Байтурина Вазифа Хәмит ҡыҙы

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Тыуған көнө 25 ғинуар 1939({{padleft:1939|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:25|2|0}})[1]
Заты ҡатын-ҡыҙ
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены «Почёт Билдәһе» ордены
Вафат булған көнө 21 апрель 2005({{padleft:2005|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:21|2|0}})[1] (66 йәш)
Һөнәр төрө уҡытыусы
Тыуған урыны
Сәйәси фирҡә ағзаһы

Байтурина Вазифа Хәмит ҡыҙы (25 ғинуар 1939 йыл21 апрель 2005 йыл) — педагог, мәғариф, комсомол, партия һәм дәүләт органдары хеҙмәткәре, йәмәғәтсе. 1982—1990 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советы Рәйесе урынбаҫары. Ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1981, 1986) һәм «Почёт Билдәһе» (1976) ордендары кавалеры.

Вазифа Хәмит ҡыҙы Байтурина 1939 йылдың 25 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Баймаҡ районы Ольховка ауылында тыуған. Күп балалы ғаиләлә Вазифа — иң кесеһе, йәғни унынсыһы, була[2]. Әсәһе ауылда абруйлы кешеләрҙән һанала, ауыл Советына ла һайлана[2]. Старатель булып эшләгән атаһы, ҡыҙ беренсе класта уҡый башлағас, вафат булып ҡала. Рудник ҡасабаһының Ольховка ауылында дүрт класс тамамлағандан һуң, Баймаҡта урта белем ала.

Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтын (1962), ВЛКСМ-дың Үҙәк Комитеты ҡарамағындағы Юғары комсомол мәктәбен (1966), Свердловск партия мәктәбен (1971) тамамлай[3].

1962—1965 йылдарҙа Башҡорт АССР-ының Баймаҡ районы Йылайыр урта мәктәп-интернатында урыҫ теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләй. 1965 йылда ВЛКСМ-дың Баймаҡ райкомына секретарь вазифаһына тәҡдим ителә. Ике йылдан Өфөгә, ВЛКСМ-дың Башҡортостан өлкә комитетының бүлек мөдире урынбаҫары итеп үрләтелә (1966—1971). 1971—1976 йылдарҙа — ВЛКСМ-дың Башҡортостан өлкә комитеты секретары. Артабан партия органдарында эшләй: 1976—1977 йылдарҙа — КПСС-тың Өфө ҡала комитетының пропаганда һәм агитация бүлеге мөдире, 1977—1982 йылдарҙа — КПСС-тың Өфө ҡала комитеты секретары. 1977 йылдан алып РСФСР-ҙың «Белем» йәмғиәтенең Башҡортостан республика ойошмаһы идараһеның президиумы ағзаһы (1985 йылға тиклем), 1980—1985 йылдарҙа — Башҡорт АССР-ының X саҡырылыш Юғары Советы депутаты. 1982 йылдан 1990 йылға тиклем — Башҡорт АССР-ының Министрҙар Советы рәйесенең урынбаҫары. 1985—1990 йылдарҙа — Башҡорт АССР-ының XI саҡырылыш Юғары Советы депутаты. 1990—1997 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһының Дәүләт йыйылышы — Ҡоролтай секретариатында ойоштороу бүлеге мөдиренең урынбаҫары[3].

Бер нисә йыл Башҡортостан Республикаһының Ҡатын-ҡыҙҙар союзы идараһы ағзаһы була.

Вазифа Хәмит ҡыҙы Байтурина 2005 йылдың 21 апрелендә вафат була[4].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
  • Ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1981, 1986)
  • «Почёт Билдәһе» ордены (1976)
  • Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы (1989)
  • Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы (1994)
  1. 1 2 3 Башкирская энциклопедия (урыҫ)Башкирская энциклопедия, 2005. — 4344 с. — ISBN 978-5-88185-053-1
  2. 1 2 Вазифа Байтурина никогда не сидела без дел…(недоступная ссылка)
  3. 1 2 http://urgaza.ru/persons/171/1398/Байтурина(недоступная ссылка) Вазифа Хамитовна
  4. БАЙТУРИНА — ВИДНЫЙ ГОСУДАРСТВЕННЫЙ ДЕЯТЕЛЬ НАШЕЙ РЕСПУБЛИКИ