Айвазян Артур Суренович

Айвазян Артур Суренович (укр. Артур Суренович Айвазян, әрм. Արթուր Այվազյան; 1973 йылдың 14 ғинуары, Ереван) — спортсы, бәләкәй калибрлы һәм пневматик спорт винтовкаһынан атыу буйынса сығыш яһай. Атҡаҙанған спорт мастеры. Буйы 176 см, ауырлығы 82 кг.

Биографияһы

1973 йылдың 14 ғинуарында Әрмәнстан ССР-ының Ереван ҡалаһында тыуған. 1985 йылда Ереван ҡала атыу клубында мишень атыу буйынса шөғөлләнә башлай. Әрмәнстан ССР-ының йыйылма командаһы ағзаһы була.

1985 йылда еңел атлектиканан киткәндән һуң, Ереван ҡала спорт-атыу клубында Әрмәнстандың атҡаҙанған тренеры Роберт Акопян етәкселегендә пуля менән атыу буйынса шөғөлләнә башлай. Әрмән ССР-ы йыйылма командаһы ағзаһы була.

1990 йылда Львов дәүләт физик культура институтына уҡырға инә, тиҙҙән УССР, СССР йыйылма командаһы ағзаһы була. 1995 йылда юғары уҡыу йортон тамамлағандан һуң, Украина армияһына (спорт ротаһы) хәрби хеҙмәткә саҡырыла һәм һаман да шунда хеҙмәт итә (2008 йылдан —Украина сик буйы ғәскәрҙәре өлкән лейтенанты). 1997 йылда Симферополгә күсенә, Вадим Клименко етәкселегендә күнекмәләр башлай, Ҡырымдың «Динамо» спорт йәмғиәте федерацияһы ағзаһы була. Хәҙерге тренеры — Богдан Клименко.

2014 йылдан — Рәсәй йыйылма командаһында (Ҡырымды Рәсәйгә ҡушҡандан һуң Рәсәй гражданлығы ала)[2][3].

Спорт ҡаҙаныштары

  • 1993 йыл — Европа чемпионаты (Брно) — 3-сө урын.
  • 1994 йыл — Донъя чемпионаты (Милан) — команда сығышында 1-се һәм 2-се урындар.
  • 1998 йыл — Донъя чемпионаты (Барселона) — команда сығышында 1-се урын.
  • 1998 йыл — Донъя кубогы этабы (Буэнос-Айрес) — 1-се урын.
  • 1999 йыл — Европа чемпионаты (Арнем) — команда күнегеүҙәрендә 1-се урын.
  • 1999 йыл — Европа чемпионаты (Бордо) — команда күнегеүҙәрендә 1-се урын, шәхси зачетта 3-сө урын.
  • 2000 йыл — Донъя кубогы этабы (Милан) — шәхси зачетта МВ-6 күнегеүендә 1-се урын .
  • 2000 йыл — Донъя кубогы этабы (Мюнхен) — шәхси зачетта МВ-6 күнегеүендә 2-се урын.
  • 2000 йыл — XXVII Йәйге Олимпия уйындары (Сидней) — МВ-6 күнегеүендә 5-се урын.
  • 2004 йыл — XXVIII Йәйге Олимпия уйындары (Афины) — 7-се урын.
  • 2007 йыл — Европа чемпионаты — индивидуаль ярышта 3-сө урын.
  • 2008 йыл — XXIX Йәйге Олимпия уйындары (Пекин) — 50 метрҙан ятып шәхси атыуҙа 1-се урын. Квалификацияла уҡ Артур Айвазян беренсе һөҙөмтәне күрһәтә — 600 мөмкинлектән 599 мәрәй йыя, ә финал серияһында 103,7 мәрәй йыя (дөйөм — 702,7).

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • Өсөнсө дәрәжә «Ҡаҙаныштары өсөн» ордены (4.09.2008) — Пекинда (Ҡытай) үткән XXIX Йәйге Олимпия уйындарындағы юғары спорт һөҙөмтәләренә өлгәшкән, күрһәткән батырлығы, фиҙакәрлеге һәм еңеүгә ихтыяры, Украинаның халыҡ-ара кимәлдә абруйын күтәргәне өсөн.
  • Симферополь ҡалаһының почётлы гражданы (2008) — физик культура һәм спорт үҫешенә ҙур шәхси өлөш индергәне, спорт оҫталығы, юғары спорт һөҙөмтәләренә өлгәшкәне өсөн[4].

Иҫкәрмәләр

  1. Olympedia (ингл.) — 2006.
  2. Крымское пополнение, Спорт-Экспресс (3 июль 2014). 19 июнь 2019 тикшерелгән.
  3. Айвазян Артур (стрельба). Олимпийский чемпион. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 сентябрь 2025.
  4. Почётные граждане  (Тикшерелеү көнө: 25 сентябрь 2025)