Йәнтилин Ғөзәйер Йыһанур улы

Йәнтилин Ғөзәйер Йыһанур улы (25 ноябрь 1917 йыл12 февраль 1985 йыл) — дәүләт эшмәкәре, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1974—1979 йылдарҙа Башҡорт АССР-ының аҙыҡ-түлек министры. Башҡорт АССР-ының алтынсы (1963—1967), етенсе (1967—1971) һәм һигеҙенсе (1971—1975) саҡырылыш Юғары Советы депутаты.[1]. Ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1963, 1966), «Почёт Билдәһе» ордендары (1971) кавалеры.

Биографияһы

Ғөзәйер Йыһанур улы Йәнтилин Ырымбур губернаһы Орск өйәҙе (хәҙер Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районы) Кәрешкә ауылында Абдулхәйер-Йыһаннур Йәнтилиндәрҙең крәҫтиән ғаиләһендә тыуа[1].

Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы Хөмәйрә Йыһанур ҡыҙы Йәнтилина һаҡлаған шәжәрәлә шундай мәғлүмәт бар: боронғо олаталары Аҡтай (1630), уның улы Аҙнаш (1670), Алдар (1720), Ғабдулла Алдаров (1740), Аллағыуат Алдаров (1754-1828), Йәнтилә Аллағыуатов (1791) — Йәнтилиндәрҙең ата-бабаһы, Юлмөхәмәт (1829), Абдулхәйер - Йыһаннур (1889-1964) — Ғөзәйер (1917-1985)[2].

Тормош һәм хеҙмәт юлы

Тыуған ауылы Кәрешкә мәктәбендә тулы булмаған урта белемгә эйә була.

1937 йылда Баймаҡ тау-металлургия техникумын тамамлай.

1938-1943 йылдарҙа Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы сафында хеҙмәт итә.

1941 йылда Баймаҡ район комиссариаты тарафынан фротҡа саҡырыла. Дон фронтына ҡараған 41-се гвардия уҡсылар дивизияһының 124-се гвардия уҡсылар полкы составында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша, ҡаты яралана[3].

1955 йылда Орджоникидзе ҡалаһында (хәҙер — Төньяҡ Осетия — Аланияның баш ҡалаһы Владикавказ) Төньяҡ Кавказ тау-металлургия институтын тамамлай.

Бүребай һәм Түбә мәғдән идаралыҡтарының тау-байыҡтырыу фабрикаларында смена мастеры, фабрика начальнигы булып эшләй.

19571961 йылдарСибай ҡала советы башҡарма комитеты рәйесе.

19611975 йылдар — КПСС-тың Сибай ҡала комитеты беренсе секретары

19751979 йылдарБашҡорт АССР-ының аҙыҡ-түлек сәнәғәте министры[4].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Хәтер

  • Сибай ҡалаһында Ғөзәйер Йәнтилин урамы бар.