Лукьян Пономарёв һәйкәле

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Лукьян Пономарёв һәйкәле
Административ-территориаль берәмек Баймаҡ районы
Сәнғәт йүнәлеше Монумент[d]
Кем үлтергән Q65313531?
Ваҡиға ваҡыты 1933

Лукьян Пономарёв һәйкәле — Башҡортостандың Баймаҡ ҡалаһынан биш-алты километр алыҫлыҡта 1933 йылда кулактар ҡулынан һәләк булған комсомолец Лукьян Пономарёвтың ҡәберлегендәге һәйкәл. Объект һаны: 0330131000[1]. Тасуирламаһы: 1933 йыл. Монументаль сәнғәт һәйкәле[2].

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Лукьян Пономарев Баймаҡ районы Бикеш ауылында тыуып үҫкән. Был ауылға 1912 йылда Күгәрсен районынан күсеп килгән урыҫтар нигеҙ һалған, ерҙе ағалы-ҡустылы Юрьевтар Яйыҡбай ауылы башҡорттарынан һатып һала[3]. 1929 йылда ауыл крәҫтиәндәре «Красная Новь» ауыл артеленә берләшәләр, 1931 йылда тағы ла бер ауыл артеле барлыҡҡа килә. Һуңғараҡ ошо ике артель «Победа» колхозына берләшәләр[3].. Колхозға берләшеү Бекешкә Баймаҡтан улус комитеты вәкиле К. Т. Дмитриев менән бәйле була[4], ул өй артынан өйгә инеп, крәҫтиәндәр менән һөйләшә, ә кискеһен ауыл Советы рәйесе М. К. Степанов ауыл халҡын йыйылышҡа саҡыра. Дмитриев крәҫтиәндәрҙе колхозға инергә өгөтләй: колхоз — ул күмәк хужалыҡ, уны ерен, малын, хеҙмәт ҡоралдарын бергә ҡушып, крәҫтиәндәр ойоштора. 1932 йылда бында шулай уҡ МТС эшләп килә. Бына ошондай ауылда, ошондай колхоз тормошонда ҡайнап йәшәй Лукьян Пономарев.

Уның атаһы Василий Григорьевич коллективлашыуҙы бик ихлас ҡабул итә, колхозға ла тимерсе беренсе булып яҙыла. Ярлы ғаиләләргә колхозда яҡшыраҡ булыр, тип өмөтләнә, айырыуса балаһы белем алыр, тип һөйөнә. Колхоз ойошторолғанға тиклем ауыл балалары бер ауыл байының иҫке һарайында уҡыйҙар. Ун йәшлек Лукьян мәктәп ишеген асып инә. Уны унда уҡытыусыһы Елизавета Ивановна ҡаршы ала[4]. Киләһе йылда малайҙы пионерға алалар. Был тантаналы көн Беренсе Май байрамы алдынан була. Бына сафтан биш уҡыусы алға сығып баҫа, улар араһында тырыш, тәүәккәл Лукьян да бар. Иптәштәренә боролоп, улар уҡытыусы артынан пионерҙар антын ҡабатлайҙар.

Әүҙемлеге, зирәклеге менән айырылып торған Лукьян да үҫеп етә, уны комсомолға алалар. Шаян, йыр-моңға маһир, ҡыйыу йәш егеттең ҡыҙҙар һәм егеттәр араһында абруйы ҙур була. Тиҙҙән Лукьян ошо йәштәрҙән тәүге комсомол ячейкаһын ойоштора. Комсомолдар эшләп тә өлгөрәләр, үҙешмәкәр түңәрәктәренә лә йөрөйҙәр[4].

1933 йылдың июль айында Лукьян Пономарев, райкомдағы эштәрен тамамлап, һыбай Бекешкә ҡайтып килә. Ҡапыл уны бер нисә кеше уратып ала. Лукьян, ниндәй ниәт менән уны көткәндәрен, яҡшы аңлай. Коллективлашыуға ҡаршы булған бандиттар уны ошо ерҙә бысаҡ менән сәнсеп үлтерәләр[4].

38-се көндә генә ҡапыл юҡҡа сыҡҡан Лукьяндың кәүҙәһе табыла[4]. Яҡшы, ғәҙел тормош өсөн янып-көйөп йәшәгән егеттең шулай ғүмере өҙөлә.

Баймаҡтан Бикеш яғына барған юл сатында бер ябай ғына һәйкәл тора. Ул коллективлашыуҙа әүҙем ҡатнашҡан һәм кулактар ҡулынан 1933 йылда үлем тапҡан комсомолец Лукьян Пономаревҡа ҡуйылған һәйкәл.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Культурное наследие. Баймакский район
  2. Указ президиума Верховного совета республики Башкортостан № 6-2/251в от 12.05.1992
  3. 3,0 3,1 Амир Сайгафаров, Рамазан Утягулов. Баймакский край. Энциклопедическое и краеведческое издание. Китап. Уфа-2002.
  4. 4,0 4,1 4,2 4,3 4,4 Сказание о земле Баймакской (документальное повествование о. истории и людях). Автор-составитель Ю. А. Узиков. Уфа. Изд. "Слово", 1998. 72-74 бит

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Сказание о земле Баймакской (документальное повествование о. истории и людях). Автор-составитель Ю. А. Узиков. Уфа. Изд. "Слово", 1998. 72-74 бит.