Матросов Александр Матвеевич

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Александр Матвеевич Матросов
Alexander Matveyevich Matrosov.jpg
Исеме рус. Александр Матвеевич Матросов
Тыуған көнө 5 февраль 1924({{padleft:1924|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:5|2|0}})
Тыуған урыны Украина ССР-ының Екатеринослав губернаһы Екатеринослав ҡалаһы
Вафат  булған көнө 27 февраль 1943({{padleft:1943|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:27|2|0}}) (19 йәш)
Вафат булған урыны Псков өлкәһе Плетень ауылы
Хеҙмәт иткән урыны Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР
Ғәскәр төрө Эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл армияһы
Хеҙмәт итеү йылдары 1942—1943
Хәрби звание
RA SA A R1Private 1955 turn.gif
Хәрби алыш/һуғыштар Бөйөк Ватан һуғышы
Награда һәм премиялар
Советтар Союзы Геройы
Ленин ордены
Логотип РУВИКИ.Медиа РУВИКИ.Медиа файлдары

Матросов Александр Матвеевич (тыуғандағы исеме — Мөхәмәтйәнов Шакирйән Юныс улы; 5 февраль 1924 йыл, Екатеринослав — 27 февраль 1943 йыл, Калинин өлкәһе, Чернушки ауылы) — Советтар Союзы Геройы (19 июнь 1943 йыл), ҡыҙылармеец, Калинин фронтындағы генерал М. Н. Герасимов оператив төркөмөнөң 6-сы Сталин Себер ирекле уҡсылар корпусының И. В. Сталин исемендәге 91-се айырым Себер ирекле бригадаһы 2-се айырым уҡсылар батальонының автоматсы-уҡсыһы, ВЛКСМ ағзаһы. 19 йәшендә немец дзотының амбразураһын күкрәге менән ҡаплап, үҙенең взводы яугирҙәренә дошмандың ут нөктәһен баҫтырырға мөмкинлек бирә. Батырлығы гәзит, журнал, әҙәбиәт, кинола киң яҡтыртыла, һәм рус телендә тотороҡло һүҙбәйләнешкә әйләнә (подвиг Александра Матросова, подвиг Матросова).

Биографияһы

Рәсми фараз буйынса, Александр Матвеевич Матросов 1924 йылдың 5 февралендә Украина ССР-ының Екатеринослав губернаһы Екатеринослав[1] ҡалаһында тыуған[2]. Бүләкләү документтарында милләте — рус тип күрһәтелгән[3].

Журналист Рәүеф Насыров тарафынан ентекле тикшерелеп[4] Башҡорт энциклопедияһына[5], шулай ук Татар энциклопедияһына[6] индерелгән версия буйынса, Матросовтың ысын исеме — Шакирйән Юныс улы Мөхәмәтйәнов, ә тыуған урыны — Башҡорт АССР-ының Тамъян-Ҡатай кантонының Ҡунаҡбай ауылы (хәҙер ауыл — Башҡортостан Республикаһының Учалы районы Ҡунаҡбай ауыл биләмәһенең административ үҙәге). Александр Матросов биографияһын өйрәнеү менән шөғөлләнеүсе эҙәрмәндәрҙең күп йыллыҡ эҙләнеүҙәре һәм тикшеренеүҙәренән һуң, Геройҙың тыуған көнө һәм уның һәләк булған урыны ғына дөрөҫлөккә тура килеүе асыҡлана. Ҡалған мәғлүмәттәр ҡаршылыҡлы була, шул сәбәпле ентекле тикшереүҙе талап итә. Украинаның Эске эштәр органдарынан алынған яуап нигеҙендә 1924 йылда Днепропетровск ЗАГС-тарының береһендә лә Александр Матвеевич Матросовтың тыуыуы тураһнда мәғлүмәттең теркәлмәүе асыҡлана[7].

Александр Матросов — Шакирйән Мөхәмәтйәнов тураһында 2008 йылда Мәскәүҙә документаль фильм төшөрөлә (режиссеры — Алексей Смаглюк, режиссер-ҡуйыусыһы — Сергей Краус). Фильм авторҙары, тарихи эҙләнеүҙәр, Геройҙы танып белгән замандаштарының иҫтәлектәре, архив документтарына нигеҙләнеп, Александр Матросовтың Шакирйән Мөхәмәтйәнов булыуын иҫбатлай[8].

Тағы бер версия буйынса, Александр Матросовтың тыуған яғы — Һамар губернаһы Ставрополь өйәҙенең Высоко-Колок ауылы (хәҙерге ауыл Ульяновск өлкәһенең Яңы Малыҡлы районына керә)[9]. Версия буйынса, өс балаһы мелән тол ҡалған әсәһе 1935 йылда, Сашаны, аслыҡтан ҡотҡарып ҡалыу өсөн, Мәләкәс балалар йортона тапшыра. Унан баланы Ульяновск өлкәһенең Ульяновск районы Иваново балалар йортона күсерәләр, унда ул 1937—1939 йылларҙа йәшәй[10]. Нина Дубовиктың 2016 йылда сыҡҡан «Всё равно я буду человеком» китабында Матросовтың тыуған яғы — хәҙерге ваҡытта юҡҡа сыҡҡан Зин Овраг ауылы тип күрһәтелә. Был ауыл шулай уҡ Ульяновск өлкәһенең Яңы Малыҡлы районы, Высоко-Колок ауыылы биләмәһенә кергән була[11].

Кесе йәштән үк етем ҡалып, Ульяновск өлкәһенең Мәләкәс балалар йортонда тәрбиәләнә. РСФСР Енәйәт кодексының 162-се статьяһы буйынса «сит кешенең милкен йәшерен алыу (урлау)» буйынса хөкөм ителә. Ульяновск өлкәһенең Ульяновск районы, Ивановка биҫтәһендә урынлашҡан колонияға үҫмерҙе 1938 йылдың 7 февралендә килтерәләр[12]. Ивановка балалар йортонда мәктәпте тамамлағас, 1939 йылда Матросов-Мөхәмәтйәнов Куйбышев ҡалаһындағы 9-сы заводта (вагон төҙәтеү заводы)[5] формаға һалыусы булып эшләй башлай, ләкин тиҙҙән унан ҡаса.

1940 йылдың 8 октябрендә Куйбышев ҡалаһының Фрунзе районы 3-сө участкаһы халыҡ суды Матросовты РСФСР Енәйәт кодексының 192а статьяһының 2-се өлөшө буйынса иркенән мәхрүм итә. Ул, Һарытауҙан 24 сәғәттә китеү тураһында ҡарарға ҡарамаҫтан, ҡалала ҡалыуын дауам итә һәм ғәйепле тип табыла. Матросов 1941 йылдың 21 апрелендә НКВД ҡарамағындағы 2-се Өфө балалар хеҙмәт колонияһына килтерелә. 1941 йылдың апрель аҙағында колонияла төркөмдәре менән ҡасырға әҙерләнеүсе бәлиғ булмаған тотҡондар төркөмө асыҡлана (50-гә яҡын кеше, улар иҫәбендә Матросов та була), ул ваҡытта бары тик ҡасыуҙы ойоштороусы ғына хөкөм ителә. 1942 йылдың 5 мартына тиклем колония фабрикаһында слесарь өйрәнсеге булып эшләй. Колония фабрикаһы, Бөйөк Ватан һуғышы башланыу менән, оборона продукцияһы әҙерләп сығара башлай. 1942 йылдың 15 мартында егет тәрбиәсе ярҙамсыһы итеп билдәләнә һәм колонияның үҙәк низағ комиссияһы рәйесе итеп һайлана. СССР Юғары Судының Суд коллегияһы 1940 йылдың 8 октябрендәге ҡарарын 1967 йылдың 5 майында бөтөрә.

Бөйөк Ватан һуғышы башланғандан һуң, Матросов үҙен фронтҡа ебәреүҙе һорап мөрәжәғәт итә. Тарихсы Айрат Баһауетдинов раҫлауынса, ул 1942 йылдың 26 октябрендә Өфө ҡалаһының Киров районы хәрби комиссариаты тарафынан мобилизациялана[13].

Александр Мотросовның 17251590 номерлы комсомол билеты. Ҡәләм менән: «Лег на боевую точку противника и заглушил её. Проявил геройство» тип яҙылған.

1942 йылдың 30 сентябренән Краснохолм пехота училищеһында 5-се рота курсанты булып уҡый башлай. 1942 йылдың ноябрендә комсомолға инә. 1942 йылдың декабрендә училище курсанттары менән бергә Әстерхандағы (Әстерхан өлкәһенең Харабали ҡалаһындағы) йыйылыу пунктына учениеға ебәрелә.

1943 йылдың 18 ғинуарында Чкалов (хәҙер Ырымбур) өлкәһенең Платовка станцияһынан училище курсанттары менән бергә үҙ теләге менән Калинин фронтына юллана. 1943 йылдың 12 февралендә Матросов хәрби часҡа килә, Калинин фронтының И. В. Сталин исемендәге 91-се айырым Себер ирекле бригадаһының 2-се айырым уҡсылар батальонында (башҡа мәғлүмәттәр буйынса 3-сө батальондың 1-се ротаһында) (һуңыраҡ 56-сы гвардия уҡсылар дивизияһының 254-се гвардия уҡсылар полкы) хеҙмәт итә башлай, группа комсоргы итеп һайлана һәм взвод агитаторы итеп тәғәйенләнә. 1943 йылдың 15 февралендә 18:00 сәғәттә 91-се бригада Земцы станцияһынан Локня ҡалаһы йүнәлешендә юлға сыға.

Фронтта

1943 йылдың 25 февралендә 91-се бригада ике батальоны менән Чёрное һәм Брутово тораҡ пункттары өсөн һөжүм һуғыштары алып бара. 1943 йылдың 26 февралендә 91-се бригаданың 2-се батальон көстәренең бер өлөшө, Чернушка Северная ауылын көнсығыштан урап үтеп, Плетень (Төньяҡ) ауылы районына сыға. Бурыс: Чернушка һәм Чёрное ауылдарын һаҡлаған дошманды, флангтан һөжүм яһап, юҡ итеү һәм ауылдарҙы яулап алыу. Фронттан Чернушкиға 4-се батальон һөжүм итә. Марш яһаған батальонды дошман уты өс төркөмгә бүлә. Ауыр алыштан һуң батальон төркөмдәре берләшә, батальон командиры капитан Афанасьев яралана. Дошман урта миномёттарҙан, артиллериянан һәм ауыр миномёттарҙан ут асып, ныҡышмалы ҡаршылыҡ күрһәтә.

Батырлығы

1943 йылдың 27 февралендә 2-се батальонға Калинин өлкәһе Локнян районы Чернушки ауылы эргәһендәге терәк пунктына һөжүм итергә бойороҡ бирелә[14]. Урман аша килеп сыҡҡандан һуң, совет һалдаттары дошмандың көслө уты аҫтына эләгә — дзоттарҙағы өс пулемёт ауылға барыуҙы ҡаплай. Ут нөктәләрен баҫтырыу өсөн икешәр кешенән торған штурм төркөмдәре ебәрелә. Улар ике флангтағы дзоттарҙы юҡ итә, әммә үҙәк дзоттағы пулемёт Плетень ауылы алдындағы йырынды утҡа тотоуын дауам итә. Уны юҡ итергә тырышыуҙар уңышһыҙ тамамлана.

Шул саҡта ҡыҙылармеецтар — 1920 йылда Һарытау өлкәһенең Балаково ҡалаһында тыуған Огурцов Пётр Александрович һәм Александр Матросов дзотҡа ҡарай шыуыша. Дзот эргәһендә Огурцов ҡаты яралана, һәм Матросов операцияны бер үҙе дауам итә. Ул амбразураға флангтан яҡынлаша һәм ике граната ташлай. Пулемёт тынып ҡала. Әммә һалдаттарҙың һөжүмгә күтәрелеүе була, дзоттан яңынан ут асыла. Матросов шул саҡта һикереп тора ла дзотҡа ташлана һәм кәүҙәһе менән амбразураны ҡаплай. Яугир, ғүмерен фиҙа ҡылып, подразделениеһына хәрби бурысын үтәргә булышлыҡ итә.

Дошман уты көсһөҙләнгәс, батальон шунда уҡ алға ташлана. 4-се батальондың фронталь һәм 2-се батальондың фланг һөжүме менән Плетень ауылы алына. Чернушка ауылына юл асыла, һәм 13:00 сәғәттә 4-се батальон көстәре ауылға бәреп инә. 91-се айырым уҡсылар бригадаһының сәйәси бүлек агитаторы өлкән лейтенант Пётр Ильич Волков Александр Матросовтың батырлығы тураһында сәйәси бүлеккә хәбәр итә. Уның донесениеһында Матросовтың Калинин өлкәһе Локнян районы Чернушки ауылы янындағы алышта нисек батырҙарса һәләк булыуы күрһәтелә[15]. Хәҙерге ваҡытта ауылдар юҡ, Плетень ауылы территорияһы Михайловск улусына, ә Чернушки ауылы — Псков өлкәһе Локнян районы Самолуковский улусына инә.

Чернушки ауылы янындағы немец дзоты, уның амбразураһын Александр Матросов кәүҙәһе менән ҡаплай.

Батырлыҡты мәңгеләштереү

Матросовтың батырлығын матбуғатта беренсе булып совет журналисы Михаил Бубеннов яҡтырта[16]. Совет әҙәбиәтендә Матросов батырлығы ҡаһарманлыҡ һәм хәрби фиҙаҡәрлек, ҡаһарманлыҡ һәм Тыуған илгә һөйөү символына әүерелә.

Матросов Александр Матвеевич башта Чернушки ауылы янында ерләнә, ә 1948 йылда уның кәүҙәһе Великие Луки өлкәһенең Великие Луки ҡалаһында ҡабаттан ер ҡуйынына тапшырыла[17].

Чернушки ауылы янында Александр Матросовтың тәүге ерләнгән урыны

СССР Юғары Советы Президиумының 1943 йылдың 19 июнендәге «Ҡыҙыл Армияның етәксе һәм рядовой составына „Советтар Союзы Геройы“ исемен биреү тураһында» Указы менән Александр Матросов «немец илбаҫарҙары менән көрәш фронтында командованиеның хәрби заданиеларын өлгөлө үтәгәне һәм шул ваҡытта күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн» үлгәндән һуң «Советтар Союзы Геройы» исеменә лайыҡ була[18][19].

Великие Луки ҡалаһында Александр Матросовтың ҡәберендәге һәйкәл, 1954 йылдың 25 июлендә асыла.

СССР Оборона халыҡ комиссариатының 1943 йылдың 8 сентябрендәге 162-се бойороғонда: «Матросов иптәштең бөйөк батырлығы Ҡыҙыл Армияның бөтә яугирҙәре өсөн хәрби фиҙаҡәрлек һәм ҡаһарманлыҡ өлгөһө булып хеҙмәт итергә тейеш» тип яҙыла. Ошо уҡ бойороҡ менән А. М. Матросов исеме 254-се гвардия уҡсылар полкына бирелә, ә үҙе мәңгелеккә был полктың 1-се ротаһы исемлегенә индерелә[20].

Александр Матросов часть исемлегенә мәңгелеккә индерелгән беренсе совет яугире була.

Альтернатив фараздар

Элекке разведрота командиры Л. И. Лазарев фекеренсә, Матросов граната ташлау өсөн күтәрелгән мәлдә пулемёт уты уны киҫеп үтә, был уны артҡы яҡтан күреп торған яугирҙар өсөн үҙ кәүҙәһе менән пулемёт утын ҡапларға ынтылыуы кеүек күренә.

Ваҡиға шаһиттарының хаттарына һылтанған фронтовик-яҙыусы Виктор Астафьев һүҙҙәренсә, Матросов амбразураға өҫтән тәгәрәп төшә, пулемёттың оҙон көбәген ҡыҫҡа ваҡытҡа аҫҡа эйергә маташа, был уның полкташтарына алға ташланыу өсөн етерлек булыр ине, әммә немецтар көбәкте тартып ала, һәм Матросов ут аҫтында ҡала[21].

Матросов менән бергә немец дзотын баҫып алырға маташҡан Пётр Огурцов һәм 4-се батальондың хәрби фельдшеры Галина Суднова хеҙмәттәштәре батырлығының рәсми фаразын тулыһынса раҫлай.

Совет хәрби частары документтарын һәм вермахттың немец документтарын анализлаған башҡорт тарихсыһы Айрат Баһауетдиновтың тикшеренеүҙәренә ярашлы, Александр Матросов үҙенең беренсе һәм һуңғы алышында 1943 йылдың 25 февралендә (27 февралдә түгел) батырлыҡ күрһәтә. Немецтарҙың 93-сө пехота дивизияһының хәрби хәрәкәттәр журналы Чернушкиҙың көньяҡ-көнсығышында совет ғәскәрҙәренең немец оборона һыҙығын иртән өҙөүен раҫлай. Александр Матросовтың 2-се уҡсылар батальоны Чернушки янында немец оборона һыҙығын 25 февралдә иртә таңдан Чёрное ауылынан төньяҡ-көнсығышҡа табан 2 километр алыҫлыҡта өҙгән. Александр Матросов батырлыҡ күрһәткән урыны совет һәм немец документтары нигеҙендә урмандың көнсығыш ситендә Чернушки ауылынан көнсығышҡа табан 1 километр 200 метр алыҫлыҡта тип асыҡлана. Ул немецтарҙың оборона терәк пункты урыны менән тап килә[22].

Айрат Баһауетдинов вермахт документтарын анализлай һәм беренсе булып Чернушки (көньяҡ) һәм Чернушки (төньяҡ) ауылдарын 1943 йылдың 10 февраленән 27 февраленә тиклем 285-се һаҡ дивизияһының 113-сө һаҡ полкы 3-сө батальонының 11-се немец ротаһы һаҡлағанын асыҡлай. Ул Тиман төркөмө составында һәм оператив буйһоноуында һуғыша. 3-сө батальон командиры майор Теодор Ванке, 11-се рота командиры гауптман Роберт Стратман була. 11-се рота ике взводтан тора. Беренсе взвод командиры обер-лейтенант Макс Доринг, ә икенсенеке — лейтенант Макс Рабл. Был ике взводтың шәхси составы Чернушки ауылы янындағы дзоттарҙа була[22].

Ошондай уҡ батырлыҡ эшләгәндәр

Һуғыш йылдарында 400-ҙән ашыу яугир шундай уҡ ҡаһарманлыҡ күрһәткән[23]; тикшеренеүсе Н. Н. Смирнов мәғлүмәттәре буйынса, 2000 йылда ул ошондай 402 ҡаһарманды асыҡлаған[24].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Хәтер

Александр Матросов һүрәте менән почта конверты
(1983 йыл)
СССР-ҙың почта маркаһы (1944 йыл)
СССР-ҙың почта маркаһы (1963 йыл)
Санкт-Петербургтағы
А. Матросов урамында мемориаль таҡтаташ
Александр Матросовтың тәүге ерләнгән урыны схемаһы
  • Һуғыш йылдарында «Окна ТАСС» агитация плакаты «Комсомолец Александр Матросовтың батырлығы» исеме менән сығарыла.
  • Великие Луки ҡалаһында Матросов ҡәберендәге һәйкәл. Авторҙары — скульптор Е. В. Вучетич һәм баш архитектор В. А. Артамонов. Бронза скульптураның бейеклеге 4,2 метр, гранит постаменттың бейеклеге 4,32 метр. Нигеҙе шымартылған лабрадорит плиталарҙан эшләнгән. Һәйкәл 1954 йылдың 25 июлендә асыла. Геройҙың кәүҙәһе ятҡан майҙанға уның исеме бирелгән[26].
  • Петропавловск-Камчатский ҡалаһындағы 53129 МПК-332 хәрби часы исемлегенә индерелгән.
  • 1943 йылдың 8 сентябрендә 56-сы гвардия уҡсылар дивизияһының 254-се гвардия уҡсылар полкына Матросов исеме бирелә, ул үҙе мәңгелеккә был частың 1-се ротаһы исемлегенә индерелә. Бөйөк Ватан һуғышы тамамланғандан һуң, полк Таллинда урынлаша (в/ч 92953). 1994 йылда Советтар Союзы Геройы Александр Матросов исемендәге 254-се гвардия уҡсылар полкы Смоленск өлкәһенең Ельня ҡалаһына күсерелә һәм 2000 йылға тиклем тарҡатыла. 2004 йылдың 23 февралендә Түбәнге Новгородта даими әҙерлектәге 3-сө мотоуҡсылар дивизияһының 752-се мотоуҡсылар полкы «Александр Матросов исемендәге 254-се гвардия мотоуҡсылар полкы» тип, һуңынан «9-сы айырым мотоуҡсылар бригадаһы» итеп үҙгәртелә (в/ч 54046), ул 2010 йылда тарҡатыла. 2019 йылда ойошторолған Көнбайыш хәрби округының 254-се гвардия уҡсылар полкының вариҫы тип иғлан ителгән гвардия мотоуҡсылар полкына 2020 йылда Александр Матросов исеме бирелә[27].
  • Александр Матросов һәләк булған урында мемориаль комплекс ҡуйылған.
  • Рәсәйҙең һәм Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе илдәренең күп кенә ҡалаларында урам һәм парктар Александр Матросов исеме менән аталған.
  • 2015 йылда Александр Матросовтың барельефы Ульяновск ҡалаһындағы Пионер-геройҙар аллеяһында ҡуйыла[28].
  • «Пассажирречтранс» компанияһының Енисей йылғаһы буйлап Красноярск — Дудинка линияһында рейстар башҡарыусы пассажир теплоходына Александр Матросов исеме бирелгән.
  • Ульяновск өлкәһе Ульяновский районындағы 1937—1939 йылдарҙа Александр Матросов йәшәгән Ивановка балалар йорто 1960 йылдан Герой исемен йөрөтә[29].
  • 1978 йылдан Ульяновск өлкәһендә Советтар Союзы Геройы А. Матросов иҫтәлегенә арналған традицион еңел атлетика йүгереше үтә[30].
  • Ульяновск өлкәһе Ульяновский районындағы «Охотничья» станцияһында урынлашҡан ҡала ситендәге балалар һауыҡтырыу лагеры Советтар Союзы Геройы А. Матросов исемен йөрөтә[31]
  • РСФСР Министрҙар Советының 1973 йылдың 27 февралендәге Ҡарарына ярашлы, Александр Матросов исеме Ульяновск өлкәһенең «Баратаевский» совхозына бирелә һәм хужалыҡ «Советтар Союзы Геройы Александр Матросов исемендәге совхоз» тип йөрөтөлә башлай[32].
  • Великие Луки ҡалаһының Комсомол даны музейы Александр Матросов исемен йөрөтә.
  • Ульяновск өлкәһе Ульяновский районының Ивановка ауылындағы Советтар Союзы Геройы А. Матросовтың мемориаль музейы (1960 йылда асыла). Ул Мәскәүҙәге Поклонная тауындағы хәрби һәм хеҙмәт даны музейҙары исемлегенә индерелгән[10].
  • Ульяновск өлкәһе Ульяновский районының ошо уҡ Ивановка ауылында 1958 йылдың 8 февралендә балалар йортоноң Саша Матросов йәшәгән бинаһында мемориаль таҡтаташ асыла[29].
  • СССР почтаһы 1944 һәм 1963 йылдарҙа Александр Матросов фотоһы менән почта маркалары сығара (өҫтәге фотолар).
  • 1973 йылда СССР Элемтә министрлығы Ульяновск өлкәһенең Ивановка ауылындағы «Советтар Союзы Геройы Александр Матросовтың батырлығы» скульптураһы төшөрөлгән маркалы почта конверты сығара[33].
  • 1983 йылда Александр Матросовтың һәләк булыуына 40 йыл тулыу айҡанлы уның рәсеме төшөрөлгән маркалы почта конверты сығарыла (өҫтәге фото).

Һәйкәлдәр

Александр Матросов һәйкәлдәре түбәндәге ҡалаларҙа һәм тораҡ пункттарында ҡуйылған:

Галерея

Сәнғәттә

Фильмдар

Әҫәрҙәр

  • Анвер Бикчентаев. Право на бессмертие'. — М.: Советский писатель, 1950. — 288 с.
  • Багаутдинов Айрат Маратович, Багаутдинов Рушан Айратович. Подвиг Александра Матросова: анализ советских и немецких документов. Монография. Уфа. РИЦ БашГУ. 2021. — 223 с. ISBN 978-5-7477-5317-4
  • Әнүәр Бикчәнтәев. Бөркөт һауала үлә. Повесть. — Өфө, 1958. — 384 бит.
  • Журба П. «Александр Матросов»
  • Пантелеев «Гвардии рядовой»

Музыкала

  • Александр Матросов «Гражданская оборона» төркөмөнөң «Свобода» йырында телгә алына (И чему посмеивался Санька Матросов…).

Иҫкәрмәләр

  1. Хәҙер Днепропетровск
  2. Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1988. — Т. 2 /Любов — Ящук/. — 863 с. — 100 000 экз. — ISBN 5-203-00536-2.
  3. Наградной документ Героя Советского Союза (Орден Ленина и медаль «Золотая звезда») (Тикшерелеү көнө: 15 апрель 2025)
  4. «Откуда ты родом, Матросов?»
  5. 1 2 Насыров Р. Х. Матросов Александр Матвеевич // Башҡорт энциклопедияһы. — Уфа: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-306-8.
  6. Матросов Александр Матвеевич
  7. 70 лет подвигу Матросова: как переписали советскую историю. Дата обращения: 13 сентябрь 2017. Архивировано 14 сентябрь 2017 года.
  8. Александр Матросов. Правда о подвиге. Документальный фильм // www.smotrim.ru, 14.8.2012.  (Тикшерелеү көнө: 14 апрель 2025)
  9. Александр Толчков: «Мать сдала его в детдом, чтобы он не умер с голода». Известия (4 февраль 2004). Дата обращения: 9 сентябрь 2017. Архивировано 28 февраль 2013 года.
  10. 1 2 История детского дома - Ивановский детский дом. i-detdom.ru. Дата обращения: 8 октябрь 2020. Архивировано 24 октябрь 2020 года.
  11. 1 2 В Ульяновской области открыли памятный знак Александру Матросову. 1ul.ru. Дата обращения: 11 октябрь 2020. Архивировано 17 октябрь 2020 года.
  12. История детского дома - Ивановский детский дом. i-detdom.ru. Дата обращения: 8 октябрь 2020. Архивировано 24 октябрь 2020 года.
  13. Подвиг Александра Матросова: анализ советских и немецких документов // ПРОБЛЕМЫ ВОСТОКОВЕДЕНИЯ. 2021/3 (93). С. 15-23.
  14. со 2 октября 1957 года деревня Чернушки вошла в состав Псковской области
  15. Семен Экштут, доктор философских наук. Километры и секунды Александра Матросова. Полная реконструкция подвига, совершенного 75 лет назад. Публикуется впервые.
  16. Память народа
  17. со 2 октября 1957 года город Великие Луки входит в состав Псковской области
  18. Указ Президиума Верховного Совета СССР «О присвоении звания Героя Советского Союза начальствующему и рядовому составу Красной Армии» от 19 июня 1943 года // Ведомости Верховного Совета Союза Советских Социалистических Республик : газета. — 1943. — 23 июнь (№ 23 (229)). — С. 3.
  19. Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
  20. О ПРИСВОЕНИИ 254-му ГВАРДЕЙСКОМУ СТРЕЛКОВОМУ ПОЛКУ ИМЕНИ АЛЕКСАНДРА МАТРОСОВА. Дата обращения: 14 июль 2022. Архивировано 15 октябрь 2019 года.
  21. Ужасная правда о войне без вымысла и мифов от писателя-фронтовика: Беседа В. Астафьева с кинорежиссёром Н. Михалковым. Дата обращения: 2 июнь 2019. Архивировано 9 ноябрь 2018 года.
  22. 1 2 Багаутдинов, А. М. Подвиг Александра Матросова: анализ советских и немецких документов // Проблемы востоковедения : журнал. — 2021. — № 3 (93).
  23. «Герои Советского Союза» (По материалам книги: Иванов Г. Знаменитые и известные бежечане. В 3-х книгах. — М.: Вече, 2005.). Информационный сайт города Бежецк. Дата обращения: 8 ғинуар 2016. Архивировано 13 март 2010 года.
  24. Возможно, выйдет новая книга о героях. Об актах самопожертвования советских воинов в годы Великой Отечественной войны. // Военно-исторический журнал. — 2001. — № 3. — С.9.
  25. Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 793756, д. 30, л. 228)
  26. Подвиг Александра Матросова
  27. Единственному в ВС РФ гвардейскому мотострелковому полку ЗВО вернут почётное имя Александра Матросова и вручат и боевое знамя нового образца / mil.ru, 28 декабря 2019. Дата обращения: 29 декабрь 2019. Архивировано 29 декабрь 2019 года.
  28. В Ульяновске открыли Аллею пионеров-героев. Официальный сайт полномочного представителя Президента Российской Федерации в Приволжском федеральном округе. Дата обращения: 4 ноябрь 2020. Архивировано 24 июнь 2020 года.
  29. 1 2 История детского дома - Ивановский детский дом. i-detdom.ru. Дата обращения: 8 октябрь 2020. Архивировано 24 октябрь 2020 года.
  30. Главная - Ивановский детский дом. i-detdom.ru. Дата обращения: 8 октябрь 2020. Архивировано 14 октябрь 2020 года.
  31. 1 2 О лагере. www.lagermatrosova.ru. Дата обращения: 8 октябрь 2020. Архивировано 15 октябрь 2020 года.
  32. Ульяновская правда, 27.2.1973 г. Совхозу - имя героя.
  33. с.Ивановка СКУЛЬПТУРА МАТРОСОВА 1973 ХМК КТ9 конверт Ульяновск.область. meshok.net. Дата обращения: 8 октябрь 2020.
  34. 2GIS Captcha. captcha.2gis.ru. Дата обращения: 11 октябрь 2020.
  35. 1 2 Изобразительное искусство. Дата обращения: 12 ғинуар 2013. Архивировано 25 октябрь 2012 года.
  36. Никулочкин, Д. В. Хранители истории Ишимбая : ч. VI-II // Подметки+ : газ. / ред. Г. Р. Ямалова. — Ишимбай : РИК «Аспект», 2018. — № 20 (16 май). — С. 2.
  37. Коряжма. Памятники Архивная копия от 26 сентябрь 2016 на Wayback Machine.
  38. Фотография памятника Александру Матросову в Кургане Архивная копия от 22 июнь 2015 на Wayback Machine.
  39. Информация о памятнике. Дата обращения: 24 апрель 2013. Архивировано 24 июль 2013 года.

Әҙәбиәт

  • Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1988. — Т. 2 /Любов — Ящук/. — 863 с. — 100 000 экз. — ISBN 5-203-00536-2.
  • Золотые звёзды Оренбуржья: биографический справочник / В. П. Россовский; ред. Е. А. Урбанович; рец. У. А. Батыров, Н. М. Румянцев. — изд. 2-е, перераб. и доп. — Оренбург: ИПК «Южный Урал», 2005. — С. 382—383. — 595 с. — ISBN 5-94461-009-3.
  • Оренбуржцы — Герои Советского Союза: библиографический указатель / Библиогр. отд.; сост. Н. А. Кузнецова. — 1. — Оренбург: Областная научная библиотека имени Н. К. Крупской, 1987. — С. 81—82.
  • Бикчентаев А. Г. Орёл умирает на лету. — Уфа : Башкирское книжное издательство, 1966. — 262 с. — 100 000 экз.
  • Бондаренко-Снитин О. Правда и вымысел // Ватандаш : журнал. — 2005. — № 2. — С. 107—112.
  • Бо­ри­сов Н. Бро­сок в бес­смер­тие // Жи­вая па­мять: Ве­ли­кая Оте­че­ст­вен­ная: прав­да о вой­не. М., 1995. Т. 1.
  • Вклад за­клю­чен­ных ГУЛага в по­бе­ду в Ве­ли­кой Оте­че­ст­вен­ной вой­не // Новая и новейшая история. 1996. № 5.
  • Коваленко А. П., Сгибнев А. А. Бессмертные подвиги. — М.: Воениздат, 1980. — 351 с.
  • Ко­ва­лен­ко А. П. Прав­да о Мат­ро­со­ве и мат­ро­сов­цах. М., 1994
  • 2194579 / Колганов А. М. // Маниковский — Меотида [Электронный ресурс]. — 2011. — С. 382. — (Большая российская энциклопедия : [в 35 т.]; vol. 2004—2017, вып. 19). — ISBN 978-5-85270-353-8.
  • Легостаев И. Т. Бросок в бессмертие: к 40-летию подвига А. Матросова / предисл. И. С. Медникова. — 2-е изд., перераб. — М.: Молодая гвардия, 1983. — 111 с. — (Герои комсомола).
  • Имя с первой полосы. — М., 1985. — С. 540—548.
  • Молодые герои Великой Отечественной войны. — М., 1970. — С. 141—153.
  • Славные сыны Башкирии. — Уфа, 1965. — Т. 1. — С. 19—28.
  • Шкадаревич И. И. Подвиг Матросова. — М.: Воениздат, 1961. — 104 с.
  • Шкадаревич И. И. Бессмертный подвиг Александра Матросова. — М.: Просвещение, 1973. — 192 с.

Һылтанмалар