Алдошин Сергей Михайлович

Алдо́шин Серге́й Миха́йлович (1953 йылдың 2 марты, Кадомский район[d], Рязань өлкәһе[1]) — Рәсәй ғалимы, химик физика, кристалл химияһы, ҡаты есем химияһы һәм квант химияһы өлкәһе белгесе, химия фәндәре докторы, Рәсәй Фәндәр академияһы академигы (2003). РФА вице-президенты (2008—2017)[1], Химик физика проблемалары институты директоры (1997—2019).

Фәнни-техник өлкәлә предприятиеларҙың бәләкәй формаларын үҫтереүгә булышлыҡ итеү фондының эксперт советы рәйесе.

Биографияһы

Сергей Михайлович Алдошин 1953 йылдың 2 мартында Рязань өлкәһе Кадомский районының Красные Починки ауылында тыуа. 1975 йылда Ростов дәүләт университетының химия факультетын тамамлай.

Институттың Химик физика бүлегендә (әлеге ваҡытта Рәсәй Фәндәр академияһының Химик физика проблемалары институты) кесе, өлкән һәм төп ғилми хеҙмәткәр булып эшләй. 1989 йылдан — директор урынбаҫары, 1997—2019 йылдарҙа — директор.

1977 йылда — кандидатлыҡ, ә 1986 йылда докторлылыҡ диссертацияһын яҡлай[2].

2000 йылда Рәсәй Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы итеп һайлана, ә 2003 йылдан хоҡуҡлы ағзаһы булып тора[1].

2004—2009 йылдарҙа — РФА-ның Черноголовка ҡалаһындағы Ғилми үҙәге рәйесе[2].

Президент Дмитрий Медведевтың 2009 йылдың 31 декабрендәге бойороғона менән тикшереүҙәрҙе һәм эшләнмәләрҙе үҫтереү, уларҙың һөҙөмтәләрен коммерциялаштырыу өсөн территория буйынса айырымланған комплекс булдырыу («Сколково» инновация үҙәге) проктын эшләү буйынса эш төркөмөнә индерелә[3].

2025 йылдың сентябрендә Фәндәр академияларының халыҡ-ара ассоциацияһы академигы (МААН) итеп һайлана[4].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

• Ростов дәүләт университетының почётлы докторы (2003);
• Башҡорт дәүләт университетының почётлы докторы (2008);
• Мәскәү өлкәһенең «Йыл лауреаты» конкурсы еңеүсеһе, фәнни ойошманың иң яҡшы етәксеһе (2002);
• Пётр I исемендәге милли премия (2003);
• Рәсәйҙең иң яҡшы менеджеры дипломы (2003);
• Мәскәү өлкәһенең атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (2003);
• II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орденының миҙалы (2004);
• Кадомск районының почётлы гражданы (2009)[5];
• РСПП-ның почет билдәһе (2009);
• Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең фән һәм мәғариф өлкәһендәге премияһы (2009);
• Иван Калита ордены миҙалы (2010);
• Почётный знак «МОСПП» РОР почёт билдәһе (2012);
• «Мәскәү өлкәһен үҫтереүгә индергән өлөшө өсөн» Мәскәү өлкәһе губернаторы билдәһе (2013);
• РФА менән БФА хеҙмәттәшлеге үҫешенә индергән шәхси өлөш өсөн диплом (2017, 2019);
• Молдавия фәндәр академияһының почётлы ағзаһы (2016);
• Н. Н. Семёнов исемендәге алтын миҙал (2016);
• Ариэль университетының почётлы профессоры (2020);
• «РХО алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» почёт дипломы һәм билдәһе (2021);
• Почёт ордены (2023);
• Рәсәй Федерацияһы Президенты Рәхмәте (2024);
• «Рәсәй Фәндәр академияһына 300 йыл» юбилей миҙалы (2024)[1];
• II дәрәжә «Академик И. В. Курчатов» отличие билдәһе[6].

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 3 4 Алдошин Сергей Михайлович. Российская академия наук. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 сентябрь 2025.
  2. 1 2 60-летие С. М. Алдошина
  3. О рабочей группе по разработке проекта создания территориально обособленного комплекса для развития исследований и разработок и коммерциализации их результатов. Распоряжение Президента РФ от 31 декабря 2009 г. № 889-рп. garant.ru (19 ғинуар 2010). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 сентябрь 2025.
  4. Вице-президент РАН Сергей Алдошин избран академиком МААН (билдәһеҙ). Российская академия наук. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 сентябрь 2025.
  5. Почётные граждане Кадомского района. МУК «Центральная библиотека – МО Кадомский муниципальный район». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 сентябрь 2025.
  6. 80 лет атомной отрасли страны: торжественное заседание «Росатома», Курчатовского института и РАН прошло в Москве. 25 сентябрь 2025 тикшерелгән.

Һылтанмалар