Ғәбдиев Шәһәрғәзи Шаһыбал улы

Шәһәрғази Шаһыбал улы Ғәбдиев (рус. Шагаргази Шагибалович Габдиев; 1898 йылдың 9 декабре, 2-се Этҡол ауылы, Ырымбур губернаһы1979 йылдың 5 июле, 2-се Этҡол ауылы, Башҡорт АССР-ы) — башҡорт шағиры, импровизатор, сәсән.

Биография

9 декабрь 1898 йылда Ырымбур губернаһы Орск өйәҙе 2‑се Этҡол ауылында тыуған. 5 июль 1979 йылда шунда уҡ вафат булған[1].

Муллаҡай һәм Таулыҡай мәҙрәсәләрендә уҡый. Төрки, ғәрәп һәм фарсы телдәрен белә. Тыуған ауылында уҡытыусы булып эшләй.

Беренсе донъя һәм Граждандар һуғыштарында ҡатнашыусы. Башҡорт милли хәрәкәтендә ҡатнашыусы[2].

«Башҡорт милләтсе» булараҡ репрессияланған. 1929 йылдың 21 ноябрендә ҡулға алынған, 58‑2, 58‑8, 58‑10, 58‑11 статьялар буйынса 10 йыл иркенән мәхрүм ителгән. 1936 йылға тиклем төрмәлә булған, тип фараз ителә[1]. 1968 йылдың авгусында аҡланған.

1939—1940 йылдарҙа совет‑финлянд һуғышында һәм Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан[3].

Ижады

Ғәбдиев шиғриәте Аҡмулла һәм Ш. Бабич ижадтары йоғонтоһонда формалаша. Үҙенең әҫәрҙәрендә Ғәбдиев башҡорттарҙы белем алырға саҡыра, наҙанлыҡты тәнҡитләй.

«Ҡарағайүҙәк бәйете» (1913 йылда «Шура» журналында баҫылып сыға) нигеҙенә башҡорттарҙың аҫаба ерҙәрен һатыуға бәйле ваҡиғалар һалынған[1].

«Ирек алғас» (1919) шиғыры Башҡортостанда автономия иғлан итеү айҡанлы яҙылған. «1914—1917 йылғы һуғыш бәйете», «Аслыҡ бәйете», «АРА бәйете» һәм башҡа бәйеттәр XX быуат башындағы фажиғәле ваҡиғаларға — Беренсе донъя һуғышына, Башҡортостандағы асыҡҡа, Граждандар һуғышына арналған.

Бөйөк Ватан һуғышы тураһындағы «1941—1945 йылғы һуғыш бәйеттәре», «Еңеү», «Туғандар ҡәберенә ҡарап» әҫәрҙәренә тәрән илһөйәрлек мотивтары, юғары гражданлыҡ пафосы хас. Ғәбдиев әҫәрҙәренең бер өлөшө, унан яҙып алынған «Перовский», «Һары ла сәс», «Сырдарья» һәм башҡа халыҡ йырҙары варианттары «Башҡорт халыҡ ижады» йыйынтығына ингән. Ҡайһы берҙәре автор иҫән саҡта баҫыла[1].

Башҡорт фольклоры, топонимикаһы буйынса материалдар йыя, ҡулъяҙмалары Ғилми архивта һаҡлана.

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 3 4 Библиотечный урок «Шагаргази Габдеев». Культура.РФ. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 июль 2026.
  2. Фонды личного происхождения. Центральный архив общественных объединений Республики Башкортостан. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 июль 2026.
  3. Габдеев Шагаргази Шакбалович. Память народа. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 июль 2026.

Һылтанмалар