Ишмырҙа мәктәбе

Ишмырҙа мәктәбе (рус. МОБУ ООШ с. Ишмурзино) — Башҡортостан Республикаһы Баймаҡ районы, Ишмырҙа ауылында урынлашҡан уҡыу йорто

Тарихы

Ишмырҙа мәктәбенә 1927 йылда башланғыс мәктәп булараҡ нигеҙ һалына. Беренсе уҡытыусыһы — Зәйнәғәбдинов Мостафа.

1948 — ете йыллыҡ мәктәп, 1971—1972 уҡыу йылында Ишмырҙа һигеҙ йыллыҡ мәктәбе урта мәктәп итеп үҙгәртелә, шул уҡ йылда яңы мәктәп төҙөлә башлай. 2012 йылдан — төп урта мәктәп статусында.

Етәкселәре

  • Зәйнәғәбдинов Мостафа (1927)
  • Ғибәҙуллин (Ишмурзин) Ғәли Исмәғил улы (1929—1930)
  • Татлыбаев Гиҙҙәт Я. (1932—1935)
  • Әлибаева Факиһа А. (1935—1936)
  • Ғибәҙуллин Ғәле Исмәғил улы (1936—1937)
  • Мәмбәтҡолов Мөхәмәтша (1937—1938)
  • Хужабаев Р. А. (1941—1942)
  • Өмөтбаева Дәүләтбикә Сәйәх ҡыҙы (1942—1943)
  • Ниғмәтуллина Рауза Әбузәр ҡыҙы (1944—1947)
  • Ҡәйүмов Далха Рәхимйән улы (1948—1949)
  • Хәйбуллин Илерйән Ниғмәт улы (1949—1951)
  • Ғәҙелшин Шәрифйән Хәйбрахман улы (1951—1954)
  • Ғайсин М. А. (1954—1955
  • Саварбаева Менәүәрә А. (1955—1956
  • Ирназарова Разия Вәдүт ҡыҙы (1956—1969), БАСС Президиумының Почет грамотаһы менән бүләкләнә
  • Байрамғолов Миҙхәт Әсфәндиәр улы (1958)
  • Барлыбаев Рәжәп Рамаҙан улы (1969—1971
  • Арсланбаев Зәйнетдин Һиҙиәт улы (1971—1975
  • Гишваров Ралит Бакир улы (1975—1977
  • Ғөбәйҙуллин Закир Ҡаһарман улы (1977—1979
  • Хөсәйенов Йәүҙәт Фаҙлыйәхмәт улы (1979—1980
  • Исхаҡов Әхиәр Мөхәмәт улы (1980—1981
  • Кирамов Хөснөлхаҡ Арслан улы 1982—1983
  • Һөйөндөков Булат Рамаҙан улы (1983—2010), Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы, Рәсәй Федерацияһының почетлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре
  • Исҡужин Рөстәм Миҙхәт улы (2010—2013)
  • Монасипов Иҙел Мохтар улы (2013—2020)
  • Уҙәкина Гөлгөнә Мирғәле ҡыҙы (2020—2022)
  • Сыңғыҙова Вәлимә Минтимер ҡыҙы (2022 йылдан)

Уҡытыусылары[1]

  • Богачева Елена Павловна — Богачёв ауылы дөйөм белем биреү мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы, етәксеһе
  • Ильясов Илнур Әмирйән улы — тарих, йәмғиәтте өйрәнеү, информатика уҡытыусыһы
  • Сәлихов Рәмил Йәноҙаҡ улы — биология, география, химия, тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре һәм физик культура уҡытыусыһы
  • Сыңғыҙова Вәлимә Минтимер ҡыҙы — башланғыс кластар уҡытыусыһы
  • Хажиәхмәтова Гөлфиә Нотфулла ҡыҙы — башланғыс кластар уҡытыусыһы
  • Йәйләева Ғәрифә Шәйәхмәт ҡыҙы — башланғыс кластар уҡытыусыһы
Маҡтаулы исем йөрөтөүселәр
  • Рәхмәтуллина Рәйсә Фәтхулла ҡыҙы (1939), педагог-ветеран. 1966—1999 йылдарҙа Баймаҡ районы Ишмырҙа мәктәбе уҡытыусыһы. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры.
  • Байғотлина Рәйлә Далха ҡыҙы — башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы, лайыҡлы ялда.
  • Әфләтунова Әклимә Булат ҡыҙы — технология уҡытыусыһы, Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы
  • Ҡотлогужина Хәҙисә Ғиззәт ҡыҙы — инглиз теле уҡытыусыһы, Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы.
  • Һөйөндөкова Фатима Мазһар ҡыҙы — математика уҡытыусыһы, Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы.
  • Әбүбәкерова Миңнур Ирғәле ҡыҙы — башланғыс класс уҡытыусыһы, Башҡортостан Республикаһы Тәбиғәт ресурстары министрлығының Почет грамотаһы менән бүләкләнгән, лайыҡлы ялда.
Богачёв һәм Семеновское филиалдары буйынса
  • Насырова — Ғибәҙуллина Хәлиҙә Айрат ҡыҙы — Богачево ауылы мәктәбе директоры, география уҡытыусыһы, «Рәсәй Федерацияһының почетлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре» билдәһе менән бүләкләнә
  • Иҙелбаев Ғәлимйән Зариф улы — 1966—1990 йылдарҙа мәктәп директоры. «РСФСР-ҙың Мәғариф отличнигы», БР Мәғариф министрлығының Почет грамотаһы менән бүләкләнә
  • Садыҡов Нурғәле Ғәлинур улы — «Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы» билдәһе менән бүләкләнә (2002), Боғас ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбенең тарих һәм технология уҡытыусыһы, хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Баймаҡ ҡалаһы 2-се урта дөйөм белем биреү мәктәбенең технология һәм физкультура уҡытыусыһы.
  • Ҡашҡарова Рәйхана Рәхимйән ҡыҙы — башланғыс кластар уҡытыусыһы, Башҡортостан Халыҡ мәғарифы министрлығының Почет грамотаһы менән бүләкләнгән, хаҡлы ялда.
  • Шаһиева Нәғимә Әхмәт ҡыҙы — рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, Башҡортостан Халыҡ мәғарифы министрлығының Почет грамотаһы менән бүләкләнә, хаҡлы ялда.

Шулай уҡ уҡығыҙ

Һылтанмалар

Иҫкәрмәләр

Категориялар