Юматов Василий Степанович

Василий Степанович Юматов (рус. Юматов Василий Степанович; Өфө районы1848 йылдың 17 [29] июле, Өфө губернаһы) — Рәсәй тыуған яҡты өйрәнеүсе-тарихсы, этнограф, йәмәғәт эшмәкәре.

Биографияһы

Өфө губернаһының ярлы булған дворян ғаиләһенән сыҡҡан. Юматовтар Өфө өйәҙендә XVIII быуат аҙағында килеп төпләнгән: 1772 йылдың 8 авгусында капитан Никита Петрович Юматовтың тол ҡатыны Авдотья Дмитриевна Н. А. Каловский поручигынан «Өфө йылғаһы артында Оло Юрмаш йылғаһы буйында» ер һатып алған[1]. 1792 йылдан Өфө өйәҙ суды судьяһы булып секунд-майор Степан Никитич Юматов эшләгән[1].

Хәҙерге тикшеренеүселәр баһаһы буйынса, 1795 йыл тирәһендә тыуған[2].

Хәрби хеҙмәтен диңгеҙ офицеры булып башлаған, отставкалағы поручик. Тиҙҙән отставкаға сыҡҡан, һуңынан һайлау буйынса Өфө өйәҙ суды судьяһы булып эшләгән.

1830 йылда хеҙмәтте ташлап, Өфө өйәҙе Йоматау ауылындағы нәҫел биләмәһендә төпләнгән һәм буш ваҡытының күп өлөшөн Ырымбур крайы тарихын өйрәнеүгә бағышлаған.

Закондарҙың тулы йыйылмаһын ҡарап сыҡҡан һәм Ырымбур крайына ҡағылышлы бөтә хөкүмәт акттарын айырып алған, әммә был эште, Ырымбур крайы тарихында аҙағына тиклем еткерә алмаған.

1847 йылдан «Оренбургские губернские ведомости» органының даими хеҙмәткәре булып эшләгән. 1847 йылдың апрелендә «Ырымбур губернаһы тарихы тураһында уйҙар» мәҡәләһе баҫылған, унда автор: «Башҡортостанда 1586 йылда уның төп ҡалаһы Өфөгә нигеҙ һалынған» тип яҙған[2].

1848 йылдың 17 июлендә Йоматау ауылында холера эпидемияһы ваҡытында вафат булған[3]. Жуково ауылында ерләнгән, унда әле лә суйын ҡәбер ташы һаҡлана[4].

«Оренбургские губернские ведомости»ның 1848 йылдың 24 июлендәге 30-сы һанында некрологта: «Тарихи китаптар уҡыу, бигерәк тә тыуған яҡҡа ҡағылышлылары, уның яратҡан шөғөлө булды… Ул Ырымбур крайы тарихы өсөн бик күп материалдар йыйған… күрәһең, край тарихын үҙе төҙөргә йыйынған» тип яҙылған. Некролог «Тыныс йоҡла, беҙҙең яҡшы хеҙмәткәребеҙ; Мәрхәмәтле Аллаһ һине тәҡүәләрҙең ауылында тынысландырһын!» һүҙҙәре менән тамамланған.

Өфө тарихсыһы Михаил Роднов фекеренсә, некролог авторы «Ведомостар» мөхәррире И. П. Сосфенов булған, ул Юматов менән яҡын таныш булған, һәм Юматовтың ҡулъяҙмалары архивы Сосфеновта ҡалған, шуға күрә Юматовтың эштәре автор үлгәс тә бағылыуын дауам иткән[2].

Библиографияһы

1847 йылдан баҫыла башлаған:

  • «Мысли об Истории Оренбургской губернии»;
  • «О названии Башкирцев» (1847, № 24 — «башҡорт» этнонимы тураһында риүәйәт);
  • «Грамота к стольнику и Уфимскому воеводе Головину, чтобы Башкирских земель Русским пришлым людям не отдавать»;
  • «Несколько известий о службе Башкирцев».

1848 йылда иҫән сағында сыҡҡан:

  • «Древние памятники на земле Башкирцев Чубиминской волости» // Оренбургские губернские ведомости, 1848, № 1, 2, 4, 7, 9;
  • «Древние предания у Башкирцев Чубиминской волости» (1848, № 7);
  • «Исследование о начале Гурьева города»;
  • «Исследование о городе Гурьеве и взятии его Стенькою Разиным»;
  • Хронологический обзор достопримечательных событий в пределах нынешней Оренбургской губернии // шунда уҡ, 1848, № 31.

Автор үлгәс:

  • «Нечто из описания нравов Башкирцев былого времени» (1848);
  • «Сравнительный взгляд на состояние большой части дворянских имений уфимского уезда, в нынешнее и прежнее время» (1849);
  • «Краткий исторический взгляд на первобытных жителей Оренбургского края» (1849);
  • «О поимке Марины Мнишек на берегах Урала» (1851);
  • «Материалы для истории Пугачёвского бунта» (1852).

Шулай уҡ Турахан кәшәнәһен тасуирланған, Хөсәйенбәк кәшәнәһендәге ҡәбер ташы текстары баҫылған.

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 История — Юматовский сельсовет. yumatovo-ufa.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 июль 2026.
  2. 1 2 3 Исторические картинки. Юматово. Михайловка-Уфа. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 июль 2026.
  3. Юматов Василий Степанович. Энциклопедия Башкирии. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 июль 2026.
  4. История санатория Юматово. Комсомольская правда (31 ғинуар 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 июль 2026.

Әҙәбиәт

  • Башкирия в русской литературе. Т. 1. Өфө, 1961.
  • Русский биографический словарь. Т. 31, 319-сы бит.
  • Роднов М. И. Сосфенов: журналист и писатель // Бельские просторы, № 9, сентябрь 2012.

Һылтанмалар