Ҡолсора ауыл Советы (Баймаҡ районы)

Тарихы

Ойошторолоу ваҡыты: 1976 йыл[1]

Башҡортостан Республикаһының "Башҡортостан Республикаһында муниципаль берәмектәрҙең сиктәре, статусы һәм административ үҙәктәре тураһындағы Законы"на ярашлы ауыл биләмәһе статусына эйә[2]. 1918 йылдан алып Ҡолсора һәм Муллаҡай ауылдарында үҙаллы ауыл Советтары ғәмәлдә була. Ҡолсора Ауыл Советының беренсе рәйесе — Сәфәрғәли Үтәбаев (1919 йылдың 28 авгусында һайлана)[3].

1930 йылда яңынан ойошторолған Муллаҡай ауыл Советы составына Үрге һәм Түбәнге Байрамғол, Үрге һәм Түбәнге Иҙрис, Кейәүеште урман участкаһы ҡасабаһы, Ял йорто ҡасабаһы, Мәтим урман участкаһы ҡасабаһы, Муллаҡай, Ҡолсора ауылдары, һуңғараҡ Бәхтегәрәй (Мерәҫ ауыл Советы, Баймаҡ районы) (Әпек) менән Мерәҫ ауылдары ла индерелә[3].

1976 йылда Мерәҫ һәм Ҡолсора ауыл Советтары булдырыла. Ҡолсора ауыл Советына уның составына Үрге һәм Түбәнге Иҙрис, Ҡолсора, Муллаҡай индерелә (барыһы 1810 кеше).

Ауыл Советы территорияһында шулай уҡ Октябрҙең 50-йыллығы исемендәге колхоз була.

«Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнеүселәр

  • Ғүмәрова Мусадина Низаметдин ҡыҙы (1972)
  • Мәүлетҡолова Маһира Закир ҡыҙы (1978)
  • Танһыҡҡужина Мәҙинә Дәүләтбирҙе ҡыҙы (1977)
  • Фазуллина Хәбирә Мөхәммәт ҡыҙы (1973)
  • Фазуллина Сәғиҙә Тәңребирҙе ҡыҙы (1973)
  • Хисматуллина Сабира Әхмәткирәй ҡыҙы (1972)[3].

Халҡы

Ошибка Lua в Модуль:Statistical на строке 76: attempt to index local 'RawData' (a nil value).

Ауыл биләмәһе составы

Тораҡ пунктТораҡ пункты тибыХалҡы
1Ҡолсораауыл, административ үҙәк429[4]
2Муллаҡайауыл475[4]
3Үрге Иҙрисауыл412[4]
4Түбәнге Иҙрисауыл365[4]

Ауыл Советы етәкселәре

  • Хәйретдинова А., Ғәйнуллин Н., Мөхәмәтйәнов Х., Яҡшыбаев А., Мәжитов Ғ., Диәрова Р., Сыңғызова Р., Абдуллин Т., Мазһаров А., Абдрахманов М., Сәлихов М.[5].

Хәҙерге ваҡытта Ҡолсора ауыл советы башлығы — Арғынбаева Фирүзә Иштуған ҡыҙы[6]

Иҫкәрмәләр

  1. baimak.ru/advice/villages/seloposelenie/kulsora/index.php
  2. Закон о границах, статусе и административных центрах муниципальных образований в Республике Башкортостан (в ред. Законов РБ от 20.07.2005 N 211-з, от 21.06.2006 N 329-з, от 29.12.2006 N 404-з)
  3. 1 2 3 Баймакский край. Краеведческое и энциклопедическое издание. Уфа: «Китап», 2002. 332 с.
  4. 1 2 3 4 Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 август 2014. Архивировано 20 октябрь 2013 года.
  5. Сельские советы
  6. http://kulchura.ru/organyi-mestnogo-samoupravleniya/Официальный(недоступная ссылка) сайт

Категориялар