Новосёлов Виктор Фёдорович
Новосёлов Виктор Фёдорович (2 март 1929 йыл) — инженер механик. Техник фәндәре докторы (1972), профессор (1973). Рәсәй Федерацияһының (1979), [[Башҡорт АССР-ы|Башҡорт АССР-ының]] (1973) атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре, СССР-ҙың нефть сәнәғәте отличнигы (1979)[1].
Биографияһы
Виктор Фёдорович Новосёлов 1929 йылдың 2 мартында Урал өлкәһе Новосёлов ауылында[1] тыуған. 1953 йылда И. М. Губкин исемендәге Мәскәү нефть институтын тамамлай. 1956 йылдан алып Өфө нефть институтында эшләй: 1962—1964 йылдарҙа нефть механикаһы факультеты деканы, 1963—1993 йылдарҙа нефтте һәм газды ташыу һәм һаҡлау кафедраһы мөдире, бер үк ваҡытта 1956—1958 йылдарҙа Башҡортостан нефть эшкәртеү Ғилми-тикшеренеү институтында лаборатория етәксеhе вазифаһын биләй[1].
Фәнни эшмәкәрлеге
Фәнни эшмәкәрлеге нефтте һәм нефть продукттарын үткәргес торбалар ярҙамында ташыу технологияһына арналған. В. Ф. Новоселов ҡатнашлығында ҡуйылығы юғары булған нефть продукттарының горизонталь үткәргес торбалар эсендә ҡаты фаза барлыҡҡа килтереп ҡатыуы, ҡуйы булмаған нефть продукттарының ирекле конвекция шарттарында һыуыныуы процестары тикшерелгән. Уның тарафынан һурҙырып ҡыуҙырыу күләме кәмегәндә бер көпшәле үткәргес торбаларҙы һәм күп көпшәле үткәргес торбалар системаларын рациональ тултырыу теорияһы, бер нисә нефть продуктын бер үткәргес торба буйлап эҙмә эҙ һурҙырыу технологияһы эшләнгән. Асыштары үткәргес торба транспортында индерелгән.
В. Ф. Новоселов — 300 ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 12 уйлап табыу авторы[1].
Төп ғилми хеҙмәте:
Транспортирование вязких нефтей и нефтепродуктов по трубопроводам. М., 1973 (авторҙаш);
Последовательная перекачка нефтей и нефтепродуктов по магистральным трубопроводам. М., 1976 (авторҙаш);
Типовые расчёты при проектировании и эксплуатации нефтебаз и нефтепроводов. Уфа, 2002 (авторҙаш).
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 4 Новосёлов Виктор Фёдорович // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
Һылтанмалар
- Новосёлов Виктор Фёдорович // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.