиәт
- Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1987. — Т. 1 /Абаев — Любичев/. — 911 с. — 100 000 экз. — ISBN отс., Рег. № в РКП 87-95382.
Иҫкәрмәләр
- ↑ Ныне — Белорецкого района Башкортостана.
- ↑ 1 2 Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 682525/793756, д. 59/25, л. 18/138, 139).
Һылтанмалар
- Кудимов Павел Васильевич . «Герои страны» сайты.
- Краткая биография 2015 йылдың 9 апрель көнөндә архивланған..
- Советтар Союзы Геройҙары
- Ленин ордены кавалерҙары
- 1899 йылда тыуғандар
- 27 октябрҙә вафат булғандар
- 1943 йылда вафат булғандар
- Украинала вафат булғандар
- Ырымбур губернаһында тыуғандар
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғандар
- Днепр өсөн алышта ҡатнашыусылар
- Советтар Союзы Геройҙары (Башҡортостан)