Туҡтағолов Артур Бәҙри улы
Артур Бәҙри улы Туҡтағолов (рус. Артур Бадреевич Туктагулов; 1967 йылдың 2 ғинуары, Кесе Сурай, Ҡыуандыҡ районы, Ырымбур өлкәһе, СССР) — Рәсәй йырсыһы, музыкант-аккомпаниатор (баян, клавишалылар). Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2009), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (1997). Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының «Далан» эстрада төркөмөнөң художество етәксеһе[1].
Биографияһы
1967 йылдың 2 ғинуарында Ырымбур өлкәһенең Бәләкәй Сурай ауылында тыуған. 1993 йылда Өфө дәүләт сәнғәт институтын (хәҙер — Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты) Г. Ғ. Ғиләжев класы буйынса тамамлай[1][2].
1990 йылдан — «Ҡаруанһарай» фольклор-эстрада төркөмө солисы, 1995—1999 йылдарҙа — уның художество етәксеһе[1]. 2000 йылда Башҡорт дәүләт филармонияһы ҡарамағында «Далан» эстрада коллективын ойоштора һәм етәкселек итә[1][3].
2022 йылда Салауат Юлаев ордены менән бүләкләнә.
Ижады
Йырсы репертуарында башҡорт композиторҙарының (Б. М. Ғайсин, З. Ғ. Исмәғилев, Р. Ғ. Хәкимов, Р. М. Яхин) йырҙары, үҙ ижады, шулай уҡ башҡорт халыҡ йырҙары: «Ир-егет», «Ҡаруанһарай», «Әйһәйлүк», «Сәриә» һәм башҡалар бар[1].
Ул 100-ҙән ашыу йыр авторы, шул иҫәптән:
- «Ай-һай, Салауат» (Р. Й. Ғарипов шиғырына);
- «Атай йорто» (Д. Х. Булгакова шиғырына);
- «Сал Урал» (С. Ә. Әлибай шиғырына)[1].
Артур Туҡтағолов яңғыҙ ҙа, «Далан» төркөмө составында ла сығыш яһай. Мәскәүҙә Башҡортостан Республикаһы көндәрендә (1997, 2007), Ырымбур өлкәһендә (Ырымбур, 2007) Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәте көндәрендә, Үзбәкстанда Рәсәй көндәрендә (Ташкент, 2008), «Петербург һабантуйы» халыҡ байрамында (Санкт-Петербург, 2008), шулай уҡ Төркиәлә (Истанбул, 2006) Башҡортостан Республикаһы көндәрендә ҡатнаша[1]. Рәсәй буйлап гастролдәрҙә йөрөй[1].
2022 йылда «Башҡортостан» дәүләт концерт залында Артур Туҡтағоловтың «Йөрәгемдән йырҙар осорам» юбилей концерты уҙа[3]. 2025 йылда Андрей Малаховтың йыр шоуында ҡатнаша[4].
Ғаиләһе
- Ҡатыны — Миңзифа Исҡужина (1965), Рәсәй йырсыһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы, «Далан» төркөмө вокалисы[5][6];
- Улы — Буранбай Артур улы Туҡтағолов, композитор, аранжировкалаусы, «Далан» төркөмөнөң тауыш режиссёры[7][8];
- Ҡыҙы.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа наградалары
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (1997);
- Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2009)[1];
- Рәсәй Федерацияһы Президентының Рәхмәте (рус.)баш. (2016) — мәҙәниәт, киң мәғлүмәт сараларын үҫтереүҙәге ҡаҙаныштары һәм күп йыллыҡ емешле хеҙмәте өсөн[9];
- Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы (2017)[2][10];
- Салауат Юлаев ордены (2022)[11].
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 4 5 6 7 8 9 Г. А. Ишкинина. Туҡтағолов Артур Бәҙри улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: Башҡорт энциклопедияһы (ғилми-нәшриәт комплексы), 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-306-8.
- ↑ 1 2 В Уфе государственными наградами и званиями отмечены лучшие работники Башкортостана. Башинформ (24 март 2017). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 июль 2026.
- ↑ 1 2 В Уфе состоялся бенефис народного артиста Башкирии Артура Туктагулова. Bash.news (28 ғинуар 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 июль 2026.
- ↑ Народный артист Башкирии принял участие в песенном шоу Андрея Малахова. bashinform.ru/ (14 апрель 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 июль 2026.
- ↑ Искужина Минзифа. kulturarb.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 июль 2026.
- ↑ Артур Туктагулов и «Далан», концерт. ПоУфе.ru (23 март 2018). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 июль 2026.
- ↑ В Сургуте тысячи горожан отметили праздник Сабантуй. IVEST.kz (16 июнь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 июль 2026.
- ↑ Туктагулов Буранбай. Далан, эстрадная группа. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 июль 2026.
- ↑ Распоряжение Президента Российской Федерации от 3 февраля 2016 № 16-рп «О поощрении». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 июль 2026. Архивировано 19 ноябрь 2018 года.
- ↑ Таланты, яркие личности и настоящие профессионалы. Вечерняя Уфа (24 март 2017). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 июль 2026.
- ↑ Артур Туктагулов награжден орденом Салавата Юлаева. kulturarb.ru (26 ғинуар 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 июль 2026.
Һылтанмалар
- Г. А. Ишкинина. Туҡтағолов Артур Бәҙри улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: Башҡорт энциклопедияһы (ғилми-нәшриәт комплексы), 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-306-8.
- Далан, эстрадная группа