Ханыков Яков Владимирович
Ханыков Яков Владимирович (2 март 1818 йыл—25 ғинуар 1862 йыл) — Рәсәй империяһының дәүләт органдары хеҙмәткәре, тикшеренеүсе, картограф. Александр лицейы профессоры (1848), 1851—1856 йылдарҙа Ырымбур губернаһының граждан губернаторы, Император Рус география йәмғиәтенең ғилми секретары. Ғәмәли статский советнигы. Дворян. Губерна сәнәғәте, урындағы халыҡ тураһындағы хеҙмәттәр авторы.
Биографияһы
Яков Владимирович Ханыков 1818 йылдың 2 (иҫкесә 14) мартында Калуга губернаһының Георгиевское ауылында нәҫелдән килгән дворян ғаиләһендә тыуған. 1831 йылда Император Санкт-Петербург университеты ҡарамағындағы Дворян балалары пансионатынан Царское Село лицейына күсә. 1835 йылда лицейҙы унынсы класс чинында тамамлай, статистика буйынса белгес була. Һуңынан Петербург университетына уҡырға инә һәм ориенталистика өлкәһендә белемен тулыландыра. Ханыков өҫтөнлөклө уҡыу йортон тамамлаусы булараҡ Эске эштәр министрлығына тәғәйенләнә һәм «айырым йөкләмәле чиновниктар» иҫәбенә индерелә[2].
Хеҙмәт эшмәкәрлеге
Яков Владимирович үҙаллы эшмәкәрлеген 1836 йылда Ырымбур губернаһының хәрби генерал-губернаторы Василий Алексеевич Перовский етәкселегендә башлай. Һуңғыһына урындарҙы тикшереп, ышаныслы географик мәғлүмәттәр йыйып, крайҙы тасуирлай алған кешеләр кәрәк була. Перовский Ханыковты саҡырып хаталанмай. Уның карталар төҙөү буйынса оҫталығы, фәнни тикшеренеүҙәргә ынтылышы һәм Австрияның статистик күҙәтеүе буйынса баҫылған ғилми эше була. Уға етди эштәрҙе ышанып тапшыралар: статистика комитеты менән идара итеү, 1834 йылға тиклем атаманы һәм канцелярияһы булмаған иррегуляр ғәскәрҙәрҙең, шул иҫәптән башҡорт-мишәр ғәскәренең проектын әҙерләү, ә һуңынан дипломатик кимәлдәге хат алышыуҙар өҫтәлә. Ханыков хеҙмәтенең беренсе йылында урындарҙы ҡыҙыҡһынып өйрәнә һәм алынған мәғлүмәттәрҙе «Географическое обозрение Оренбургского края» ғилми мәҡәләһендә рәсмиләштерә. Был эштең ҡулъяҙмаһын ул 1837 йылда Ырымбурға килгән цесаревич Александр Николаевичҡа тапшыра. Эше баһалана, ә Ханыковҡа бүләккә бриллиант балдаҡ тапшырыла[3].
Башҡортостанға сәйәхәте
1837 йылдың йәйендә Ханыков Башҡортостан буйлап сәйәхәт ҡыла, Өфөлә, Стәрлетамаҡта, алыҫ таулы урындарҙа була, Ҡармасан йылғаһы буйындағы башҡорт баҫыуҙарында статистик-агрономик эштәр алып бара. Һөҙөмтәләрҙе отчеттарға теркәй, ә тәьҫораттарын дуҫтарына хаттар аша еткерә. Ханыковҡа 1838 йылда 24 шәхси заводтың эшмәкәрлеген баһалау буйынса етди эш йөкмәтелә, бынан тыш, ул уларҙың йөҙ йыллыҡ эшенә анализ яһай. Һөҙөмтәләре «Обзор рудного производства в 1838 г». һәм «Опыт сравнительного обзора сословий Оренбургской губернии» фәнни мәҡәләләрендә бирелә. Бындай тикшеренеүҙәр Ханыковҡа тиклем үткәрелмәгән. Ул заводтар буйынса Петербургҡа шәхси доклад өсөн саҡырыла, хеҙмәттәре «Эске эштәр министрлығы журналында» баҫылып сыға[3].
1851 йылда ул Өфөгә тағы килә, әммә Ырымбур граждан губернаторы булараҡ. Ырымбур крайы менән ул саҡта императорға буйһонған һәм Ырымбурҙа урынлашҡан хәрби губернатор һәм Эске эштәр министрлығына буйһонған һәм Өфөлә урынлашҡан граждандар губернаторы идара итә[4].
1844—1856 йылдарҙа
Артабан бик күп ғилми хеҙмәттәр яҙа, сәйәхәттәр һәм тикшеренеүҙәр үткәрә, вазифалар биләй. Европала, Санкт-Петербургта һәм Ригала эшләй. 1844—1848 йылдарҙа Балтик буйы крәҫтиәндәренең көнкүрешен яҡшыртыу буйынса реформалар әҙерләү комиссияһы ағзаһы, Рига генерал-губернаторы канцелярияһына идара итеүсе. 1845 йылда ойошторолған Император Рус география йәмғиәтенә инә һәм 1850 йылда уның секретары итеп һайлана. Александр (элекке Царское Село) лицейында уҡыта, статистика буйынса үҙ дисциплинаһын булдыра һәм профессор исемен ала[2].
1851—1856 йылдарҙа Ырымбур граждан губернаторы вазифаһын башҡара. Уны был вазифаға император Николай I тәғәйенләй. Ханыков «Оренбургские губернские ведомости» гәзите аша Ырымбур крайын тасуирлауға тыуған яҡты өйрәнеүселәрҙе йәлеп итә. Теләгән һәр кемгә ул үҙенең китапханаһына һәм шәхси документтар архивына инеү мөмкинлеген аса[3].
Фәнни тикшеренеүҙәре
Яков Владимирович хеҙмәттәрендә тау сәнәғәтенә анализ бирелгән, Ырымбур губернаһы халыҡтары тасуирланған. Уның тарафынан Түбәнге Волга буйында, Урта Азия, Уралда үткәрелгән тикшеренеүҙәр нигеҙендә Көньяҡ Урал тураһында географик мәғлүмәттәр килтерелгән[2].
Талантлы географ һәм картограф булып таныла: Ырымбур крайын һүрәтләү буйынса замандаштарының юғары баһаһын ала. «Географическое обозрение Оренбургского края» мәҡәләһендә Ханыков Урал, Ҡаҙағстан, Башҡортостан, Татарстан һәм Түбәнге Волганы үҙ эсенә алған территорияның тәбиғәт шарттарын, халҡын һәм ҡалаларын тасуирлай. Уның «Обзор рудного производства частных Оренбургских заводов в 1838 г.» тигән хеҙмәте иҡтисади география өсөн ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра[3][4].
Хәтер
- Яков Ханыковтың ғилми тикшеренеүҙәре Рәсәйҙә лә, донъя кимәлендәге ғалимдар араһында ла танылыу ала. Өфөлә уның исеме менән урам аталған, ләкин 1901 йылда ул Гоголь исеме менән үҙгәртелә[5].
- 2018 йыл аҙағында Өфөлә Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан Республикаһындағы төбәк бүлексәһе аҡсаһына «Сослужить России незабвенную службу»: Братья Ханыковы и Башкирский край" исемле китап нәшер ителә. Уның төҙөүсеһе — Лариса Григорьевна Михайлова, тыуған яҡты өйрәнеүсе[4].
- 2020 йылдың 18 авгусында ӨФөлә Яков Ханыковҡа арналған мемориаль таҡтаташ асыла. Ул Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығы бинаһында — Яков Ханыков эшләгән йортта урынлаштырыла[5].
Иҫкәрмәләр
- ↑ Башкирская энциклопедия (урыҫ) — Башкирская энциклопедия, 2005. — 4344 с. — ISBN 978-5-88185-053-1
- ↑ 1 2 3 Гвоздикова И. М. Ханыков Яков Владимирович // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ 1 2 3 4 Михайлова Л.. Губернатор Оренбургского края Я.В. Ханыков — секретарь Императорского Русского географического общества (6 апрель 2018). 9 июнь 2025 тикшерелгән.
- ↑ 1 2 3 Сюткина Е.. В Уфе увековечат память секретаря Императорского Русского географического общества, Географическое общество (13 май 2019). 9 июнь 2025 тикшерелгән.
- ↑ 1 2 В Уфе открыли мемориальную доску в память Якова Ханыкова, . (18 август 2020).
Һылтанмалар
- В Уфе увековечат память секретаря Императорского РГО Якова Ханыкова
- Гвоздикова И. М. Ханыков Яков Владимирович // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Губернатор Оренбургского края Я. В. Ханыков — секретарь Императорского Русского географического общества
- В Уфе открыли мемориальную доску в память Якова Ханыкова