Сайранов Владимир Андреевич

Сайранов Владимир Андреевич (14 ғинуар 1960 йыл) — иҡтисадсығалим. 2008 йылдан Мари дәүләт университетының үҫеш буйынса проректоры, ректорҙың кәңәшсеһе. Иҡтисад фәндәре кандидаты (1991), доцент (1994). Мари Иле Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре (2003) һәм Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе (2006), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2003).

Биографияһы

Владимир Андреевич Сайранов 1960 йылдың 14 ғинуарында Башҡорт АССР-ының [1] Мишкә районы Мишкә ауылында эске эштәр органдары хеҙмәткәре һәм мәктәп уҡытыусыһы ғаиләһендә тыуған[2].

Урта белем алғас, үҙ аллы хеҙмәт эшмәкәрлеген 1977 йылда мәктәптең беренсе синыф уҡыусылары өсөн ойошторолған оҙайтылған көн группаһында тәрбиәсе булып башлай[3].

1978 йылда Йошкар-Ола ҡалаһына юллана һәм, барлыҡ имтихандарҙы уңышлы тапшырып, Н. К. Крупская исемендәге Мари дәүләт педагогия институтының тарих факультетына уҡырға инә. Студент йылдарында фәнни тикшеренеүҙәр менән мауығып китә, ҡыҙыҡһыныу өлкәһе итеп иҡтисадты һайлай[3].

1983 йылда педагогия институтын «тарих һәм инглиз теле» һөнәре буйынса ҡыҙыл дипломға тамамлай. Йәш белгесте юғары уҡыу йортоноң политэкономия кафедраһында ассистент итеп эшкә ҡалдыралар. Тиҙҙән ул СССР Ҡораллы Көстәренә хәрби хеҙмәткә саҡырыла, йыл ярымдан һуң запасҡа сығарыла һәм эшен ошо уҡ кафедрала дауам итә[3].

1987—1990 йылдарҙа Ҡазан дәүләт университетының аспирантураһында уҡый. 1991 йылда «иҡтисад фәндәре кандидаты» ғилми дәрәжәһенә диссертация яҡлай. 30-ҙан артыҡ фәнни хеҙмәт авторы[2].

1990 йылдан Н. К. Крупская исемендәге Мари дәүләт педагогия институтында эшләй: иҡтисд теорияһы кафедраһы ассистенты, өлкән уҡытыусыһы, 1994 йылдан — доцент[2].

1992 йылдан вузға тиклем әҙерлек факультеты деканы, 1995 йылдан — иҡтисади һәм социаль мәсьәләләр буйынса проректор[2].

2008 йылда педагогия институты Мари дәүләт университеты составына ингәндән һуң — университеттың үҫеш буйынса проректоры, артабан ректорҙың кәңәшсеһе[2][4].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

• Мари Иле Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре (2003)
• Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2003)
• Мари Иле Республикаһының Почёт грамотаһы (2006).