Йомаш ауыл Советы (Баймаҡ районы)
Йомаш ауыл Советы | |
Административ-территориаль берәмек | Баймаҡ районы |
---|---|
Дәүләт | |
Административ үҙәк | Йомаш[1] |
Халыҡ һаны | |
Йомаш ауыл Советы — Рәсәй Федерацияһы Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районындағы муниципаль берәмек.
Административ үҙәге — Йомаш ауылы.
Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Ойоштороу ваҡыты: 1928 йыл.
Башҡортостан Республикаһының "Башҡортостан Республикаһында муниципаль берәмектәрҙең сиктәре, статусы һәм административ үҙәктәре тураһындағы Законы"на ярашлы ауыл биләмәһе статусына эйә[3]. 1918 йылдың 2 декабрендә ойошторолған. Йомаш, Юлыҡ ауылдары, Ислам утары тораҡ пункттары ингән, 530 йортта 1890 кеше йәшәгән[4].
Совет территорияһында «Һаҡмар» колхозы, Юлыҡ урмансылығы урынлашҡан була. Шулай уҡ Совет ҡарамағында 2 балалар баҡсаһы һәм ауыл мәҙәниәт йорто, 2 китапхана, фельдшер-акушер пункттары була.
1961 йылда әлеге ауыл советында ете тораҡ пункты ингән (Йомаш, Ғәптекәй, Исмаҡай, Ислам, Комсомол, Тәңгребирҙе, Йоносбай) ингән. 1961 йылдың 14 ғинуарында Юлыҡ ауыл Советы бөтөрөлөүе арҡаһында Юлыҡ ауылы Йомаш ауыл Советы составына индерелә[4].
Халҡы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Халыҡ иҫәбе | ||||||
---|---|---|---|---|---|---|
2002[5] | 2009[5] | 2010[6] | 2012[7] | 2013[8] | 2014[9] | 2015[10] |
1688 | ↘1617 | ↘1480 | ↘1461 | ↗1465 | ↗1479 | ↘1464 |
Ауыл биләмәһе составы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
№ | Тораҡ пункты | Тораҡ пункты тибы | Халҡы |
---|---|---|---|
1 | Йомаш | ауыл, административ үҙәк | ↘1006[6] |
2 | Юлыҡ | ауыл | ↘470[6] |
3 | Ислам | ауыл | ↘4[6] |
Ауыл Советы етәкселәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Ауыл Советының (1919—1930) беренсе ойоштороусылары: Хоҙайназаров Фәйруш (1919 йылдың 15 октябренндә һайланған), Иҫәнов Яҡуп, Сәйетғафаров Сөнәғәтулла, Теүәлбаев Зариф, Юлдашев Ғиззәт, Туйғунов Заһит, Аҡбулатов Нурфәйез, Ибраһимов Сабирйән, Йоносбаев В. Х., Аҡбулатов Әхмәтәсафа[4]..
Урындағы үҙидара[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Ауыл советы башлығы: Әйүпов Айрат Билал улы.
Ауыл советы хакимиәте адресы буйынса урынлашҡан:
Рәсәй 453675, Башҡортостан Республикаһы, Баймаҡ районы, Йомаш ауылы, Совет урамы, 26-сы йорт[11].
«Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнеүселәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Манасыпова Мәрфүға Ғәйзулла ҡыҙы (1985)
- Таңатарова Винера Ғәйзулла ҡыҙы (1975)[4].
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ ОКТМО (урыҫ)
- ↑ 26. Численность постоянного населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2018 года — Рәсәй Федерацияһы статистика федераль хеҙмәте.
- ↑ Закон Республики Башкортостан от 17 декабря 2004 года № 126-з «О границах, статусе и административных центрах муниципальных образований в Республике Башкортостан»
- ↑ 4,0 4,1 4,2 4,3 Баймакский край. Краеведческое и энциклопедическое издание. Уфа: «Китап», 2002. 332 с.
- ↑ 5,0 5,1 Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан ВПН-2002 и 2009
- ↑ 6,0 6,1 6,2 6,3 Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан . Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям. Таблица 35. Оценка численности постоянного населения на 1 января 2012 года . Дата обращения: 31 май 2014. Архивировано 31 май 2014 года.
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2013 года. — М.: Федеральная служба государственной статистики Росстат, 2013. — 528 с. (Табл. 33. Численность населения городских округов, муниципальных районов, городских и сельских поселений, городских населённых пунктов, сельских населённых пунктов) . Дата обращения: 16 ноябрь 2013. Архивировано 16 ноябрь 2013 года.
- ↑ Таблица 33. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2014 года . Дата обращения: 2 август 2014. Архивировано 2 август 2014 года.
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2015 года . Дата обращения: 6 август 2015. Архивировано 6 август 2015 года.
- ↑ https://baimak.bashkortostan.ru/about/districts/310396/(недоступная ссылка) Сельское поселение Юмашевский сельсовет муниципального района Баймакский район Республики Башкортостан
Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Баймакский край. Краеведческое и энциклопедическое издание. Уфа: «Китап», 2002. 332 с.