Гусляков Георгий Иванович
Гусляков Гео́ргий Ива́нович (14 ғинуар 1922 йыл — 27 февраль 1998 йыл)) — Бөйөк Ватан һуғышы геройы, Т-34 танкыһының (69-сы гвардия танк полкы, 21-се гвардия механизацияланған бригада, 8-се гвардия механизацияланған корпус, 1-се гвардия танк армияһы) механик-водителе.
Биографияһы
Георгий Иванович Гусляков1922 йылдың 14 ғинуарында Бүрәтстандың Тарбагайт районы Оло Куналей ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуа. Урыҫ. Тулы булмаған урта мәктәпте тамамлағас, Ленинградҡа туғанына китә. Хәрби заводта эшләй.
1941 йылдың июлендә завод менән бергә Өфөгә эвакуациялана. 1942 йылдың ғинуарында армияға саҡырыла һәм К. Е. Ворошилов исемендәге Одесса хәрби-пехота училищеһына йүнәлтелә (Чистополь). Уҡып бөтмәҫтән, Сталинград янына фронтҡа ебәрелә. Артиллерияла ҡорал тоҫҡаусы булып хеҙмәт итә. 1942 йылдың ноябрендә ауыр яраланып, ярты йыл самаһы госпиталдә дауалана.
1943 йылдың көҙөндә Ульяновскиға запас танк полкына уҡырға ебәрелә һәм унан механик-водитель һөнәрен алып сыға. Шул уҡ йылдың ноябрендә 21-се гвардия механизацияланған бригаданың 69-сы гвардия танк корпусына эләгә. Украинаның уң яҡ ярын азат итеүҙә ҡатнаша. Ҡышҡы һөжүмдәрҙә механик-водитель Гусляковтың фиҙаҡәр хеҙмәте II дәрәжә Ватан һуғышы һәм III дәрәжә Дан ордены менән баһалана.
1944 йыладың йәйендә Георгий Гусляков Советтар Союзы Геройы исеменә тәҡдим ителә. Уның наградаға тәҡдим итеү ҡағыҙында былай тип яҙыла:
В боях за город Казатин сержант Гусляков, ворвавшись на своем танке на одну из улиц города, гусеницами подавил до 20 гитлеровцев, 3 мотоцикла, 4 автомашины с пехотой. Всего экипаж уничтожил 2 средних танка, 3 орудия ПТО, миномёт, 3 крупнокалиберных пулемёта и до 100 гитлеровцев.
Әммә Гусляковҡа II дәрәжә Ватан һуғышы ордены тапшырыла.
Көнсығыш Пруссия өсөн һуғыштарҙа Гусляков тағы ике награда — II дәрәжә Дан ордены һәм өсөнсө тапҡыр II дәрәжә Ватан һуғышы орденын ала. 1945 йылдың апрелендә Гусляков тағы ла Советтар Союзы Геройы исеменә тәҡдим ителә, әммә был юлы Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән наградлана.
1947 йылда демобилизациялана һәм Тарбагатай районына ҡайта.
Район башҡарма комитетының мәҙәниәт бүлеге мөдире, райондың көнкүреш хеҙмәтләндереү комбинаты начальнигы, «Авангард» колхозы рәйесе булып эшләй.
Рәсәй Федерацияһы Президентының 1994 йылдың(28 февралендәге 400-сө Указы менән «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында немец-фашист илбаҫарҙарына ҡаршы көрәштә күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн» Гусляков Георгий Ивановичҡа Рәсәй Федерацияһы Геройы исеме бирелә[1]
Бүрәт Республикаһы Президентының 1996 йылдың 22 апрелендәге 166-сы Указы менән Бүрәт Республикаһы Президенты ҡарамағындағы Аҡһаҡалдар советына индерелә.
Тарбагатай ауылында йәшәп, 1998 йылда вафат була.
Наградалары
- Рәсәй Федерацияһы Геройы (28 февраль 1994)
- Ҡыҙыл Байраҡ ордены
- 1- III дәрәжә Ватан һуғышы ордены
- 2- III дәрәжә Дан ордены
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены
- Миҙалдар.
Хәтер
2005 йылда Оло Куналей ауылында Георгий Иванович Гусляковҡа һәйкәл асыла. Ауыл мәктәбе уның исемен йөрөтә.
Иҫкәрмәләр
- ↑ Указ Президента РФ от 28 февраля 1994 г № 400
Һылтанмалар
- Гусляков Георгий Иванович. «Герои страны» сайты.
- Георгий Иванович Гусляков на сайте «Победители»