Кәрешкә мәктәбе
Был мәҡәләне әлеге ваҡытта ҡатнашыусы Вәхит мөхәррирләй. |
Кәрешкә мәктәбе | |
---|---|
Ҡыҫҡаса исеме | Баймаҡ районы Кәрешкә ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбе |
Нигеҙләнгән | 1927 йыл |
Адресы | Рәсәй Федерацияһы, Башҡортостан Баймаҡ районы, Кәрешкә (Баймаҡ районы) ауылы |
Кәрешкә мәктәбе (рус. МОБУ ООШ д. Карышкино) — Башҡортостан Республикаһы Баймаҡ районы муниципаль районының Кәрешкә (Баймаҡ районы) ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбе
Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Баймаҡ районы Кәрешкә ауылы мәктәбенең тарихы 1927 йылдан башлана. Мәсет бинаһы башланғыс мәктәп итеп үҙгәртелә. Беренсе уҡытыусы — Моратшина Мәрхәбә (Юлыҡ ауылынан).
Ике кабинетлы яңы мәктәп бинаһы 1973 йылда төҙөлә.
1984 йылдың 1 сентябрендә яңы асылған мәктәпкә Кәрешкә һәм Абдрахман ауылдарынан 100 уҡыусы килә.
Етәкселәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Хәсәнов Әхмәҙулла Х. (1984)
- Әбүбәкиров Илгиз Әхмәт улы
- Бәхтегәрәев Йәноҙаҡ Әбделғәҙе улы (1990—1994)
- Һунаршин Борхан Сәлимйән улы (1994 йылдан)
Уҡытыусылары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Ниғмәтуллин Мәғәфүр (1930—1940)
- Йәнтилин Ғөзәйер Йыһанур улы (1930—1950 йылдар)
- Сабарбаева Менәүәрә (1947—1948)
- Яхина Сәлиха (1947—1948)
- Мөхәмәтйәнов Ғөбәйт (1950 йылдар)
- Әбүбәкеров Илгиз Әхмәт улы
- Әбүбәкирова Фәүзиә Заһит ҡыҙы (1958)
- Сирғәлина Клара 1962
- Урманова Ғәлиә Ғәлимйән ҡыҙы 1963
- Дәүләтова Рәйсә (1964—1966)
- Йәнтилина Ғәбиҙә (1966—1967)
- Ишбаева Әзилә Ҡорбан ҡыҙы (1968—1969)
- Сафина Әлифә Фазлетдин ҡыҙы (1971—1996)
- Ишбаева С. Ф.
- Хәсәнов Разия Кирам ҡыҙы
- Ғүмәрова Г. З.
- Дәүләтбаева М. Х.
- Ишбаева С. Ш.
- Йәнтилин Р. Ф.
- Йәнтилина М. Ф.
- Ғәлләмова Р.Ф
- Дәүләтбаев Рамаҙан Ғиниәт улы — филолог (1986 йылдан)
- Дәүләтбаева Гөлнур Мирза ҡыҙы — биолог (1986 йылдан)
Мәктәпте тамамлаусы билдәле шәхестәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Йәнтилин Ғөзәйер Йыһанур улы (25 ноябрь 1917 йыл — 12 февраль 1985 йыл) — дәүләт эшмәкәре, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1974—1979 йылдарҙа Башҡорт АССР-ының аҙыҡ-түлек министры. Башҡорт АССР-ының алтынсы (1963—1967), етенсе (1967—1971) һәм һигеҙенсе (1971—1975) саҡырылыш Юғары Советы депутаты.[1]. Ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1963, 1966), «Почёт Билдәһе» ордендары (1971) кавалеры.
Ҡаҙаныштары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1985 йылда мәктәп яңы уҡыу йылына әҙерлек буйынса район буйынса 1-се урынға лайыҡ була һәм Күсмә Ҡыҙыл Байраҡ менән бүләкләнә
- 1987 йылда мәктәп яны участкаһы Башҡортостан мәктәптәре араһында 2-се урынды ала, ә уҡыусылары Дәүләтбаева М. һәм Таштимеров А. СССР ВДНХ-һында ҡатнаша һәм «ВДНХ-ла ҡатнашҡан өсөн» миҙалдары менән бүләкләнә.
- Математика уҡытыусыһы Дәүләтбаева Матур Хизбулла ҡыҙы һәм башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Вәлишина Яңылбикә Рауил ҡыҙы «Рәсәйҙең иң яҡшы уҡытыусылары» конкурсында еңеү яулай.
Шулай уҡ уҡығыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Мәктәп сайты Руководство. Педагогический (научно-педагогический) состав(недоступная ссылка)
- Кәрешкә мәктәбе тарихы История школы д. Карышкино