Ғәҙелшин Шәрифйән Хәйбрахман улы
Ғәҙелшин Шәрифйән Хәйбрахман улы (1921 йыл — 20 август 2012 йыл) — педагог, дәүләт эшмәкәре, партия һәм совет етәксеһе. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан. I дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1985), «Жуков миҙалы» (1995) менән бүләкләнгән[1].
Биографияһы
Шәрифйән Хәйбрахман улы Ғәҙелшин 1921 йылда Баймаҡ районы Үрге Мәмбәт ауылында тыуған.
Тормош һәм хеҙмәт юлы
1930—1934 йылдар — Башҡорт АССР-ының Баймаҡ районы Ярат башланғыс мәктәбендә уҡый.
1935 йыл — Башҡорт АССР-ының Баймаҡ районы 1-се Этҡол мәктәбенең 7 сығарылыш класы уҡыусыһы.
1935—1939 йылдар — Темәс педагогия училищеһы. 1937—1940 йылдар — ВЛКСМ ағзаһы.
1939—1940 йылдар — Башҡорт АССР-ының Йомағужа районы Аптраҡ ете йыллыҡ мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте, физика һәм физкультура уҡытыусыһы.
1940 йылдың марты — Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы сафына саҡырыла.
1941—1945 йылдар — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша. 1942 йылда КПСС сафтарына алына.
1944—1945 йылдар — Фридрих Энгельс исемендәге Ленинград хәрби-сәйәси училищеһы курсанты.
1945 йылдың декабрендә демобилизациялана, хәрби дәрәжәһе — запастағы капитан.
1946 йылдың 15 ғинуары — 1947 йылдың 15 авгусы — Башҡорт АССР-ының Баймаҡ районы Торф ауыл мәктәбендә тарих фәнен уҡыта. 1946 йылдың мартында өйләнә.
1947 йылдың 15 авгусы — 1948 йылдың 15 авгусы — Башҡорт АССР-ының Баймаҡ районы Юлыҡ ете йыллыҡ мәктәбендә география һәм физкультура уҡытыусыһы.
1948 йылдың 15 авгусы — 1951 йылдың 1 авгусы — Башҡорт АССР-ының Баймаҡ районы Ярат мәктәбе мөдире.
1951 йылдың 1 авгусы — 1953 йылдың 15 ноябре — Башҡорт АССР-ының Баймаҡ районы Ишмырҙа ете йыллыҡ мәктәбе директоры.
1953 йылдың 15 ноябре — 1956 йылдың 30 октябре — Башҡорт АССР-ының Баймаҡ районы Сибай МТС-ы партия бюроһы секретары.
1956 йылдың 30 октябре — 1957 йылдың 4 июне — Сибай МТС-ы зонаһы буйынса КПСС-тың Баймаҡ районы комитеты секретары.
1957 йылдың 4 июне — 1957 йылдың 25 ноябре — Башҡорт АССР-ының Баймаҡ районы Сибай совхозы партия комитеты секретары.
1957 йылдың 25 ноябре — 1963 йылдың 1 авгусы — Башҡорт АССР-ының Баймаҡ районы Темәс мәктәп-интернаты директоры.
1963 йылдың 1 авгусы — 1968 йылдың 15 авгусы — Башҡорт АССР-ының Баймаҡ районы Аҡморон һигеҙ йыллыҡ мәктәбе директоры.
1968 йылдың 6 майы — 1969 йылдың 15 авгусы — Башҡорт АССР-ының Баймаҡ районы Аҡморон һигеҙ йыллыҡ мәктәбенең тарих уҡытыусыһы.
1969 йылдың 15 авгусы — 1977 йылдың 27 октябре — Башҡорт АССР-ының Баймаҡ районы Ҡаратал һигеҙ йыллыҡ мәктәбе директоры.
1977 йылдың 27 октябре — 1981 йыл — Йылайыр ауыл хужалығы техникумының тарих преподавателе.
1981—1995 йылдар — Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районы «Йылайыр» совхоз-техникумының Ветерандар советы рәйесе.
2012 йылдың 20 авгусында вафат була[1][2].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- I дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1985)
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы (1945)
- «Сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштергән өсөн» миҙалы (1956)
- Бөтә Союз ауыл хужалығы күргәҙмәһендә ҡатнашыусы миҙалы (ВСХВ) (1957)
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында еңеүгә 20 йыл» юбилей миҙалы (1966)
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында еңеүгә 30 йыл» (1975)
- «СССР Ҡораллы көстәренә 70 йыл» (1978) юбилей миҙалы
- «Жуков миҙалы» дәүләт наградаһы (1995)[1][3].
Сығанаҡтар
- Л. А. Медведева. Оставил яркий след на земле.
- Сайт социально-патриотической акции Уральского федерального округа. Информация о Гадельшине Ш. Х.