Оренбургские губернские ведомости
Оренбургские губернские ведомости (башҡ. Ырымбур губерна хәбәрҙәре) — ижтимағи‑сәйәси гәзит. Ырымбур губернаһы идаралығы органы. 1838—1865 йылдарҙа Өфөлә, 1866—1915 йылдарҙа Ырымбур ҡалаһында урыҫ телендә сыға.
Өфө губернаһы икегә бүленгәндән һуң, «Оренбургские губернские ведомости» Өфөлә «Уфимские губернские ведомсти» исеме менән 1917 йылғы ваҡиғаларға тиклем нәшер ителә. Ырымбур крайы 1865 йылдан империяның үҙаллы төбәгенә әйләнә, унда элеккесә гәзит «Оренбургские губернские ведомости» исеме менән ҡала[1].
1896 йылдың декабрендә «Оренбургские губернские ведомости» рәсми булмаған (әҙәби тип аталған) өлөшөн сығарырға рөхсәт ала. 1897 йылдың 1 ғинуарынан беренсе һаны «Ежедневная газета Оренбургские губернские ведомости. Отдел неофициальный» исеме аҫтында сыға. 1898 йылда «Ежедневная газета Оренбургские губернские ведомости» «Ырымбур гәзите» («Оренбургская газета») тип үҙгәртелә. 1915 йылдың 31 июлендә «Оренбургская газета» һуңғы һанын нәшер итә.
Тарихы
Өфөлә нәшриәт эше 1801 йылда урындағы администрацияның рәсми материалдарын баҫып сығарыусы губерна типографияһы ойошторолғас, барлыҡҡа килә. 1837 йылдың 3 июнендә хөкүмәт законы сыға, ул һәр губерна идаралығында мотлаҡ «Губерна ведомостары» баҫтырыуҙы талап итә. 1838 йылда Рәсәй үҙәк власы раҫланған өлгө буйынса һәм тейешле контроль менән урындағы гәзиттәр булдырыу инициативаһы менән сығыш яһай. Илдә «Губерна ведомостары» административ-рәсми, байтаҡ дәрәжәлә үҙаллылыҡтан мәхрүм ителгән гәзиттәр сыға башлай. Өфө типографияһы алдына «Оренбургские губернские ведомости» («Ырымбур губерна яңылыҡтарын») баҫтырыу бурысы ҡуйыла[2].
1838 йылдың 13 ғинуарында (иҫкесә 1 ғинуар) ҡалала һәм губернала тәүге «Оренбургские губернские ведомсти» гәзитенең беренсе һаны баҫыла. Аҙнаға бер сыға торған гәзит рәсми өлөштән һәм рәсми булмаған өлөштән торған. Рәсми өлөштә хөкүмәт материалдары һәм урындағы власть органдары бойороҡтары, ҡарарҙары, торгка (аукционға) саҡырыуҙар, юғалған нәмәләр тураһында иғландар баҫыла. Рәсми булмаған өлөштә крайҙың географияһы, археологияһы, этнографияһы, экономикаһы мәсьәләлре буйынса мәҡәләләр, яңылыҡтар, һауа торошон һәм шәхси иғландар урынлаштырыла. Гәзиттең рәсми өлөшө вице-губернатор ҡултамғаһы менән, ә рәсми булмаған өлөшө мөхәррир ҡултамғаһы менән нәшер ителә. Мөхәррир, ғәҙәттә, гимназияның урыҫ теле уҡытыусылары араһынан өҫтәмә эш башҡарыу сифатында тәғәйенләнә[3].
Гәзиттең даими хеҙммәткәрҙәре һәм үҙенең ихтыяри хеҙмәтсәндәренә түләү өсөн аҡсаһы булмай. Гәзит сығарыуҙа әүҙем ҡатнашҡан өсөн уларға рәхмәт белдерелгән.
Гәзиттең тышҡы күренеше оҙаҡ ваҡыттар күрекһеҙ була. Ул әйбер төрә торған ҡаты ҡағыҙға ҡул станогы менән 12-16 битттә сығарылған. Текст ҡағыҙҙың бер яғында ғына баҫыла, хаталары күп була. Шуға ҡарамаҫтан, гәзиткә яҙылыусылар һаны йыл һайын арта бара:1847 йылда — 395, 1853 йылда 477 кеше гәзиткә яҙылған. Гәзит бөтә эш урындарына, сиркәүҙәргә һәм полиция становойҙарына[4] буш ебәрелгән[3].
Гәзит мәҡәләләре
Гәзит сығарыу крайҙы өйрәнеүҙе үҫтереүгә ҙур роль уйнай. Уның биттәрендә тыуған яҡты тикшереүсе Өфө судьяһы Юматов Василий Степановичтың хеҙмәттәре баҫыла. Духовный семинария уҡытыусыһы һәм тыуған яҡты өйрәнеүсе В. С. Зефиров «Соколиная охота в Башкирии», «Йәнтүрә хикәйәһе» («Рассказы башкирца Джантюри»), «Взгляд на семейный быт башкирца» тигән әҙәби әҫәрҙәре һәм мәҡәләләре, ғалим Я. В. Ханыковтың «Географические обозрение Оренбургского края» хеҙмәттәре баҫыла[3].
1865—1915 йылдарҙа
1865 йылда Ырымбур губернаһы Ырымбур һәм Өфө губерналарына бүленә. Рәсәйҙең яңы административ берәмегендә гәзит 1866 йылдың ноябренән, Ырымбур губерна идаралығы типографияһы асылғандан һуң, сыға башлай. Ырымбур ҡалаһының шәхси матбуғаты тарихында ун йылдан ашыу баҫма баҙарында уңышлы эшләп килгән һәм уҡыусылар яратҡан дәүләт баҫмаһының шәхси ҡулдарға күсеүе, гәзит файҙаһына булмай. Гәзит шәхси ҡулдарға күскәндән һуң әкренләп иғлан биттәренә әүерелә[3][5].
1897 йылдың 1 ғинуарында Эске эштәр министрлығы «Оренбургские губернские ведомости» рәсми булмаған (әҙәби тип аталған) өлөшөн сығарырға рөхсәт итә, ул аҙна һайын үҙаллы гәзит булараҡ сығырға тейеш була. Ә 1896 йылдың 31 декабренә ҡараған төндә Матбуғат эштәре буйынса баш идаралыҡ 1 ғинуарҙан баҫманы көн һайын сығарырға рөхсәт итә. Беренсе һаны «Ежедневная газета Оренбургские губернские ведомости» исеме аҫтында сыға. Рәсми булмаған бүлек[2].
1898 йылда «Ежедневная газета Оренбургские губернские ведомости» «Оренбургская газета» тип үҙгәртелә. Редакция верстканы үҙгәртә: февралдән полосалар 4 колонка урынына биш колонкаға әйләнә. 1899 йылдан гәзит тексында дәүләт эшмәкәрҙәренең портреттары, Ырымбур, губерна күренештәре урынлаштырыла башлай. Ырымбур журналисы И. И. Евфимовский-Мировицкий 1899 йылдың 10 ғинуарында «Ырымбур битендә» былай тип яҙа[2]:
«Оренбургская газета» «Оренбургские губернские ведомости» гәзитенең рәсми булмаған өлөшө генә булыуына ҡарамаҫтан, бында сыҡҡан «Турғай» гәзитен алмаштырып ҡына ҡалмай,ә уны йөкмәткеһе менән дә уҙып китә.
1908 йылдан «Ырымбур гәзите» шәхси булып сыға башлай. Төбәктең иң ҙур һәм абруйлы гәзите әкренләп ябай иғлан биттәренә әүерелә, сөнки төп килемде реклама килтерә. Был баҫманың яҙмышын билдәләй. Урындағы тормош һирәк яҡтыртыла. Редакция 1913—1914 йылдарҙа гәзиткә ҡушымталар баҫтырырға маташа, сауҙа фирмаларының, төрлө ойошмаларҙың һәм учреждениеларҙың реклама продукцияһын, «Аҡ сәскә» көнөнә листовкалар, «Йәмғиәткә мөрәжәғәт» һ. б. сығара. Ә 1914 йылда һигеҙ биттән торған иллюстрациялы көндәлек баҫтырырға тырыша. 1915 йылдың 31 июлендә «Оренбургская газета» һуңғы һанын нәшер итә[2].
Әҙәбиәт
- С а ф о н о в Д. А. Периодика Оренбургского края. Оренбург, 2004. Вып. 1
Иҫкәрмәләр
- ↑ Пугачёв В.В.. Из истории печати Уфимской губернии, Научно-культурологический журнал RELGA.RU. 4 июнь 2025 тикшерелгән.
- ↑ 1 2 3 4 История одного издания: Оренбургские губернские ведомости, . (13 ғинуар 2019). 4 июнь 2025 тикшерелгән.
- ↑ 1 2 3 4 Тарих тел әҙәбиәте институты. Өфө тарихы / Ғәниев Р. Ғ.. — Өфө: Китап, 1983. — С. 87—88. — 508 с.
- ↑ 1837 йылда һәр станда булдырылған батша Рәсәйендә полиция вазифаһы
- ↑ Оренбургские губернские ведомости, .. 4 июнь 2025 тикшерелгән.
Һылтанмалар
- Ҡотлоғәлләмов М.Ә. Оренбургские губернские ведомости // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Тарих тел әҙәбиәте институты. Өфө тарихы / Ғәниев Р. Ғ.. — Өфө: Китап, 1983. — С. 87—88. — 508 с.
- История одного издания: Оренбургские губернские ведомости
- Оренбургские губернские ведомости
- Научно-культурологический журнал RELGA.RU «Из истории печати Уфимской губернии»