Заманов Мәсғүт Фәйзрахман улы

Заманов Мәсғүт Фәйзрахман улы (15 ғинуар 1914 йыл — 16 февраль 1988 йыл) — механизатор, сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштереүсе. 1939—1940 йылдарҙағы Совет-фин һуғышында ҡатнашыусы. СССР-ҙың 5-се саҡырылыш (1958—1962) Юғары Советы депутаты. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1957).

Биографияһы

Мәсғүт Фәйзрахман улы Заманов 1914 йылдың 15 ғинуарында Ырымбур губернаһы Орск өйәҙе[2] Иҫәнбәт (элекке атамаһы Сураш) ауылында тыуған. Башланғыс белемле.

Хеҙмәт юлын 1928 йылдың октябрендә хәҙерге Баймаҡ районындағы Түбә руднигында электромонтер уҡыусыһы булып башлай. 1930—1931 йылдарҙа Әбйәлил районы «Красная Башкирия» совхозындағы механизаторҙар мәктәбендә уҡый. 1931 йылдың декабренән алып Үзбәк ССР-ының Яҡҡабаҡ игенселек совхозында тракторсылар бригадаһын етәкләй. 1934—1937 йылдарҙа — Баймаҡ районы Сибай машина-трактор станцияһында участка механигы, 1938—1939 йылдарҙа — шул уҡ райондың К. Е. Ворошилов исемендәге колхозы шоферы. 1939 йылдың ғинуарында хәрби хеҙмәткә саҡырыла. Совет-фин һуғышында ҡатнаша. Демобилизациянан һуң 1941 йылдың ғинуарында участка механигы булып эшләй, 1955 йылдан алып — Сибай МТС-ы, 1957—1960 йылдарҙа — «Сибай» совхозы комбайнсыһы[3].

1954 йылдан Мәсғүт Заманов Башҡорт АССР-ының сиҙәм һәм ҡалдау ерҙәрен үҙләштереүҙә әүҙем ҡатнаша. 1956 йылда комбайнда 745 гектар майҙанда 15 450 центнер иген һуға. Һәр гектарҙан йыйылған уңыш 21 центнер тәшкил итә.

Уңыш йыйыуҙа һәм иген әҙерләүҙәге 1956 йыл юғары ҡаҙаныштары өсөн СССР Юғары Советы Президиумының 1957 йылдың 11 ғинуарындағы Указы менән Мәсғүт Замановҡа «Социалистик Хеҙмәт Геройы» исеме бирелә[3].

1960 йылда хаҡлы ялға сыға.

1988 йылдың 16 февралендә вафат була

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Хәтер

  • Баймаҡ районының Иҫәнбәт һәм Иҫке Сибай ауылдары урамдары Герой исемен йөрөтә[3].

Әҙәбиәт

  • Герои труда / сост. Р. А. Валишин [и др.]. — Уфа: Китап, 2011. — 432 с. : ил. — ISBN 978-5-295-05228-6.

Һылтанмалар