Коваленко Константин Иосифович
Коваленко Константин Иосифович (14 ғинуар (27 ғинуар) 1912 йыл, Юзовка ҡасабаһы Екатеринослав губернаһы — 23 ноябрь 1988 йыл, Мәскәү) — СССР-ҙың инженер-нефтсеһе, ғалим. Фәнни-производство эшмәкәрлеге БАССР-ҙа нефть һәм газ ятҡылыҡтарын эшкәртеү менән бәйле. Уның етәкселегендә ҡатламдарҙың нефть биреүсәнлеген арттырыу ысулдары: һыу ебәреү, файҙалы ҡатламдарға реагенттар ҡыуҙырыу, скважиналарҙы вышкаһыҙ эксплуатациялау индерелә. Биш фәнни хеҙмәт һәм 35 уйлап табыу авторы. Ике Ленин (1959, 1966) һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1948), СССР миҙалдары менән бүләкләнгән.
РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1957). СССР-ҙың почётлы нефтсеһе (1971). Техник фәндәре кандидаты (1964).
Биографияһы
1940 йылда Мәскәү нефть институтын тамамлай һәм Ишембай газокомпрессор хужалығында (1943 йылдан — «Ишимбайгаз» тресы) эшләй башлай. 1940-45 «Ишембайнефть» НГДУ (1940—1946). Һуңынан «Ишембайнефть» НГДУ-һы начальнигы (1946—52), «Октябрьскнефть» (1952—54); «Башнефть» предприятиһының баш инженеры, начальнигы (1954—1966).
РСФСР Мингео Баш нефть разведкаһының начальнигы урынбаҫары (1966—1972); Бөтә Рәсәй ғилми-тикшеренеү нефть геологияһы институтының секторы мөдире (1972—1982); ВНИПИМорнефтегазда эшләй (1982—1988).
Йәмәғәт эшмәкәрлеге
- 1963 йылдан РСФСР Юғары Советы депутаты (Бөрө округы)
- Ишембай ҡалаһының 32-се Промысла һайлау округы буйынса Башҡорт АССР-ының өсөнсө (1947) һәм 52-се Промысла һайлау округы буйынса [[Башҡорт АССР-ының 4-се саҡырылыш Юғары Советы депутаттары исемлеге|дүртенсе (1951) саҡырылыш Юғары Советы депутаты]].
Библиография
- О применении карбонированной воды при разработке нефтяных месторождений [Текст] : Автореферат дис. на соискание ученой степени кандидата технических наук / Моск. ин-т нефтехим. и газовой пром-сти им. И. М. Губкина. — Москва ; Уфа : [б. и.], 1964. — 16 с
- К вопросам автоматизации и диспетчеризации нефтепромыслов Башкирии [Текст] / Инж. К. И. Коваленко ; Башкир. респ. науч.-техн. о-во нефт. пром-сти. — Уфа : [б. и.], 1957. — 27 с.; 21 см.
- Новые методы разработки и нефтеотдача пластов [Текст]. — Москва : Недра, 1964. — 159 с. : ил.; 21 см
- Материал к лекции на тему «Технический прогресс и передовой опыт новаторов в нефтяной промышленности» [Текст] / Инж. К. И. Коваленко ; О-во по распространению полит. и науч. знаний РСФСР. — Москва : [б. и.], 1956 [вып. дан. 1957]. — 24 с.; 20 см.
Ҡыҙыҡлы факттар
- Ишембайҙың 51-се үҙәк һайлау округы буйынса БАССР Юғары Советына икенсе депутат итеп Лаврентий Павлович Берия һайлана.
- Мәскәү нефть институтын, тау инженеры һәм инженер-иҡтисадсыға уҡып, ике ҡыҙыл диплом менән тамамлай.
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар
- Коваленко Константин Иосифович // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 7 ғинуар 2022)
- Инженеры Урала: Энциклопедия / Рос. инженер. акад. Ур. отд-ние; [Редкол.: Данилов Н. И. гл. ред. и др.]. — Екатеринбург : Уральский рабочий, 2001. — 694, [1] с. : портр.; 27 см. С. 259
- КОВАЛЕНКО Константин Иосифович // Ишимбайская энциклопедия. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2015. — С. 303. — 656 с. — 3000 экз. — ISBN 978-5-88185-205-4.