Ишбирҙе ауыл Советы (Баймаҡ районы)

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Ишбирҙе ауыл советы
Административ-территориаль берәмек Баймаҡ районы
Административ үҙәк Ишбирҙе ауылы[1]
Халыҡ һаны
Дәүләт

Ишбирҙе ауыл Советы  — Рәсәй Федерацияһы Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районындағы муниципаль берәмек.

Үҙәге — Ишбирҙе ауылы. 1918 йылдың 2 декабрендә ауыл йәмғиәте Советы ойошторола. Һуңынан ул Юлыҡ ауыл Советы составына беркетелә. 1961 йылдың 14 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Юғары Советы Президиумының указына ярашлы Юлыҡ ауыл Советын Юлыҡ тораҡ пуктынан Ишбирҙе тораҡ пунктына күсереү һәм уны Ишбирҙе ауыл Советы итеп үҙгәртеү тураһында ҡарар сыға. Шулай уҡ Әбделкәрим ауыл Советынан Крепостной Йылайыр тораҡ пункты Ишбирҙе ауыл Советына күсерелә[3]. Ауыл Советы территорияһында Баймаҡ урман сәнәғәт хужалығы, Крепостной Йылайыр урмансылығы, Баймаҡ машзаводының Крепостной Йылайыр ярҙамсы хужалығы урынлашҡан[4].

Башҡортостан Республикаһының «Башҡортостан Республикаһында муниципаль берәмектәрҙең сиктәре, статусы һәм административ үҙәктәре тураһындағы Законы»на ярашлы ауыл биләмәһе статусына эйә[5].

Ошибка Lua в Модуль:Statistical на строке 76: attempt to index local 'RawData' (a nil value).

Ауыл биләмәһе составы

[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Тораҡ пунктыТораҡ пункты тибыХалҡы
1Ишбирҙеауыл, административ үҙәге638[6]
2Йылымауыл254[6]
3Крепостной Йылайырауыл142[6]
4Бөрйәнйылғаауыл119[6]

Ауыл Советы етәкселәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ауыл Советының беренсе рәйестәре Әбүбәкеров Хәйбулла, Иҙелбаев Ғәниулла, Йоносов Ғаяз була. Артабан ауыл Соыеты рәйесе вазифаһын Аҡтуғанов Камил, Иванов А., Ғөбәйҙуллин И. С., Дәүләтбирҙин В. Г., Тулыбаев Р. Д., Биғлов Р. Г., Рәхимғолов М. З., Биктимеров С. С., Тулыбаев Р. Д., Иҫәндәүләтов Азамат башҡаралар[4].

Әсәлек даны миҙалы менән бүләкләнеүселәр

[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
  • Иҙелбаева Мәрзиә Низам ҡыҙы (1970)
  • Иҙелбаева Мәхрәбә Садиҡ ҡыҙы (1974)[4].
  1. ОКТМО (урыҫ)
  2. 26. Численность постоянного населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2018 годаРәсәй Федерацияһы статистика федераль хеҙмәте.
  3. Баймакский край. Краеведческое и энциклопедическое издание. Уфа: «Китап», 2002. 332 с.
  4. 1 2 3 Сельские советы
  5. Закон о границах, статусе и административных центрах муниципальных образований в Республике Башкортостан (в ред. Законов РБ от 20.07.2005 N 211-з, от 21.06.2006 N 329-з, от 29.12.2006 N 404-з)
  6. 1 2 3 4 Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.