Вәкил Барый улы Йосопов 1952 йылдың 20 февралендә Башҡорт АССР-ыныңБаймаҡ районыӘмин ауылында ишле ғаиләлә тыуған. Бала саҡтан сәнғәткә, театрға ынтыла, уға хатта 15 йәшендә тыуған ауылында клуб менән идара итеүҙе ышанып тапшыралар. 1969 йылда районға Өфө дәүләт сәнғәт институтының режиссёры Бакиров килә һәм йәш кешенең актёрлыҡ һәләттәренә иғтибар итә[1]. Шул уҡ йылда, Темәс урта мәктәбен тамамлағандан һуң, сәнғәт институтының театр бүлегенә (Ғ.Ғ.Ғиләжев, Ф.Ҡ.Ҡасимова курсы) уҡырға инә.
1973 йылда институтты тамамлағандан һуң, Сибай дәүләт башҡорт драма театрында актёр булып хеҙмәт итә (1973—1998 һәм 2000—2004 йылдарҙа). Рәсәй сәнғәт һәм мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең белемен камиллаштырыу институтында белем ала (Мәскәү, 1996; М. М. Новохижин курсы). 1998—2000 йылдарҙа Ырымбур татар драма театрында режиссёр булып эшләй, 2004 йылдан — «Сулпан» Сибай башҡорт балалар театры, бер үк ваҡытта 2005—2013 йылдарҙа — Сибай филармонияһы директоры. 2002 йылдан башлап Йосопов В. Б. шулай уҡ Сибай сәнғәт колледжында уҡыта.
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 2013 йылдың 20 июнендәге ҡарарына ярашлы «Сулпан» Сибай башҡорт балалар театры һәм Сибай дәүләт филармонияһы Башҡортостан Республикаһының Сибай концерт-театраль берләшмәһенә ҡушылалар. Вәкил Барый улы концерт-театраль берләшмәһенең директоры итеп тәғәйенләнә (2013—2015). 2015 йылдан В. Йосопов — «Сулпан» театрының художество етәксеһе.