Беляков Вячеслав Филиппович
Биографияһы
Вячеслав Филиппович Беляков 1939 йылдың 2 мартында Мәскәүҙә тыуған. 1964 йылда Гнесиндар исемендәге музыка һәм педагогия институтының Н. Я. Чайкин класын тамамлай.
1963—68 йылдарҙа Гнесиндар исемендәге музыка һәм педагогия институтының Өфө уҡытыу-консультация пункты кафедраһы мөдире вазифаһын башҡара, бер үк ваҡытта Өфө сәнғәт училищеһының бүлек мөдире. 1968—83 йылдарҙа Өфө дәүләт сәнғәт институтының халыҡ музыка ҡоралдары кафедраһы мөдире, 1974—78 йылдарҙа уҡыу-уҡытыу һәм фәнни эштәр буйынса проректоры. 1983 йылда Мәскәү мәҙәниәт институтында эшләй, 1984 йылдан алып Гнесиндар исемендәге Рәсәй музыка академияһында уҡыта, 1984—96 йылдарҙа халыҡ музыка ҡоралдары кафедраһы мөдире вазифаһын башҡара.
Вячеслав Беляковҡа башҡарыу сәнғәтенә юғары оҫталыҡ, камил техника, музыка стилдәрен нескә тойомлау хас. Репертуарында классик һәм заман музыкаһы, шул иҫәптән И. С. Бах, В. А. Моцарт, П. И. Чайковский, А. И. Хачатурян, Г. Г. Шендерёв, башҡорт композиторҙары М. М.Вәлиев, Х. Ш. Заимов, З.Ғ.Исмәғилев, К. Й. Рәхимов әҫәрҙәре бар. Н. Я. Инякиндың «Әпипә» татар халыҡ темаһына вариацияларын тәүге башҡарыусы. Донъяның 53 илендә гастролдәрҙә була[3]. Башҡортостанда готово-выборный баянда башҡарыу мәктәбенә нигеҙ һалыусы. Уҡыусылары араһында Ф. Т. Арыҫланғолов, М. И.Ғәйнетдинов, Т. Т. Камалов, В. Н. Линник, В. П. Суханов, С. М. Тюфяков, В. В. Фильчёв, Р. Ю.Шәйхетдинов. 10‑дан ашыу фәнни-методик хеҙмәт авторы.
Музыкант һәм педагог 2021 йылдың 20 ноябрендә Мәскәүҙә вафат булды[4].
Ҡаҙаныштары
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 Башинформ / под ред. В. А. Валерьевич — 1992.
- ↑ 1 2 Башкирская энциклопедия (урыҫ) — Башкирская энциклопедия, 2005. — 4344 с. — ISBN 978-5-88185-053-1
- ↑ 1 2 3 Башҡорт энциклопедияһы — БЕЛЯКОВ Вячеслав Филиппович (Тикшерелеү көнө: 22 ноябрь 2021)
- ↑ В Москве скончался основоположник башкирской баянной школы Вячеслав Беляков. ИА «Башинформ», 22 ноября 2021 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 22 ноябрь 2021)
Әҙәбиәт
- В творческом поиске: сб. материалов. Уфа, 2000.
Һылтанмалар
- Беляков Вячеслав Филиппович // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 22 ноябрь 2021)