Белов Фёдор Иванович
Фёдор Иванович Бело́в (рус. Белов Фёдор Иванович; 1920 йылдың 20 феврале, Түбәнге Әүжән, Башҡорт АССР-ы — 1979 йылдың 27 майы, Сибай, Башҡортостан Республикаhы) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, артиллерия полкының орудие командиры, өлкән сержант. Советтар Союзы Геройы (1945).
Биографияһы
Белов Фёдор Иванович 1920 йылдың 20 февралендә Автономиялы Совет Башҡорт Республикаһының Тамьян-Ҡатай кантоны Түбәнге Әүжән‑Петровск Заводы ауылында (хәҙер Башҡортостан Республикаһының Белорет районы Түбәнге Әүжән ауылы) тыуған[1].
Армияға алынғанға тиклем Баймаҡ районының Түбә руднигында эшләй.
Ҡыҙыл Армияға 1941 йылдың авгусында Баймаҡ район хәрби комиссариатынан саҡырыла. 1943 йылдан ВКП(б) ағзаһы[2].
1942 йылдың июленән Волхов, Воронеж, Ялан, 2‑се һәм 1‑се Украина фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 214‑се Кременчуг-Александрия уҡсылар дивизияһы 683‑сө артиллерия полкының орудие командиры өлкән сержант Белов 1945 йылдың 26 ғинуарында Олау ҡалаһы (Германия) янында Одер йылғаһы аша сыҡҡанда һәм һул ярҙағы плацдармды һаҡлап алып ҡалыуҙа күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. 1945 йылда демобилизациялана. 1948 йылдан алып Көньяҡ Урал тимер юлы Ҡарталы бүлексәһе Магнитогорск—Сибай участкаһының сәйәси бүлек буйынса начальник урынбаҫары, Башҡортостан баҡыр-көкөрт комбинатының (Сибай) граждандар оборонаһы начальнигы, мастеры булып эшләй.
1979 йылдың 27 майында вафат була, Сибай ҡалаһында ерләнгән[1].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа наградалары
- «Советтар Союзы Геройы» исеме Ленин ордены һәм «Алтын Йондоҙ» медале менән (№ 8870) Фёдор Иванович Беловҡа 1945 йылдың 10 апрелендә бирелә[3].
- I дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1945);
- Ленин ордены (1945);
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1943)[3];
- Миҙалдар.
Хәтер
- Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 2025 йылдың 12 декабрендәге 613-се Ҡарары менән Советтар Союзы Геройы Белов Фёдор Ивановичтың исеме Сибай ҡалаһындағы 12-се урта дөйөм белем биреү мәктәбенә бирелгән[4];
- 2025 йылдың 20 октябрендә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Ҡарары менән герой исеме Сибай ҡалаһындағы 12-се урта дөйөм белем биреү мәктәбенә бирелгән[5][6].
- Герой исемен Сибай һәм Баймаҡ ҡалаларында урамдар, Белорет ҡалаһының тыҡрығы йөрөтә[1]
- Сибай һәм Белорет ҡалаларында Фёдор Беловтың бюсы ҡуйылған[1]
- Сибайҙың 12-се мәктәбендә Фёдор Белов музейы бар[7].
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 4 И. Ғ. Кәримова. Белов Фёдор Иванович (башҡ.). «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы (10 октябрь 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 февраль 2026. (баш.)
- ↑ Н. В. Уфаркин. Белов Фёдор Иванович. Международный патриотический интернет проект «Герои страны». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 февраль 2026.
- ↑ 1 2 Белов Федор Иванович. Герой Советского Союза (Орден Ленина и медаль «Золотая звезда»). Министерство обороны Российской Федерации. Электронный банк документов «Подвиг народа». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 ноябрь 2025.
- ↑ Постановление Правительства Республики Башкортостан от 12.12.2025 № 613 «О присвоении имен Героев Советского Союза и выдающихся деятелей Республики Башкортостан общеобразовательным организациям Республики Башкортостан». Правительство Республики Башкортостан (12 декабрь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 февраль 2026. (рус.)
- ↑ Ляйсан Закирова. Школам Башкирии присвоили имена Героев Советского Союза. ИА «Башинформ» (23 октябрь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 ноябрь 2025.
- ↑ Постановление Правительства Республики Башкортостан от 20 октября 2025 года № 487 «О присвоении имен Героев Советского Союза и выдающихся деятелей Республики Башкортостан общеобразовательным организациям Республики Башкортостан». Правительство Республики Башкортостан (20 октябрь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 ноябрь 2025.
- ↑ Анатолий Пастухов. В Сибае музей Героя Советского Союза Фёдора Белова пополняется новыми экспонатами. ИА «Башинформ» (29 апрель 2007). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 ноябрь 2025.
Әҙәбиәт
- Ераносьян В. Душа артиллериста //Славные сыны Башкирии. Кн.3. Уфа, 1968. (рус.)
Һылтанмалар
- «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы. Белов Фёдор Иванович (баш.) (Тикшерелеү көнө: 19 февраль 2026)
- Международный патриотический интернет проект «Герои страны». Белов Фёдор Иванович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 19 февраль 2026) }
- Республиканский музей Боевой Славы. Белов Фёдор Иванович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 19 февраль 2026)