Мәрҙәнов Марат Хәмитйән улы
Марат Хәмитйән улы Мәрҙәнов (рус. Марат Хамитьянович Марданов; 1968 йылдың 21 майы, Туймазы, Башҡорт АССР-ы) — Рәсәйҙең политолог-ғалимы һәм хәрби хеҙмәткәре, запастағы полковник, йәмәғәтсе. 2015 йылдан Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығының Гуманитар тикшеренеүҙәр үҙәге директоры. Рәсәй Хәрби фәндәр академияһының ағза-корреспонденты (2017), сәйәси фәндәр кандидаты (2013). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2018). Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры (2023).
Биографияһы
Мәрҙәнов Марат Хәмитйән улы 1968 йылдың 21 майында Башҡорт АССР-ының Туймазы ҡалаһында статистика органдары хеҙмәткәре Хәмитйән Мәрҙәнов ғәиләһендә тыуған[1].
1992 йылда Башҡорт дәүләт университетының (2022 йылдан — Өфө фән һәм технологиялар университеты) тарих факультетын тамамлағандан һуң Өфө ҡалаһының 94-се урта мәктәбенең тарих уҡытыусыһы булып хеҙмәт эшмәкәрлеген башлай.
1993 йылдан Рәсәй Федераль именлек хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы хеҙмәткәре[1].
2010 йылдан Башҡорт дәүләт университетының халыҡ-ара хеҙмәттәшлек буйынса проректоры.
2011 йылдан Башҡортостан Республикаһы Президенты кәңәшсеһе, Башҡортостан Республикаһы Президенты Хакимиәте етәксеһе урынбаҫары, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Аппараты етәксеһе урынбаҫары.
2015 йылдан Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығының Гуманитар тикшеренеүҙәр үҙәге директоры[2].
2026 йылдың мартында Марат Мәрҙәнов «Легенды спецслужб из Башкирии: Очерки и документы» тигән китап сығарҙы. Китап Рәсәй тарихи йәмғиәте ярҙамында нәшер ителгән, материалдарҙың байтаҡ өлөшө Рәсәй Федерацияһының Тышҡы разведка хеҙмәте, Башҡортостан Республикаһының Милли архивы, Рәсәй Федераль именлек хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы һәм Ульяновск өлкәһе буйынса идаралыҡтарының уникаль архив документтарына нигеҙләнгән.
Рәсәй Федераль именлек хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығының Тарих залында 16 мартта ошо баҫмаһының презентацияһы үтте. Сарала дәүләт именлеге органдары ветерандары, студенттар һәм аспиранттар-Өфө вуздары тарихсылары, төбәктең фәнни һәм йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре ҡатнашты[3]. Ошондай уҡ презентация Өфөләге «Китап-Байрам» Халыҡ-ара китап йәрминкәһе барышында 29 майҙа уҙғарылды[4].
Ғилми эшмәкәрлеге
2013 йылда «сәйәсәт фәндәре кандидаты» ғилми дәрәжәһенә дәғәүә итеп, «Этносәйәси факторҙың Рәсәй федерализмы трансформацияһына йоғонтоһо» тигән темаға диссертация (рус.)баш. яҡлай[5]. Артабан сәйәси темаларға, донъялағы һәм илдәге һуңғы ваҡиғаларҙы анализлауға арналған сығыштары менән төрлө кимәл ғилми конференцияларҙа һәм фәнни-популяр сараларҙа ҡатнаша, мәҡәләре республика матбуғатында даими баҫылып тора. Ғалим шулай уҡ радио һәм телевидение тапшырыуҙарында ла ҡатнаша. Ул 60-тан ашыу фәнни хеҙмәт авторы, шул иҫәптән:
- Коминтерн в Башкирии. Деятельность специальных школ Коминтерна в годы Великой Отечественной войны (1941—1943 гг.): Сборник документов и материалов. Уфа, 2020.
Сәйәси темаларға сығыштары, әңгәмәләре
- Марат Марданов: «В Урало-Поволжье ислам всегда отличался умеренностью и отсутствием фанатизма» (рус.) (Тикшерелеү көнө: 16 март 2026);
- В Послании Радия Хабирова собраны главные ориентиры Башкирии. ИА «Башинформ», 12 декабря 2024 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 16 март 2026);
- Сетевое издание «МК в Башкортостане». 21.10.2025. Эксперт: «Башкирия стала мишенью для информационных атак со стороны Украины». Главная цель Запада — нарушить в регионах межнациональное согласие (рус.) (Тикшерелеү көнө: 16 март 2026);
- Марданов Марат Хамитьянович, директор ГАУ Центр гуманитарных исследований Министерства культуры Республики Башкортостан. Тема доклада: «Опыт комплексного мониторинга этноконфессиональной ситуации в Республике Башкортостан» (рус.) (Тикшерелеү көнө: 16 март 2026);
- Политолог из Башкирии считает, что тема единства народов РФ — главная. ИА «Башинформ», 7 ноября 2025 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 16 март 2026).
Китаптары
- Легенды спецслужб из Башкирии: Очерки и документы. — Уфа: Китап, 2026. — с.
Йәмәғәт эшмәкәрлеге
- Рәсәй тарих йәмғиәтенең Башҡортостан Республикаһындағы бүлексәһенең Совет рәйесе[6];
- 2014 йылдан «Урал» волейбол клубы президенты;
- Башҡортостан Республикаһы Йәмәғәт палатаһының милләт-ара татыулыҡ мәсьәләләре буйынса эшсе төркөмө етәксеһе (2019);
- Милләттәр эштәре буйынса Федераль агентлыҡ эксперты (рус.)баш. (2016);
- Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Милләт-ара мөнәсәбәттәр буйынса совет ағзаһы (2020).
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орденының миҙалы (2006);
- Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы (2006);
- «Башҡортостан Республикаһында фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн» отличие билдәһе (2012);
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2018)[7];
- Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт, йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығының Почёт грамотаһы (2018);
- 1-се (2010), 2-се (2005) һәм 3-сө (2000) дәрәжә «За безупречную службу» миҙалдары;
- Рәсәй Федераль именлек хеҙмәтенең II дәрәжә «Контрразведкала хеҙмәт иткәне өсөн» билдәһе.
Өҫтәмә мәғлүмәт
- Атаһы: Мәрҙәнов Хәмитйән Ғилемйән улы (1927—20.11.2020), иҡтисадсы. Туймазы районы статистика бүлегенең элекке начальнигы. Социалистик иҫәп отличнигы (1967), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған иҡтисадсыһы (1985) һәм Юғары Совет Президиумының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе (1966). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1976).
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 Марданов Марат Хамитьянович. Межпоселенческая центральная библиотека муниципального района Туймазинский район. Официальный сайт. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 март 2026. (рус.)
- ↑ ГАУ Центр гуманитарных исследований Министерства культуры Республики Башкортостан. Директор Марданов Марат Хамитьянович. Министерство культуры Республики Башкортостан. Официальный сайт. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 март 2026. (рус.)
- ↑ В Уфе состоялась презентация книги «Легенды спецслужб из Башкирии: Очерки и документы». Официальный сайт Российского исторического общества (27 март 2026). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 июнь 2026. (рус.)
- ↑ Иван Вавилов. В Уфе представили книгу «Легенды спецслужб из Башкирии». ИА «Башинформ» (29 май 2026). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 июнь 2026. (рус.)
- ↑ Влияние этнополитического фактора на трансформацию российского федерализма. Тема диссертации и автореферата по ВАК РФ 23.00.02, кандидат политических наук Марданов, Марат Хамитьянович. Научная электронная библиотека диссертаций и авторефератов dissercat.com. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 март 2026. (рус.)
- ↑ Председатель Совета отделения Российского исторического общества в Республике Башкортостан: Марданов Марат Хамитьянович. Ассоциация «Российское историческое общество». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 март 2026. (рус.)
- ↑ Рустэм Хамитов вручил государственные награды Российской Федерации и Республики Башкортостан. Интернет-портал «Культурный мир Башкортостана» (13 сентябрь 2018). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 март 2026. (рус.)
Һылтанмалар
- Межпоселенческая центральная библиотека муниципального района Туймазинский район. Официальный сайт (рус.) (Тикшерелеү көнө: 16 март 2026)
- Коммерсантъ. Башкортостан. Контроль за соцсетями поручили структуре минкульта. 03.11.2016 (рус.) (Тикшерелеү көнө: 16 март 2026)