Биишев Мирсаяф Хәсән улы

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Тыуған көнө 27 сентябрь 1862({{padleft:1862|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:27|2|0}})
Заты ир-ат
Тыуған урыны
Вафат булған көнө 1893

Биишев Мирсаяф Хәсән улы (27 сентябрь 1862 йыл1893 йыл) — Ҡазан университетында В. И. Ленин менән бер ваҡытта уҡыусы.

Мирсаяф Хәсән улы Биишев 1862 йылдың 27 сентябрендә хәҙерге Баймаҡ районының Хәсән ауылында (Ырымбур губернаһының Орск өйәҙе 1-се Бөрйән улусы) Хәсән Биишевтың ғаиләһендә тыуған[1]. Ауыл йорт старшинаһы сотник Хәсән Байназар улы Биишевтың исемен йөрөтә. 1838—1846 йылдарҙа Хәсән Биишев 6-сы Башҡорт кантонының начальнигы була. Тарихта уның исеме шулай уҡ 1864 йылда бөрйән, ҡыпсаҡ, үҫәргән һәм тамъян шәжәрәләрен күсереп алыу менән билдәле. Мирсаяф 1876 йылда Ырымбур гимназияһына уҡырға ингән. 1886 йылда ҡаҙна иҫәбенә Ҡазан университетының юридик факультетына уҡырға алына (башта медицина факультетына ғариза яҙа)[2], әммә ауырыу сәбәпле уҡыуҙы киләһе 1887 йылда башлай. Шуға күрә уға В. И. Ульянов (Ленин) менән бер үк ваҡытта уҡырға тура килә. 1887 йылдың 4 (16) ғинуарында студент йыйылышы (сходка) үткәрелә. Мирсаяф Биишев әлеге студент болғаныштарында ҡатнаша.

Ҡазан ғалимы Р. И. Нафиғов «Революцияға беренсе аҙым» исемле китабында әлеге сходкала Рәсәйҙең күп кенә милләт һәм халыҡ вәкилдәренең ҡатнашыуын фәҡәт мөһим факт тип һанай. Китабында ул Биишев Мирсаяф исемен дә телгә ала һәм уның фоторәсемен урынлаштыра[1].

Октябрь революцияһының буласаҡ юлбашсыһы Владимир Ленин уҡыу йортонан үҙ теләге менән китә, ә Мирсаяф Биишевҡа «2 штраф китабына уның исемен индереү менән шелтә (выговор) бирелә»[1].

Сибай тыуған яҡты өйрәнеүсеһе Ф. В. Папков үҙ ваҡытында Хәсән ауылында була, Иҫке Сибай ауылында йәшәүсе аҡһаҡал Утарбай Шаһимәрҙән улы Иҙрисов менән һөйләшә. Утарбай Иҙрисов ысынлап та Мирсаяфтың ҡайҙалыр уҡығаны, әммә билдәһеҙ сәбәптәр арҡаһында тыуған яҡтарына ҡайтҡаны тураһында һәм Ғәҙелша алтын приискыһында нарядсы булып эшләгәнен иҫләп һөйләй. Ауыр эштә һаулығы ҡаҡшап, 1893 йылда ул Хәсән ауылына ҡайта һәм шунда вафат була[1].

Ауыл зыяратында ерләнгән.

Мирсаяф Биишев исеме әҙәбиәттә[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Мирас Иҙелбаевтың тарихи шәхестәр менән ҡыҙыҡһыныуы уның әҙәби ижадында асыҡ сағылды: В. И. Лениндың Ҡазан дәүләт университеты буйынса һабаҡташы һәм көрәштәше, Баймаҡ районының Хәсән ауылында тыуып үҫкән Мирсаяф Биишев тураһында «Декабрь йондоҙҙары» әҫәрен яҙҙы[3].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 Сказание о земле Баймакской, Уфа, Издательство «Слово», 1998, 71 бит.
  2. Баймаҡ районының күренекле улдары һәм ҡыҙҙары. Библиографик күрһәткес. Башҡортостан Республикаһы, Баймаҡ ҡалаһы, 2010 йыл, 5 бит.
  3. Тарих ҡуҙҙарын ҡабыҙыусы(недоступная ссылка)

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Баймаҡ районының күренекле улдары һәм ҡыҙҙары. Библиографик күрһәткес. Башҡортостан Республикаһы, Баймаҡ ҡалаһы, 2010 йыл, 5 бит.
  • Сказание о земле Баймакской, Уфа, Издательство «Слово», 1998, 71 бит.
  • Тарих ҡуҙҙарын ҡабыҙыусы(недоступная ссылка)