Журавлёв Даниил Арсентьевич
Хеҙмәт итеүе | СССР |
---|---|
Хәрби звание | генерал-полковник[d] |
Ғәскәр төрө | противовоздушная оборона[d] |
Командалыҡ иткән | Московский фронт ПВО[d] и Западный фронт ПВО[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | |
Һуғыш/алыш | |
Вафат булған урыны | |
Ҡатнашыусы | ВКП(б)-ның XVIII съезы[d] |
Вафат булған көнө | 16 сентябрь 1974 (73 йәш) |
Заты | ир-ат |
Ерләнгән урыны | |
Тыуған көнө | 25 декабрь 1900 |
Һөнәр төрө | мемуарист |
Тыуған урыны |
Журавлев Даниил Арсентьевич (25 декабрь 1900 йыл — 16 сентябрь 1974 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан хәрби хеҙмәткәре, артиллерия генерал-полковнигы (1944), КПСС ағзаһы.
Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Даниил Арсентьевич Журавлев 1900 йылдың 25 декабрендә Ырымбур губернаһы Баймаҡ заводы ауылында шахтер ғаиләһендә тыуған. 1918 йылдан Ҡыҙыл Армия сафында, граждандар һуғышында ҡатнаша. 1919—1922 йылдарҙа Көнсығыш һәм Төркөстан фронттарында хеҙмәт итә. 1-се саҡырылыш РСФСР Юғары Советы депутаты.
1922 йылда Хәрби сәйәси курс, 1928 йылда — С. С. Каменев исемендәге Сумы артиллерия мәктәбен тамамлай. Бөйөк Ватан һуғышы башланғанға тиклем Рязань артиллерия училищеһы начальнигы вазифаһын биләй. 1941 йылдың майынан 1-се Һауа һөжүменән һаҡланыу (ПВО) корпусы командиры итеп тәғәйенләнә, бер үк ваҡытта Мәскәү Һауа һөжүменән һаҡланыу пункты начальнигы, 1942 йылдың апреленән Мәскәү Һауа һөжүменән һаҡланыу фронты командиры.
Һуғыш барышында Көнбайыш Һауа һөжүменән һаҡланыу фронты командиры.
1946 йылдан Көнбайыш һәм Төньяҡ‑Көнбайыш округтарының Һауа һөжүменән һаҡланыу ғәскәрҙәре командиры, СССР Һауа һөжүменән һаҡланыу ғәскәрҙәре командующийы урынбаҫары, радио-техник элемтә ғәскәрҙәре һәм СССР Һауа һөжүменән һаҡланыу ғәскәрҙәренең элемтә хеҙмәте начальнигы.
1950 йылда К. Е. Ворошилов исемендәге Юғары хәрби академия ҡарамағындағы Юғары командалыҡ составы белемен камиллаштырыу курсын тамамлай[1]
1954 йылда запасҡа китә. Мәскәүҙең почетлы гражданы була. 1974 йылдың 16 сентябрендә Мәскәүҙә вафат була. Новодевичье зыяратында ерләнгән.
«Огневой щит Москвы» китабы авторы.
Ғаиләһе: ҡатыны, ҡыҙы — АҠШ-та Совет илселеге хеҙмәткәре, улы фронтта һәләк була.
Саҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Ленин ордены
- Биш Ҡыҙыл Байраҡ ордены
- Ике I дәрәжә Кутузов ордены (28.01.1943, 17.11.1945)
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены
- миҙалдар
Д. А. Журавлев мемуарҙары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Журавлёв Д. А. Огневой щит Москвы / Литературная запись Смотрицкиого Евгения Александровича. — М.: Воениздат, 1972. — 232, [20] с. — (Военные мемуары). — 100 000 экз. (пер.)
- Журавлёв Д. А. Огневой щит Москвы / Литературная запись Е. А. Смотрицкого. — Изд. 2-е. — М.: Воениздат, 1988. — 240, [20] с. — (Военные мемуары). — 65 000 экз. — ISBN 5-203-00054-9. (пер.)
Хәтер[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Баймаҡ ҡалаһында урам Журавлев Даниил Арсентьевич исеме менән аталған. Мәскәүҙә — Журавлев майҙаны бар.
Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Огневой щит Москвы. М., 1988.
- Статья о полководце на сайте velikvoy.narod.ru
- http://www.agidel.ru:16080/?param1=9657&tab=6 2015 йылдың 10 июнь көнөндә архивланған.
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ РУССА — ЖУРАВЛЁВ Даниил Арсентьевич (недоступная ссылка)
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Журавлёв Даниил Арсентьевич // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 23 декабрь 2022)
- Великая Отечественная война, 1941—1945 : энциклопедия / под ред. М. М. Козлова. — М. : Советская энциклопедия, 1985. — С. 273. — 500 000 экз.
- Ленин ордены кавалерҙары
- Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалерҙары
- I дәрәжә Кутузов ордены кавалерҙары
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалерҙары
- «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнгәндәр
- «Мәскәүҙе обороналаған өсөн» миҙалы менән наградланыусылар
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- «Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияға XX йыл» миҙалы менән наградланыусылар
- КПСС ағзалары
- Мәскәүҙә вафат булғандар
- 16 сентябрҙә вафат булғандар
- 1974 йылда вафат булғандар
- Мәскәүҙә ерләнгәндәр
- 25 декабрҙә тыуғандар
- 1900 йылда тыуғандар
- Баймаҡта тыуғандар
- 1-се саҡырылыш РСФСР Юғары Советы депутаттары
- Шәхестәр:Баймаҡ
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Ырымбур губернаһында тыуғандар
- Рәсәйҙәге Граждандар һуғышында ҡатнашыусылар
- Башҡортостан генералдары